Зөлкифел 41 - Изге Яҙма1 Бынан һуң ул кеше мине ҡорам залына алып инде һәм ингән ерҙәге диуарҙарҙы үлсәне – һәр ике яҡтан да уларҙың ҡалынлығы алты терһәк ине. 2 Ишектең уйымы ун терһәк булып, һәр ике яғындағы диуарҙарҙың оҙонлоғо бишәр терһәк ине. Шунан ул залды үлсәне – уның оҙонлоғо ҡырҡ терһәк, киңлеге егерме терһәк булды. 3 Шунан ул эске бүлмәгә үтте, ишек янындағы бағаналарҙы үлсәне – уларҙың ҡалынлығы ике терһәк ине. Ишектең уйымы алты терһәк булып, һәр ике яғындағы диуарҙарының оҙонлоғо ете терһәк ине. 4 Унан оҙонлоғо һәм киңлеге ҡорам залы һымаҡ егерме терһәк булған эске бүлмәне үлсәне һәм миңә: – Был – Иң мөҡәддәс урын, – тине. 5 Ҡорамдың диуарын үлсәне, ҡалынлығы алты терһәк ине. Ҡорам тирәләй урынлашҡан бүлмәләрҙең киңлеге дүртешәр терһәк булды. 6 Ян бүлмәләр береһе өҫтөндә береһе өсәр рәт урынлашып, һәр рәттә утыҙар бүлмә ине. Ҡорам диуары буйлап яһалған сығынтылар ян бүлмәләргә терәк булараҡ хеҙмәт итә; шулай итеп, бүлмәләр ҡорам диуарына терәлеп тормай ине. 7 Һәр рәттәге ян бүлмәләр аҫҡыһынан киңерәк итеп эшләнгән. Ҡорамды әйләндереп алған әлеге бүлмәләр өҫкә табан киңәйә бара. Баҫҡыс буйлап түбәнге ҡаттан урталағы ҡатҡа, унан өҫкө ҡатҡа менергә. 8 Мин ҡорам нигеҙенең күтәртеберәк эшләнгәнен һәм ян бүлмәләр өсөн нигеҙ булып торғанын күрҙем. Нигеҙҙең бейеклеге бер таяҡ, йәғни алты тулы терһәк тәшкил итә ине. 9-10 Ян бүлмәләрҙең тышҡы диуарының ҡалынлығы биш терһәк ине. Ян бүлмәләр менән ҡаһин бүлмәләре араһында ҡорам тирәләй киңлеге егерме терһәк асыҡ урын бар. 11 Ян бүлмәләрҙән ул асыҡ урынға сыҡҡан ишектәре икәү: береһе – көньяҡтан, икенсеһе – төньяҡтан. Уларҙы әйләндереп алған сығынҡы өлөшө биш терһәк киңлектә ине. 12 Ҡорамдың көнбайышындағы асыҡ урынға ҡараған бер бина бар ине. Уның киңлеге – етмеш, оҙонлоғо – туҡһан, ә диуарҙарының ҡалынлығы биш терһәк ине. 13 Артабан ул ҡорамдың оҙонлоғон үлсәне – йөҙ терһәк булды. Көнбайыштағы асыҡ урын менән бинаның оҙонлоғо ла – диуарҙары менән бергә – шулай уҡ йөҙ терһәк ине. 14 Ҡорамдың көнсығышҡа ҡараған алғы яғы, шундағы асыҡ урынды ла индереп, йөҙ терһәк киңлектә ине. 15 Ул кеше ҡорам артындағы асыҡ урынға ҡараған бинаны үлсәне. Әлеге бинаның оҙонлоғо йөҙ терһәк булды; уның ике яҡтан галереялары бар ине. Ҡорамдың эске өлөшө, ихатаға сыға торған айуан, 16-18 тупһалар, рәшәткәле тәҙрәләр, өс ярустың һәр береһен уратып алған коридорҙар ағас менән көпләнгән. Иҙәндән алып диуарҙың тәҙрәгә тиклемге өлөшө, ишектән юғары өлөшө, тәҙрәләрҙең әйләнәһе ағастан эшләнгән. Ҡорамдың эске һәм алғы бүлмә диуарҙары тотош кируб һәм хөрмә ағасы һүрәттәре менән ырып биҙәлгән: хөрмә ағасы һәм кируб һүрәттәре сиратлашып килә. Һәр кирубтың ике йөҙө бар. 19 Бер яҡтағы хөрмәгә ҡараған йөҙө – кешенеке, ә икенсе яҡтағы хөрмәгә ҡарағаны – арыҫлан йөҙө. Ҡорам тотош шулай биҙәлгәйне. 20 Кируб һәм хөрмә ағасы һүрәттәре диуарҙарҙы шулай иҙәндән алып ишек өҫтөнә тиклем биҙәп тора ине. 21 Ҡорам залының ишек яңаҡтары дүрткел булып, Иң мөҡәддәс урындыҡы ла нәҡ шулай ине. 22 Бейеклеге өс терһәк, оҙонлоғо ике терһәк булған ҡорбан усағы – уның мөгөҙҙәре, нигеҙе, ян яҡтары – ағастан эшләнгән. Теге кеше миңә: – Был – Раббы хозурындағы өҫтәл, – тине. 23 Ҡорам залына һәм Иң мөҡәддәс урынға инә торған ишектәр ике яҡҡа асмалы ине. 24 Һәр ишек ике яҡҡа асмалы, һәр ишектә – күгәнгә эленгән ике ҡапҡас. 25 Диуарҙарҙағы кеүек үк, ҡорам залының ишектәре лә кирубтар һәм хөрмә ағасы һүрәттәре менән ырып биҙәлгән. Айуан алдында тышҡы яҡтан ағас рәшәткә-кәртә бар. 26 Айуандың ян-яҡтарында рәшәткәле тәҙрәләр яһалған, диуарҙарының һәр ике яғы хөрмә ағасы һүрәттәре менән ырып биҙәлгән, шулай ук ҡорамдың ян бүлмәләре алдында ла рәшәткә-кәртәләр бар ине. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia