Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 42 - Изге Яҙма


Тышҡы ихаталағы бүлмәләр

1 Теге кеше мине, төньяҡтағы юл менән тышҡы ихатаға алып сығып, асыҡ урынға һәм бина ҡаршыһында, уларҙан төньяҡта урынлашҡан бүлмәләргә алып килде.

2 Был бүлмәләр урынлашҡан бинаның ишеге төньяҡҡа ҡарай һәм оҙонлоғо – йөҙ терһәк, киңлеге илле терһәк ине.

3 Бина бер яғы менән – эске ихатаның иңе егерме терһәк булған асыҡ урынына, икенсе яғы менән ҡорамдың тышҡы ихатаһының таш юлына ҡарап тора ине. Ул өс ҡатлы ине һәм галереялар береһе өҫтөнә береһе урынлашҡайны.

4 Бүлмәләр алдында эске яҡтан инеү юлы бар; уның киңлеге – ун терһәк, ә оҙонлоғо – йөҙ терһәк; бүлмәләрҙең ишектәре төньяҡҡа ҡарай.

5 Өҫкө ҡаттағы бүлмәләр түбәнге һәм урталағы ҡаттағыға ҡарағанда тарыраҡ, сөнки улар алдындағы коридорҙар түбәнге һәм урта бүлмәләрҙекенә ҡарағанда киңерәк урын алып тора.

6 Өсөнсө ҡаттағы бүлмәләрҙең, ихаталағы һымаҡ, бағаналары юҡ, шуға күрә уларҙың иҙәне түбәнге һәм урта ҡаттағы бүлмәләрҙекенән аҙыраҡ урын алып тора.

7 Был бүлмәләргә һәм тышҡы ихатаға параллель бер тышҡы диуар бар ине. Уның оҙонлоғо – илле терһәк.

8 Шулай итеп, тышҡы ихата буйындағы бүлмәләрҙең оҙонлоғо илле терһәк кенә булып, ҡорамға ҡараған бүлмәләрҙеке йөҙ терһәк ине.

9 Был бүлмәләргә аҫтан, тышҡы ихатанан, инер өсөн көнсығыш яҡта инеү урыны бар.

10 Көньяҡта, тышҡы ихата диуарының буйынан-буйына, бина менән асыҡ урын эргәһендә бүлмәләр урынлашҡан,

11 улар алдында ла инә торған юл бар. Бүлмәләрҙең оҙонлоғо, киңлеге, сығыр юлдары, урынлашыу тәртибе лә, ишектәре лә төньяҡтағы бүлмәләргә оҡшаған ине.

12 Көньяҡтағы бүлмәләргә көнсығыштан, һаҡлаусы диуарға параллель булған инеү юлының башында урынлашҡан ҡапҡанан үтергә кәрәк.

13 Шунан һуң ул кеше миңә: – Асыҡ урын ҡаршыһындағы төньяҡ һәм көньяҡ бүлмәләр – изге бүлмәләр, – тине. – Раббы хозурында хеҙмәт иткән ҡаһиндар ҡорбан итеп килтерелгән иң изге ризыҡтарҙы шунда ашарҙар. Иң изге ҡорбандарҙы: икмәк саҙаҡаһын, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандарын – шунда ҡуясаҡтар, сөнки был урын изге.

14 Ҡаһиндар тышҡы ихатаға сыҡҡан саҡта Изге урында ғибәҙәт ҡылғанда кейгән кейемдәрен сисергә тейеш, сөнки был кейемдәр изге. Халыҡҡа торорға рөхсәт ителгән урынға сыҡҡанға тиклем улар башҡа кейем кейергә тейеш.

15 Ҡорам биләмәһенең эске яғын үлсәп бөтөргәс, ул мине көнсығышҡа ҡараған ҡапҡанан алып сығып, ҡорам биләмәһен тышҡы яҡтан үлсәй башланы.

16 Көнсығыш яғын үлсәү таяғы менән үлсәне, бөтәһе биш йөҙ терһәк ине.

17 Төньяҡтан үлсәне: барлығы биш йөҙ терһәк булды.

18 Көньяҡтан үлсәне: биш йөҙ терһәк булды.

19 Шунан көнбайышҡа ҡараған яҡҡа боролдо һәм таяғы менән уны үлсәне, биш йөҙ терһәк булды.

20 Шул рәүешле, ул ҡорам биләмәһен һәр дүрт яҡтан үлсәп сыҡты. Изге урынды изге булмаған урындан айырыу өсөн ихата тирәләй буйы һәм иңе бишәр йөҙ терһәк булған диуар ҡоролғайны.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan