Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 6 - Изге Яҙма


Исраил тауҙарында боттарға табыныусылар

1 Миңә Раббы һүҙе булды:

2 – Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Исраил тауҙарына табан бор ҙа уларға ҡаршы пәйғәмбәрлек итеп әйт:

3 «Эй Исраил тауҙары, Раббы Хакимдың һүҙен тыңлағыҙ! Раббы Хаким тауҙарға, ҡалҡыулыҡтарға, тарлауыҡтарға һәм үҙәндәргә былай ти: „Бына, Мин өҫтөгөҙгә ҡылыс ебәрәм, табыныу ҡалҡыулыҡтарығыҙҙы юҡҡа сығарам.

4 Ҡорбан усаҡтарығыҙ емерелер, хуш еҫ ҡорбандары төтәткән усаҡтарығыҙ ватылыр. Үлтерелгәндәрегеҙҙең мәйеттәрен боттарығыҙ алдына ырғытасаҡмын.

5 Исраилдарҙың мәйеттәрен боттары алдына ташлаясаҡмын, һөйәктәрегеҙҙе ҡорбан усаҡтарығыҙ тирәһенә һибеп һаласаҡмын.

6 Һеҙ йәшәгән бөтә урындарҙа ҡалалар харабаға әйләнер, табыныу ҡалҡыулыҡтары емерелер, шунлыҡтан ҡорбан усаҡтарығыҙ боҙолор, боттарығыҙ ватылыр һәм юҡ ителер, хуш еҫ төтәтә торған усаҡтарығыҙ ҡыйратылыр, үҙ ҡулдарығыҙ менән эшләгән бөтә нәмәләрегеҙ юҡҡа сығыр.

7 Арағыҙҙа йәндәре ҡыйылғандар ергә ҡолар. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.

8 Әммә Мин ҡайһы берәүҙәрегеҙҙе иҫән ҡалдырасаҡмын. Төрлө илдәр, ҡәүемдәр араһына һибелгән ҡайһы берҙәрегеҙ ҡылыстан ҡотолор.

9 Иҫән ҡалғандарығыҙ үҙҙәрен әсирлеккә алған халыҡтар араһында йәшәгәндә Мине иҫтәренә төшөрөр. Минән ситкә боролған фәхеш йөрәктәренең, боттарға текләгән аҙғын күҙҙәренең Мине ҡайғыға һалғанын аңлар. Шул саҡ улар ҡылған яуызлыҡтары, әшәкелектәре өсөн үҙҙәренән үҙҙәре ерәнерҙәр һәм

10 Минең Раббы икәнемде белерҙәр. Уларға был ҡазаны килтерәсәкмен тип юҡҡа ғына әйтмәнем Мин“».

11 Раббы Хаким былай ти: «Ҡулыңды ҡулға һуғып, аяҡ тибеп әйт: „Бөтә яман һәм ерәнгес эштәре арҡаһында Исраил халҡына – ҡайғы!“ Улар ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан һәләк буласаҡ.

12 Алыҫтағылар ҡырғындан ҡырылыр, яҡындағылар ҡылыстан йығылыр, ҡотолоп ҡалғандар аслыҡтан үлер. Уларға булған асыуымды шулай сығарасаҡмын.

13 Уларҙың үлектәре боттары араһында, ҡорбан усаҡтары тирәһендә, һәр бер табыныу ҡалҡыулығында, тау түбәләрендә, суҡ япраҡлы һәр ағас, тарбаҡлы һәр имән аҫтында, боттарына арнап хуш еҫ төтәткән һәр урында аунап ятыр. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.

14 Мин уларға ҡаршы ҡулымды күтәрәм, сүлдән Ривлаға тиклем улар йәшәгән бөтә урындарҙа илде харабаға һәм ташландыҡ ергә әйләндерәм. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белерҙәр».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan