Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 46 - Изге Яҙма

1 Раббы Хаким былай ти: «Эске ихатаның көнсығыш ҡапҡаһы – алты эш көнөндә ябыҡ, шәмбе көндәрендә һәм Яңы ай байрамдарында асыҡ булырға тейеш.

2 Хаким тышҡы ихата яғынан, ҡапҡа айуанынан инер ҙә ҡапҡа бағанаһы янына баҫыр. Ҡаһиндар уның тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарын тәҡдим итер. Хаким, ҡапҡа тупһаһында тороп, Раббыға сәждә ҡылыр, шунан килгән юлынан сығып китер. Ә ҡапҡа кискә тиклем ябылмаһын.

3 Һәр шәмбе көнөндә һәм Яңы ай байрамдарында ил халҡы, ошо ҡапҡа алдында тороп, Раббыға сәждә ҡылһын.

4 Шәмбе көндө, хаким Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп, кәмселекһеҙ алты һарыҡ бәрәсе һәм бер һарыҡ тәкәһе килтерергә тейеш.

5 Хаким тәкә менән бергә бер эфа он, ә бәрәстәр менән күпме теләй шул тиклем он алып килер. Һәр эфа икмәк саҙаҡаһы менән бергә бер һин зәйтүн майы бирелергә тейеш.

6 Яңы ай байрамында кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ, кәмселекһеҙ алты һарыҡ бәрәсе һәм бер һарыҡ тәкәһе килтерһен.

7 Башмаҡ һәм тәкә менән бергә, икмәк саҙаҡаһы итеп, берәр эфа он, ә бәрәстәр менән бергә үҙе теләгән күләмдә он бирһен. Һәр эфа он менән бергә бер һин зәйтүн майы бирелергә тейеш.

8 Хаким эскә ингәндә ҡапҡа айуаны аша керер һәм шул уҡ юлдан кире сығыр.

9 Ил халҡы байрамдарҙа Раббы хозурына сәждә ҡылыр өсөн килгәндә, төньяҡ ҡапҡанан ингәндәре – көньяҡ ҡапҡанан, көньяҡ ҡапҡанан ингәндәре төньяҡ ҡапҡанан сығыр. Һис кем ингән ҡапҡаһынан сығырға тейеш түгел, ә ҡаршы яҡ ҡапҡанан сыҡһындар.

10 Хаким халыҡ араһында булһын. Халыҡ менән бергә инһен һәм халыҡ менән бергә сыҡһын.

11 Байрамдарҙа һәм билдәләнгән тантаналарҙа бер башмаҡ һәм бер тәкә менән бергә – берәр эфа, ә бәрәстәр менән бергә теләгән тиклем икмәк саҙаҡаһы килтерелһен. Һәр эфа икмәк саҙаҡаһы менән бергә бер һин зәйтүн майы бирелһен.

12 Хаким Раббыға үҙ ихтыяры менән тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары бирергә теләһә, уға көнсығыштағы ҡапҡаны асырға тейештәр. Тотош яндырыу ҡорбанын һәм татыулыҡ ҡорбанын ул шәмбе көнөндәге кеүек тәҡдим итер. Шунан һуң хаким сығып китер һәм, ул сыҡҡандан һуң, ҡапҡаны бикләрҙәр.

13 Һәр көн, Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп, кәмселекһеҙ бер йәшлек һарыҡ бәрәсе килтер, һәр көн иртән, килтер уны.

14 Уның менән бергә һәр көн иртән, икмәк саҙаҡаһы булараҡ, эфаның алтынан бер өлөшөн тәшкил иткән он һәм онға бутау өсөн һиндың өстән бер өлөшөн тәшкил иткән зәйтүн майы килтер. Раббыға икмәк саҙаҡаһы килтереү тураһында мәңгелек ҡағиҙә бына шундай.

15 Һәр көн иртән, тотош яндырыу ҡорбаны итеп, һарыҡ бәрәсе, икмәк саҙаҡаһы һәм зәйтүн майы килтерелергә тейеш».


Хакимдың биләмәһенә бәйле ҡанундар

16 Раббы Хаким былай ти: «Әгәр ҙә хаким улдарының береһенә үҙенең мөлкәтенән биләмәгә ер бүләк итһә, был ер улының улдарына ла мираҫ булып ҡалырға тейеш. Был мөлкәт уларҙың мираҫы буласаҡ.

17 Әгәр хаким хеҙмәтселәренең береһенә үҙенең мөлкәтенән биләмәгә ер бүләк итһә, был биләмә азатлыҡ йылына тиклем генә хеҙмәтсенеке буласаҡ, артабан хакимдың үҙенә кире ҡайтарыласаҡ. Хакимдың ерҙәре бары тик улдарына ғына күсә, уларҙыҡы ғына була ала.

18 Хаким, халыҡты биләмәләренән ҡыуып сығарып, уларҙың ерҙәрен үҙенә ала алмай. Улдарына бары тик үҙенең биләмәһен генә мираҫ итеп бирә ала. Халҡымдан бер кем дә үҙ биләмәһенән ҡыуып сығарылырға тейеш түгел».


Ҡорамдағы бешеренеү урыны

19 Шунан һуң теге кеше мине ҡапҡа эргәһендәге инеү урынынан ҡаһиндарға тәғәйенләнгән изге бүлмәләргә алып килде. Улар төньяҡҡа ҡарап тора ине. Был бүлмәләрҙән һуң көнбайышта бер урын бар ине.

20 Ул миңә: – Был – ҡаһиндарҙың ғәйеп ҡорбаны һәм гонаһ ҡорбаны иттәрен, икмәк саҙаҡаларын бешерә торған урын, – тине. – Кешеләр был изге ризыҡҡа теймәһен өсөн, ул тышҡы ихатаға сығарылырға тейеш түгел.

21 Шунан ул мине тышҡы ихатаға алып сыҡты, ихатаның дүрт мөйөшөнә лә йөрөтөп күрһәтте. Һәр бер мөйөшөндә бәләкәсерәк ихата бар ине.

22 Тышҡы ихатаның дүрт мөйөшөндә ҡырҡ терһәк оҙонлоғонда, утыҙ терһәк киңлегендә ҡоймаланған ихаталар бар, һәм барыһы ла бер үк үлсәмдә ине.

23 Дүрт ихатаны ла таш диуар уратҡан, диуарҙың эргәһендә ашарға бешерә торған урындар бар ине.

24 Ул кеше миңә: – Былар – ҡорамда хеҙмәт итеүселәр халыҡ килтергән ҡорбан иттәрен бешерә торған йорттар, – тине.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan