Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 7 - Изге Яҙма


Исраилға һәләкәт яҡынлашыуы

1 Миңә Раббы һүҙе булды:

2 – Эй әҙәм улы, Раббы Хаким Исраил тупрағына былай тип белдерә: «Ахыры етте! Илдең дүрт тарафының да ахыры етте.

3 Эй Исраил, инде һинең көнөң бөттө! Һиңә асыуымды түгәм. Тотҡан юлың өсөн һиңә хөкөм ҡылам, Бөтә әшәкелектәрең өсөн язалайым.

4 Мин һине йәлләп тормам, шәфҡәт күрһәтмәм. Тотҡан юлдарыңа күрә язалармын, Ерәнгес эштәреңдең әжерен аласаҡһың. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ».

5 Раббы Хаким былай ти: «Бына, бәлә артынан бәлә! Дәһшәтле бәлә килә.

6 Көнөң бөттө! Еттең ахырыңа! Бына ул һиңә яҡыная.

7 Ҡаза килеп етте, эй был илдә йәшәүселәр! Ваҡыт етте! Тауҙарҙа һөйөнөс ауаздары түгел, ҡурҡыу тауыштары хөкөм һөргән көн килде!

8 Оҙаҡламай ярһыуымды өҫтөңә түңкәрәсәкмен, асыуымды бушатасаҡмын. Ҡылғандарыңа күрә хөкөм итеп, әшәкелектәреңдең ҡоһорон ҡайтарасаҡмын.

9 Һине һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Тотҡан юлдарыңа күрә язалаясаҡмын, ерәнгес эштәреңдең әжерен аласаҡһың. Шунда һине язалаусының Мин Раббы икәнен белерһегеҙ.

10 Бына ул көн етте! Килде ул һәләкәт! Хөкөм таяғы сәскә атты, тәкәбберлек сәскәләнде.

11 Золом яуызлыҡ таяғына әүерелде. Уларҙан бер нәмә лә ҡалмаясаҡ: бихисап кешеләре лә, байлыҡтары ла, өҫтөнлөктәре лә юҡҡа сығасаҡ.

12 Шул ваҡыт етте! Ул көн яҡынлашты! Һатып алған – һөйөнмәһен, һатҡан – көйөнмәһен, сөнки бөтә был өйөрҙөң өҫтөнә асыуым түгеләсәк.

13 Хатта тере ҡалған осраҡта ла, һатыусы һатҡан еренә кире ҡайтмаясаҡ, сөнки был өйөр тураһында Алланан иңгән был күренмеш үҙгәртелмәйәсәк. Енәйәттәре арҡаһында уларҙың береһе лә йәндәрен һаҡлап ҡала алмаясаҡ.

14 Борғолар ҡысҡыртылды, бөтә нәмә лә әҙерләнде. Әммә бер кем дә һуғышҡа китмәйәсәк, сөнки асыуым бөтә был өйөр өҫтөнә ябырыла.

15 Тышта – ҡылыс, эстә – аслыҡ менән ҡырғын. Ҡырҙағылар ҡылыстан үлер, ҡалалағылар аслыҡтан һәм ҡырғындан ҡырылыр.

16 Иҫән ҡалғандар үҙәндәге күгәрсендәр кеүек тауҙарға ҡасыр, һәр береһе үҙ гонаһы өсөн һыҡрар.

17 Ҡулдары һәленеп төшөр, теҙҙәре быуынһыҙланыр.

18 Ҡайғы кейеменә уранырҙар, ҡурҡыуға ҡалырҙар, йөҙҙәренә оялыу яғылыр, баштары ҡырылыр.

19 Көмөштәрен урамға сығарып ташларҙар, алтындары нәжес әйбер һымаҡ булыр. Раббының асыуы түгелгән көндә уларҙы алтын менән көмөш ҡотҡара алмаҫ, тамағын туйҙырмаҫ, ҡорһаҡтарын тултырмаҫ, алтын менән көмөш уларҙы гонаһҡа һөйрәкләгән абыныу ташы булды.

20 Биҙәүестәренең гүзәллегенә ғорурландылар, уларҙан ерәнгес боттарының һындарын эшләнеләр. Шуға күрә лә ул әйберҙәрҙе кешеләр өсөн нәжес нәмәгә әйләндерәм.

21 Мин быларҙың барыһын да табыш малы итеп – ят ҡәүемдәргә, яумал итеп донъялағы яуыз әҙәмдәрҙең ҡулына бирәм дә уларҙы нәжесләйәсәктәр.

22 Мин был халыҡтан ситкә бороласаҡмын. Минең ғәзиз урыным нәжесләнер, эсенә талаусылар инеп нәжесләр уны.

23 Үҙегеҙгә сынйыр әҙерләгеҙ, сөнки ил – ҡанлы енәйәттәр, ҡала яуызлыҡ менән тулды.

24 Йорттарын тартып алһындар өсөн ҡәүемдәрҙең иң яһилдарын килтерәсәкмен. Мин көслөләрҙең тәкәбберлегенә сик ҡуясаҡмын, уларҙың изге урындары нәжесләнәсәк.

25 Дәһшәт килгәс, улар именлек эҙләр, ләкин таба алмаҫ.

26 Бәлә өҫтөнә – бәлә, яман хәбәр артынан яман хәбәр килер. Пәйғәмбәрҙәрҙән Раббының күренмештәрен һорап ялбарырҙар; ҡаһин ҡанун өйрәтмәҫ, аҡһаҡалдар кәңәш бирмәҫ.

27 Батша ҡайғыға батыр, хакимдар сараһыҙлыҡҡа төшөр, ил халҡының ҡурҡыштан ҡулдары ҡалтырар. Уларҙы тотҡан юлдарына күрә язалаясаҡмын, үҙҙәренең хөкөмө менән хөкөм итәсәкмен. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan