Зөлкифел 43 - Изге ЯҙмаРаббы шөһрәтенең ҡорамға ҡайтыуы 1 Теге кеше мине көнсығышҡа ҡараған ҡапҡа янына алып килде. 2 Ҡараһам, көнсығыш яҡтан Исраил Аллаһының шөһрәте килә. Уның килеүенең тауышы ташҡын һыуҙарҙың шаулауы кеүек ине. Ер йөҙө Уның шөһрәтенән балҡып китте. 3 Был күренмеш Алла ҡаланы һәләк итергә килгән ваҡытта һәм Кевар йылғаһы буйында иңгән күренмештәргә оҡшаш ине. Мин йөҙтүбән ергә ҡапландым. 4 Раббының шөһрәте көнсығыш ҡапҡа аша ҡорамға инде. 5 Рух мине, аяҡҡа баҫтырып, эске ихатаға алып керҙе. Бына Раббының шөһрәте ҡорамды тултырҙы. 6 Теге кеше янымда тора ине, шул саҡ ҡорам эсенән үҙемә өндәшкәнде ишеттем. 7 Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, был – Минең тәхетемдең урыны, аяҡ табандарым тейгән, халҡым Исраил араһында Мин мәңге йәшәйәсәк урын. Бынан ары Исраил халҡы – улар үҙҙәре лә, батшалары ла – фәхешлектәре һәм батшаларҙы ерләү йолаһы менән Минең изге исемемде нәжесләмәҫ. 8 Улар, Минең менән үҙҙәре араһында бер генә диуар ҡалдырып, тупһаларын – Минең тупһама, ишек яңаҡтарын Минең ишек яңаҡтарына терәп ҡуйҙылар, ерәнгес ҡылыҡтары менән Минең изге исемемде нәжесләнеләр. Шуға күрә Мин, асыуым ҡабарып, уларҙы һәләк иттем. 9 Ә хәҙер улар аҙғынлыҡтарын, батшаларының мәйеттәрен Минең күҙ алдымдан алып китһен – шул саҡта Мин улар араһында мәңге йәшәрмен. 10 Эй әҙәм улы, һин, барып, Исраил халҡына был ҡорамды тасуирлап бир, улар ҡорамдың һыҙмаһы менән танышһындар. Ҡылған гонаһтарынан оялһындар. 11 Әгәр ҡылған ғәмәлдәренән оялһалар, уларға ҡорамдың күренешен, урынлашыуын, инеү-сығыу урындарын, бөтә рәүешен, ҡағиҙә-ҡанундарын аңлатып бир. Уларҙың күҙ алдында бер урынға яҙ, уның бөтә рәүеш-күренешен, ҡағиҙәләрен һаҡлаһындар һәм шулар буйынса эш итһендәр. 12 Бына ҡорамға ҡағылышлы ҡанун: тау түбәһе һәм тирә-яҡтағы бөтә урын – изгеләрҙән изге буласаҡ. Ҡорамдың ҡануны бына шул! Ҡорбан усағы 13 Терһәк менән үлсәгәндә (уның оҙонлоғо ғәҙәти терһәк һәм бер ус аяһынан ғибәрәт) ҡорбан усағының ҙурлығы былай: улағының тәрәнлеге һәм киңлеге – бер терһәк; ситтәре буйлап бер ҡарыш киңлектәге ҡыҫаһы бар. Ҡорбан усағының бейеклеге иһә түбәндәгесә: 14 усаҡтың ерҙәге улағынан алып аҫҡы һикәлтәһенә тиклем – ике терһәк, ә һикәлтәнең киңлеге – бер терһәк, аҫҡы һикәлтәнән алып өҫкө һикәлтәгә тиклем – дүрт терһәк, өҫкө һикәлтәнең иңе – бер терһәк. 15 Усаҡтың ҡорбан яғылған өҫкө бүлеменең бейеклеге – дүрт терһәк, дүрт мөйөшөнән дүрт мөгөҙ ҡалҡып тора. 16 Ҡорбан усағының өҫкө өлөшө дүрт мөйөшлө булып, уның иңе-буйы – ун икешәр терһәк. 17 Ҡорбан усағының өҫкө һикәлтәһе лә дүрт мөйөшлө: уның оҙонлоғо һәм киңлеге – ун дүртәр терһәк; ҡыҫаһының киңлеге – ярты терһәк, ә улағының тәрәнлеге – бер терһәк. Ҡорбан усағына менә торған баҫҡыс – көнсығыш яҡтан. 18 Теге кеше миңә әйтте: – Эй әҙәм улы, Раббы Хаким былай ти: «Ҡорбан усағын яһағандан һуң, унда тотош яндырыу ҡорбаны килтереү һәм ҡан һирпеү ҡағиҙәләре бына былай: 19 Минең хозурымда фәҡәт Садоҡ тоҡомонан булған леви ҡаһиндары ғына хеҙмәт итер. Һин уларға гонаһ ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ бир, – тип белдерә Раббы Хаким. – 20 Башмаҡтың бер аҙ ҡанын алып, ҡорбан усағының дүрт мөгөҙөнә, һикәлтәһенең дүрт мөйөшөнә, өҫкө һикәлтәнең дүрт мөйөшөнә, ҡорбан усағын уратып алған ҡыҫаға һөртөп сыҡ һәм шул рәүешле ҡорбан усағын таҙарт һәм пак ҡыл. 21 Гонаһ ҡорбаны өсөн тәғәйенләнгән башмаҡты ал да ҡорам ихатаһынан тышта, билдәле бер ерҙә, изге урындан ситтә яндыр. 22 Икенсе көндө гонаһ ҡорбаны булараҡ кәмселекһеҙ кәзә тәкәһе килтер. Ҡорбан усағын үгеҙ башмаҡ ҡаны менән нисек таҙартҡан булһаң, тәкәнең ҡаны менән дә шулай таҙарт. 23 Таҙартҡандан һуң, эре мал көтөүенән кәмселекһеҙ бер үгеҙ башмаҡ һәм ваҡ малдан бер һарыҡ тәкәһе килтер. 24 Уларҙы Раббы хозурына килтер. Ҡаһиндар, уларға тоҙ һибеп, Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ тәҡдим итһен. 25 Ете көн буйы көн дә гонаһ ҡорбаны булараҡ бер кәзә тәкәһе килтер. Шулай уҡ эре мал көтөүенән берәр үгеҙ башмаҡ һәм һарыҡ көтөүенән берәр һарыҡ тәкәһе алып кил. Уларҙың барыһы ла кәмселекһеҙ булһын. 26 Ете көн буйы ҡаһиндар ҡорбан усағын паклаһын һәм таҙартып бағышлаһын. 27 Ете көн үткәндән һуң, һигеҙенсе һәм артабанғы көндәрҙә, ҡаһиндар ҡорбан усағында тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарығыҙҙы тәҡдим итер. Шул саҡ Мин һеҙҙән ҡәнәғәт буласаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia