1 Коринфтарға 15 - Изге ЯҙмаҒайсаның үленән терелеүе 1 Имандаштар, мин иғлан иткән, һеҙ ҡабул иткән һәм ғүмерегеҙҙең нигеҙенә әйләнгән Һөйөнөслө Хәбәрҙе иҫегеҙгә төшөрәм. 2 Һөйөнөслө Хәбәр һүҙҙәрен мин вәғәзләгәнсә тотһағыҙ, уның менән ҡотолорһоғоҙ, тотмаһағыҙ – иманға килеүегеҙ юҡҡа булыр. 3 Мин үҙем алғандарҙы һеҙгә тапшырҙым. Иң мөһиме, Изге Яҙмала яҙылғанса, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлде һәм, 4 Изге Яҙмала яҙылғанса, Ул ерләнде һәм өсөнсө көндә терелде, 5 тәүҙә Кефасҡа, аҙаҡ ун ике шәкертенә күренде. 6 Шунан бер үк ваҡытта биш йөҙҙән ашыу имандашҡа (уларҙың күбеһе әле лә иҫән, ҡайһы берҙәре үлде), 7 унан һуң Яҡупҡа һәм бөтә илселәренә күренде. 8 Етлекмәй тыуған бала кеүек булһам да, барыһынан һуң миңә лә күренде. 9 Дөрөҫөн әйткәндә, мин – илселәрҙең иң кесеһе. Алла берҙәмлеген эҙәрлекләгәнем өсөн илсе тип аталырға ла лайыҡ түгелмен. 10 Әммә хәҙер кем булһам, Алла мәрхәмәте менән мин шул булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте. 11 Шулай итеп, мин вәғәзләйемме, улармы – әһәмиәте юҡ, иң мөһиме – ул беҙҙең вәғәзләүебеҙ һәм һеҙҙең ышаныуығыҙ. Үленән терелеү 12 Мәсих тураһында, Ул үленән терелде, тип әйтелә икән, нисек итеп ҡайһы берҙәрегеҙ, үленән терелеү юҡ, тип һөйләй ала һуң? 13 Үленән терелеү юҡ икән, Мәсих тә үленән терелмәгән булып сыға. 14 Әгәр Мәсих үленән терелтелмәгән икән, беҙҙең вәғәзләүебеҙ ҙә, һеҙҙең иманығыҙ ҙа буш була. 15 Өҫтәүенә, беҙ Алла хаҡында ялған шаһиттар булып ҡалыр инек, сөнки Ул Мәсихте терелтте тип шаһитлыҡ ҡылдыҡ. Үлеләрҙең терелеүе юҡ икән, Алла Мәсихте лә терелтмәгән булып сыға. 16 Үлеләр терелтелмәһә, Мәсих тә үленән терелтелмәгән була. 17 Әгәр Мәсих терелтелмәгән икән, һеҙҙең иманығыҙ – буш, һәм һеҙ гонаһтарығыҙ хакимлығы аҫтындаһығыҙ. 18 Был инде Мәсихкә инанып үлгәндәр ҙә һәләк булды тигәнде аңлата. 19 Әгәр беҙ Мәсихкә был йәшәүебеҙҙә генә өмөт бағлаһаҡ, бөтә кешеләргә ҡарағанда ла ҡыҙғанысыраҡ булыр инек. 20 Әммә Мәсих ысынлап та үленән терелтелде – Ул үлгәндәрҙән беренсе булып терелгән! 21 Үлем донъяға кеше аша килгән кеүек, үленән терелеү ҙә бер Кеше аша килде. 22 Әҙәмгә мөнәсәбәте булғандарҙың барыһы ла үлгән кеүек, Мәсихкә мөнәсәбәте булғандарҙың барыһы ла тереләсәк. 23 Һәр кем үҙ сиратында: тәүҙә – Мәсих, шунан һуң, Ул килгәндә, Мәсихтекеләр тереләсәк. 24 Бынан һуң ахыры килер, Ул һәр төрлө етәкселекте, хакимиәтте, ҡеүәтте юҡҡа сығарып, батшалыҡты Алла һәм Атаһына тапшырыр. 25 Мәсихкә бөтә дошмандарын Үҙ аяғы аҫтына һалғанға тиклем батшалыҡ итеү тәғәйенләнгән. 26 Иң һуңғы дошман булып үлем юҡҡа сығарыласаҡ. 27 Изге Яҙмала: «Алла бар нәмәне Уның аяҡтары аҫтына һалып, Уға буйһондорҙо», – тип әйтелгән. «Бар нәмә Уға буйһондоролдо» тип әйтелгән, әммә был Уға буйһондороусы Алланы үҙ эсенә ала тигәнде аңлатмай, әлбиттә. 28 Бөтә нәмә Мәсихкә буйһондоролғас, Улы ла бар нәмәне Үҙенә буйһондорған Аллаға буйһонасаҡ. Шулай итеп, Алла бөтә нәмәлә бар буласаҡ. 29 Үлеләр хаҡына һыуға сумдырылыу йолаһы үткәндәр ниңә быны ҡылалар һуң? Үлеләр бөтөнләй терелмәгәс, ни өсөн улар хаҡына сумдырылырға? 30 Ниңә һуң беҙ ҙә ғүмеребеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуябыҙ? 31 Мин көн һайын үлемдең күҙҙәренә тура ҡарайым. Имандаштар, был минең Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә һеҙҙең менән ғорурланыуым кеүек үк хаҡ. 32 Әгәр ҡарашым кешеләрҙекесә генә булған булһа, әгәр үлеләрҙең терелтелеүенә ышанмаһам, Эфеста йыртҡыстар менән көрәшеүемдән миңә ни файҙа? Үлеләр терелтелмәһә, ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, «иртәгә барыбер үләбеҙ, ашап-эсеп ҡалайыҡ!» 33 Алданмағыҙ: «аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа». 34 Тейешенсә айнып, гонаһ ҡылыуҙан туҡтағыҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ Алланы белмәй бит, мин быны һеҙҙе оялтыу өсөн әйтәм. Ерҙәге һәм күктәге тән 35 Кемдер: «Үлеләр нисек терелер? Уларҙың тәне ниндәй булыр?» – тип һорар. 36 Аҡылһыҙ! Һин сәскән нәмә тәүҙә үлмәһә, яңы ғүмер яралмаясаҡ бит. 37 Сәскән саҡта һин буласаҡ үҫемлектең үҙен түгел, ә орлоҡто – бойҙайҙың йәки башҡа нәмәнең орлоғон – сәсәһең. 38 Ә инде Алла уға Үҙе һайлаған тәнде, һәр орлоҡҡа үҙ тәнен бирә. 39 Бөтә тәндәр ҙә бер төрлө түгел: кешеләрҙең тәне малдыҡынан айырыла, ҡоштарҙың тәне лә балыҡтарҙыҡы кеүек түгел. 40 Күктә лә, ерҙә лә есемдәр бар, тик күктәгеләренең балҡышы ерҙәге есемдәрҙекенән айырыла. 41 Күктәгеләре араһында ҡояштың да, айҙың да, йондоҙҙарҙың да балҡыуы башҡа. Йондоҙҙар ҙа бер-береһенән балҡыуҙары менән айырыла. 42 Үлеләрҙең терелеүе лә шулай буласаҡ: кеше тәне ер эсенә серейәсәк орлоҡ булып һалына – мәңге үлмәҫлек булып терелтелә. 43 Ҡыҙғаныс булып ер эсенә һалына – дан менән терелә. Зәғиф килеш сәселә – ҡеүәтле булып терелә. 44 Ваҡытлы тән ер эсенә һалына, ә рухи тән терелә. Ваҡытлы тән бар икән, рухи тән дә бар. 45 Изге Яҙмала былай тип яҙылған бит: «Тәүге кеше – Әҙәм – тере йән эйәһе булды». Ә һуңғы Әҙәм тормош биреүсе Рух булды. 46 Әммә тәүге булып рухи тән түгел, ә ваҡытлыһы килә, шунан һуң ғына рухи булғаны килә. 47 Тәүге кеше тупраҡтан яратылды, ул – ерҙән. Икенсе Кеше күктән килде. 48 Турпаҡтан яратылған ниндәй булһа, ерҙекеләр шундай. Күктән Булған ниндәй, күктекеләр шундай. 49 Әле тупраҡтан яратылған кеше ҡиәфәтен йөрөткән кеүек, күктән булған кеше ҡиәфәтен дә йөрөтәсәкбеҙ. 50 Имандаштар, һеҙгә шуны әйтәм: тәндән һәм ҡандан торғандар Алла батшалығына эйә була алмаҫ, һәм фани булғандар мәңге үлмәй торған була алмаҫ. 51 Һеҙгә сер асам: беҙ бөтәбеҙ ҙә үлмәйәсәкбеҙ, әммә һәммәбеҙ ҙә үҙгәрәсәк – 52 ҡапыл, күҙ асып йомған арала, һуңғы борғо ҡысҡыртҡанда. Борғо ҡысҡыртҡанда үлеләр мәңге үлмәҫлек булып тереләсәк, ә беҙ, ул ваҡытта тере булғандар, үҙгәрәсәкбеҙ. 53 Фани – мәңге үлмәҫлеккә, ә үлемле үлемһеҙгә әйләнергә тейеш бит. 54 Был фани, үлемле тән мәңгелек, үлемһеҙ тәнгә әйләнгәс, Изге Яҙмалағы: «Еңеү үлемде йотоп юҡ иткән була». 55 «Үлем, һинең еңеүең ҡайҙа? Үлем, һинең ҡаяуың ҡайҙа?» – тигән һүҙҙәр тормошҡа аша. 56 Үлемдең ҡаяуы – гонаһ, һәм гонаһтың көсө – ҡанун. 57 Әммә, Аллаға шөкөр, Ул Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙгә еңеү бирә. 58 Шулай итеп, ҡәҙерле имандаштарым, Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia