Зөлкифел 9 - Изге Яҙма1 Шунан һуң Уның көслө тауыш менән: – Ҡаланы язалаусыларҙың һәр береһе ҡулдарына емергес ҡоралдарын тотоп яҡынлашһын! – тип ҡысҡырғанын ишеттем. 2 Бына төньяҡҡа ҡараған Юғары ҡапҡа яғынан алты кеше килде. Һәр береһе ҡулына үлемесле ҡорал тотҡайны. Араларында етен кейем кейгән, биленә яҙыу әсбаптары таҡҡан берәү бар ине. Улар эскә инде лә баҡыр ҡорбан усағы янына килеп баҫты. 3 Исраил Аллаһының шөһрәте, кирубтар өҫтөнән – быға тиклем булған урынынан – күтәрелеп, ҡорамдың тупһаһында туҡтаны. Ул етен кейем кейгән, биленә яҙыу әсбаптары таҡҡан кешене саҡырып алды ла: 4 – Йәрүсәлим ҡалаһын урап сыҡ. Унда эшләнгән бөтә әшәкелектәрҙе күреп ҡайғырған һәм ыңғырашҡан кешеләрҙең маңлайына тамға һал, – тине. 5 Шунан ҡалғандарына: – Ҡала буйлап уның артынан йөрөгөҙ ҙә кешеләрҙе үлтерегеҙ, – тигәнен ишеттем. – Һис кемде ҡыҙғанмағыҙ, мәрхәмәт күрһәтмәгеҙ. 6 Ҡарттарҙы ла, егеттәр менән ҡыҙҙарҙы ла, балаларҙы ла, ҡатындарҙы ла үлтерегеҙ, бары тик тамғаһы булғандарға ғына ҡағылмағыҙ. Минең Изге торлағымдан башлағыҙ. Шулай итеп, улар ҡырғынды ҡорам алдында торған аҡһаҡалдарҙан башланы. 7 Раббы уларға: – Барығыҙ! Ҡорамды нәжесләгеҙ, ихаталарҙы мәйет менән тултырығыҙ! – тине. Шунан һуң тегеләр сығып ҡалала үлтерергә тотондо. 8 Улар халыҡты ҡырған арала, мин япа-яңғыҙ тороп ҡалдым. Йөҙтүбән ергә ҡапландым да: – Эй Раббы Хаким! Йәрүсәлимгә асыуыңды түккәндә Исраилдың иҫән ҡалған барлыҡ халҡын һәләк итерһеңме? – тип ялбарҙым. 9 – Исраил һәм Йәһүҙә йортоноң гонаһы ифрат ҙур, – тине Ул миңә. – Был ер ҡанға батҡан, ҡала ғәҙелһеҙлек менән тулы. Улар: «Раббы был илде ташланы, Раббы күрмәй», – тиҙәр. 10 Мин иһә уларҙы һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен, ҡылғандарын үҙҙәренең башына төшөрәсәкмен. 11 Ул арала етен кейем кейгән, биленә яҙыу әсбаптары таҡҡан кеше кире килде һәм: – Һин бойорғандың бөтәһен дә эшләнем, – тип хәбәр итте. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia