Зөлкифел 45 - Изге ЯҙмаРаббының Исраилдағы өлөшө 1 Йәрәбә буйынса ерҙе биләмәләргә бүлгән саҡта, Раббыға саҙаҡа рәүешендә ерҙән өлөш итеп оҙонлоғо егерме биш мең, киңлеге егерме мең терһәк булған изге бер биләмә бүлеп бирегеҙ. Был биләмә тулыһынса изге һаналһын. 2 Шул ерҙән Изге торлаҡ өсөн оҙонлоғо менән киңлеге биш йөҙ терһәк булған бер дүрткел урын бүлеп алынһын, уның тирә-яғында илле терһәккә тиң буш ер ҡалдырылһын. 3 Был бүлемдән оҙонлоғо егерме биш мең терһәк, киңлеге ун мең терһәк үлсәп алынһын. Изге торлаҡ – иң мөҡәддәс урын – ошонда буласаҡ. 4 Был илдең мөҡәддәс өлөшө булыр. Был ер Изге торлаҡта Раббы хозурында хеҙмәт иткән ҡаһиндарҙыҡы булыр. Ҡаһиндарҙың өйҙәре лә, Изге торлаҡ өсөн мөҡәддәс урын да ошонда булыр. 5 Ҡорамда хеҙмәт иткән левиҙәргә милек итеп егерме биш мең терһәк оҙонлоҡта һәм ун мең терһәк киңлектә ер бирелер. Был ерҙәр улар йәшәйәсәк ҡалалар өсөн бирелһен. 6 Раббыға тәғәйенләнгән изге ерҙең ҡаршыһында оҙонлоғо – егерме биш мең, киңлеге биш мең терһәк ерҙе ҡала өсөн ҡалдырығыҙ, ул бөтә Исраил халҡы өсөн буласаҡ. 7 Изге биләмәгә төшкән өлөш менән ҡалаға төшкән өлөштөң ике яғындағы ерҙәр хакимға бирелһен. Был ерҙәр көнбайыштан – көнбайышҡа, көнсығыштан көнсығышҡа табан һуҙылыр һәм көнбайыш сиктән көнсығыш сиккә тиклем оҙонлоғо бер Исраил ырыуына төшкән биләмә тиклем булыр. 8 Был ер Исраил иле хакимының биләмәһе булыр. Бынан ары хакимдарым Минең халҡыма золом ҡылмаҫ, Исраилдағы ырыуҙарға ҡалған ерҙе бүлеп бирер. Хаким тураһындағы ҡағиҙәләр 9 Раббы Хаким былай ти: «Етер һеҙгә, Исраил хакимдары! Яуызлыҡ ҡылыуҙы һәм иҙеүҙе ташлағыҙ, ғәҙел хөкөм һәм хаҡлыҡ ҡылығыҙ. Халҡымды үҙ тупраҡтарынан ҡыҫырыҡлап сығарыуҙан туҡтағыҙ, – тип белдерә Раббы Хаким. – 10 Дөрөҫ үлсәүҙәр менән үлсәгеҙ. Ҡулланған эфа ла, бат та дөрөҫ булһын. 11 Эфа менән бат бер үк үлсәмдә булһын. Бат – бер хомерҙың ундан бер өлөшөн, эфа ла хомерҙың ундан бер өлөшөн тәшкил итһен. Икеһенең дә үлсәме хомерға ҡарата булһын. 12 Бер шекел егерме гераға бәрәбәр булһын. Егерме шекел, егерме биш шекел, ун биш шекел йәмғеһе бер мина тәшкил итергә тейеш. Ҡорбандар һәм байрамдар 13 Бына һеҙ килтерергә тейешле саҙаҡа: һәр хомер бойҙайҙан – эфаның алтынан бер өлөшө тиклем бойҙай, һәр хомер арпанан эфаның алтынан бер өлөшө тиклем арпа бирегеҙ. 14 Зәйтүн майына килгәндә: һәр кор зәйтүн майынан баттың ундан бер өлөшөн бирегеҙ. Бер кор, хомер кеүек үк, ун бат тәшкил итә. 15 Исраилдың мул һыулы утлауҙарындағы көтөүҙән ике йөҙ һарыҡтан бер һарыҡ алыныр. Халыҡты гонаһтарынан паклар өсөн уларҙы тотош яндырыу ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы һәм татыулыҡ ҡорбаны итеп килтерегеҙ, – тип белдерә Раббы Хаким. – 16 Илдең барлыҡ халҡы был саҙаҡаны Исраил хакимына килтерергә тейеш. 17 Ә хакимдың бурысы – Яңы ай байрамдарында, шәмбе көндәрендә, Исраил халҡының бөтә байрамдарында тотош яндырыу ҡорбандары, икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандар менән тәьмин итеү. Исраил халҡын гонаһтарынан паклау өсөн килтерелгән гонаһ ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны менән тәьмин итеү – хакимдың эше». 18 Раббы Хаким былай ти: «Беренсе айҙың беренсе көнөндә, кәмселекһеҙ бер үгеҙ башмаҡ ҡорбан итеп, Изге торлаҡты пакла. 19 Ҡаһин, гонаһ ҡорбанының ҡанынан алып, ҡорамдың ишек яңаҡтарына, ҡорбан усағының сығып торған өлөшөнөң дүрт мөйөшөнә, эске ихатаның ҡапҡа бағаналарына һөртһөн. 20 Яңылышлыҡ менән йәки белмәйенсә гонаһ ҡылғандар өсөн ай һайын, айҙың етенсе көнөндә лә шулай эшлә. Ҡорамды шулай паклаясаҡһығыҙ. 21 Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә һеҙҙең Ҡотҡарылыу байрамы булыр. Уны ете көн байрам итегеҙ, ошо ваҡыт дауамында сөсө икмәк ашағыҙ. 22 Ул көндө хаким, үҙе һәм ил халҡы өсөн гонаһ ҡорбаны итеп, үгеҙ башмаҡ килтерһен. 23 Байрам ваҡытында ете көн буйы ул һәр көн, Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, кәмселекһеҙ ете үгеҙ башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе, гонаһ ҡорбаны булараҡ, бер кәзә тәкәһе килтерһен. 24 Икмәк саҙаҡаһы итеп, ул һәр үгеҙ башмаҡ һәм һарыҡ тәкәһе менән бергә берәр эфа ашлыҡ, һәр эфа өсөн бер һин зәйтүн майы килтерһен. 25 Етенсе айҙың ун бишенсе көнөндә башланған һәм ете көн барған байрамда хаким гонаһ һәм тотош яндырыу ҡорбандарын, икмәк саҙаҡаһын һәм зәйтүн майын көн һайын килтереп торһон». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia