Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 8 - Изге Яҙма


Раббы ҡорамында боттарға табыныу

1 Был хәл һөргөндә йәшәүебеҙҙең алтынсы йылында, алтынсы айҙың бишенсе көнөндә булды. Өйөмдә ултыра инем. Йәһүҙә аҡһаҡалдары ла минең янда ине. Шул саҡ миңә Раббы Хакимдың ҡулы ҡағылды.

2 Ҡараһам, кешегә оҡшаған берәүҙе күрҙем. Ҡиәфәте: билдән түбән яғы – ут һымаҡ, билдән юғары өлөшө ялҡынланып-ялтырап торған алтын һымаҡ ине.

3 Ул, ҡулға оҡшаған бер нәмә һуҙып, башымдағы сәсемдән эләктереп алды. Рух мине ер менән күк араһына күтәрҙе лә Алланан иңгән күренмештә Йәрүсәлимгә, ҡорамдың эске ихатаһының төньяҡҡа ҡараған ҡапҡаһы төбөнә алып барҙы. Унда Алланың сикһеҙ ярһыуын ҡуҙғатҡан бот тора ине.

4 Теге ваҡытта үҙәндә күргәндәге кеүек, алдымда Исраил Аллаһы шөһрәте ине.

5 Алла миңә: – Эй әҙәм улы, төньяҡҡа ҡара, – тине. Мин төньяҡҡа ҡараным. Раббының сикһеҙ ярһыуын ҡуҙғатҡан теге бот ҡорбан усағы янындағы ҡапҡаның төньяғында, ингән ерҙә, тора ине.

6 Раббы миңә: – Эй әҙәм улы, һин уларҙың нимә эшләгәндәрен күрәһеңме? Мине Изге торлағымдан алыҫлаштырыр өсөн Исраил халҡы бында күп әшәкелектәр ҡыла. Әле һин бынан да ерәнгесерәк нәмәләр күрерһең, – тине.

7 Ул мине ихатаға инә торған ҡапҡа төбөнә алып килде. Ҡарағайным, диуарҙа бер тишек күрҙем.

8 Ул миңә: – Эй әҙәм улы, диуарҙағы тишекте ҙурайт, – тине. Мин диуарҙағы тишекте ҙурайттым, шунда ниндәйҙер бер ишеккә тап булдым.

9 Алла миңә: – Эскә ин дә улар бында ҡылған ерәнгес эштәрҙе күр, – тине.

10 Мин эскә индем. Ҡараһам: диуарға һәр яҡлап төрлө һөйрәлеүселәрҙең, ерәнгес хайуандарҙың, Исраил йорто табынған бөтә боттарҙың һүрәттәре уйылған ине.

11 Улар алдында Исраил аҡһаҡалдарынан етмеш кеше тора. Шафан улы Яазанъяһ та – улар араһында. Һәр береһенең ҡулында төтәҫләгес бар; хуш еҫле төтөн болот булып өҫкә күтәрелә.

12 Раббы миңә: – Эй әҙәм улы, Исраил халҡының аҡһаҡалдары һәр береһе үҙҙәренең ҡараңғы бүлмәләрендә үҙҙәренең боттары алдында нимә эшләгәнен күрәһеңме? – тине. – Улар: «Раббы беҙҙе күрмәй. Раббы илде ташланы», – тиҙәр.

13 Шунан Раббы миңә: – Әле уларҙың бынан да ерәнгесерәк эштәрен күрерһең, – тине.

14 Ул мине Раббы ҡорамының төньяҡтағы ҡапҡаһына ингән урынға алып килде. Унда мин Таммуз өсөн илап ултырған ҡатындарҙы күрҙем.

15 – Эй әҙәм улы, быны күрҙеңме? Әле бынан да ерәнгесерәк нәмәләр күрәсәкһең, – тине Ул.

16 Ул мине Раббы ҡорамының эске ихатаһына алып инде. Ҡорамға ингән урында, айуан менән ҡорбан усағы араһында, егерме бишләп ир Раббы ҡорамына арҡаларын ҡуйғандар ҙа, йөҙҙәре менән көнсығышҡа боролоп, ҡояшҡа сәждә ҡылалар.

17 Ул миңә былай тине: – Күрәһеңме, әҙәм улы? Йәһүҙә йортоноң бында эшләгән әшәкелектәре етмәгән, улар илде йәбер-золом менән тултырҙылар һәм Минең асыуымды арттыралар. Ҡара, нисек итеп ботаҡты танауҙарына килтерәләр!

18 Шуға күрә Мин дә уларға ҡарата асыу менән эш итәсәкмен, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Инде Мине ни тиклем ҡысҡырып саҡырһалар ҙа, ҡолаҡ һалмаясаҡмын.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan