Зөлкифел 4 - Изге ЯҙмаЙәрүсәлимдең ҡамауҙа ҡаласағы тураһында пәйғәмбәрлек 1 Эй әҙәм улы, бер кирбес алып, уны алдыңа ҡуй ҙа өҫтөнә Йәрүсәлим ҡалаһын төшөр. 2 Рәсемдәге ҡаланы ҡамап ал: нығытмалар төҙө, уба яһа, тупламдар ҡор, һәр тарафтан диуар емерә торған ҡоролмалар урынлаштыр. 3 Шунан тимер таба ал. Уны үҙең менән ҡала араһына тимер диуар кеүек итеп ҡуй ҙа йөҙөңдө уға табан бор. Әйҙә, ҡала ҡамалышта булһын, уны һин ҡамалышта тотасаҡһың! Был Исраил нәҫеле өсөн билдә булыр. 4 Шунан һулаҡай ҡабырғаңа ят, Исраил халҡының гонаһын йөкмә. Ошо яғыңда нисә көн ятаһың, шунса ваҡыт уларҙың гонаһтарын өҫтөңдә күтәрәсәкһең. 5 Уларҙың гонаһ ҡылған йылдарының һанына күрә Мин һиңә көндәр билдәләнем. Һин өс йөҙ туҡһан көн буйы Исраил халҡының гонаһтарын өҫтөңдә күтәрәсәкһең. 6 Билдәләнгән ваҡыт тулғандан һуң, уң яғыңа әйләнеп ят, Йәһүҙә халҡының гонаһтарын өҫтөңдә күтәр. Һинең өсөн ҡырҡ көн – һәр йыл өсөн берәр көн билдәләнем. 7 Йөҙөңдө ҡамауҙағы Йәрүсәлимгә табан бор, еңеңде төр ҙә, ҡулыңды күтәреп, уға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит. 8 Бына, ҡамалыу көндәрең тамамланғанға тиклем бер ҡабырғаңдан икенсеһенә әйләнеп ята алмаһын тип, Мин һине бау менән бәйләп һалам. 9 Бойҙай, арпа, ҡара борсаҡ, яҫмыҡ, тары, борай ал да бер һауытҡа һал. Һин уларҙан үҙеңә икмәк бешер. Бер ҡабырғаңда ятҡан өс йөҙ туҡһан көн буйы уны ашаясаҡһың. 10 Бер көнлөк ризығың егерме шекел булырға тейеш. Уны көн һайын бер генә ваҡытта ашарһың. 11 Һыуҙы ла үлсәп кенә эс, бер һиндың алтынан бер өлөшө күләмендә бер үк ваҡытта эс. 12 Ризығыңды арпа көлсәһе һымаҡ ашарһың. Уларҙы кеше күҙе алдында, әҙәм тиҙәге яғып, өҫтөндә бешер. 13 Раббы былай тине: – Мин Исраил халҡын башҡа ҡәүемдәр араһына һөргөнгә ебәргәс, улар шулай хәрәм икмәк ашаясаҡ. 14 Шунда мин: – Аһ, эй Раббы Хаким! – тип ялбарҙым. – Мин бер ваҡытта ла үҙемде бысратманым. Йәш сағымдан алып бөгөнгө көнгә тиклем үләкһә лә, йыртҡыс талап ташлаған итте лә ашаманым, ауыҙыма хәрәм ит ингәне юҡ! 15 Ул миңә: – Ярай, – тине. – Икмәгеңде, әҙәмдеке урынына мал тиҙәге яғып, өҫтөндә бешерергә рөхсәт итәм. 16 Йәнә Ул миңә: – Эй әҙәм улы, бына Мин Йәрүсәлимдәге ризыҡҡа сик ҡуям. Үлсәүле генә икмәкте хәүефләнеп ашарҙар, үлсәүле генә һыуҙы ҡурҡыу эсендә эсерҙәр, – тине. – 17 Ризыҡ менән һыу наҡыҫлығы арҡаһында кешеләр бер-береһенә ҡото осоп ҡараясаҡ, гонаһтары эсендә ҡоро һөйәккә ҡалып үләсәк. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia