Зөлкифел 38 - Изге ЯҙмаГогҡа ҡаршы пәйғәмбәрлек 1 Миңә Раббы һүҙе булды: 2 – Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Магог илендәге булған Мәшәхтең һәм Тувалдың баш хакимы Гогҡа табан бор ҙа уға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит. 3 Әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй Мәшәх менән Тувалдың баш хакимы Гог, Мин һиңә ҡаршымын! 4 Һине килгән юлыңдан кире борасаҡмын, теш ҡаҙналарыңа ырғаҡ кейҙерәсәкмен. Һине, бөтә ғәскәреңде, аттарыңды, һыбайлыларыңды, тотош ҡоралланған, эреле-ваҡлы ҡалҡандар тотҡан, ҡылыслы бөйөк сиреүеңде ҡыуып сығарасаҡмын. 5 Улар менән бергә һәр береһе ҡалҡанлы, торҡалы фарсыларҙы, куштарҙы, путтарҙы; 6 бөтә өйөрө менән Ғүмәрҙе, алыҫ төньяҡтан өйөрө менән Бейт-Тогарманы – һинең менән бик күп халыҡтарҙы ҡыуасаҡмын. 7 Әҙерлән һәм ҡораллан! Эргәңдә тупланған бөтә өйөрөң менән бергә әҙерлән. Һин уларҙы башлап барырһың. 8 Бик күп ваҡыттарҙан һуң һин саҡырылырһың. Йылдар уҙғас, һин һуғыштан арынып рәхәтлеккә сыҡҡан бер илгә һөжүм итәсәкһең. Ул илдең кешеләре, күмәк халыҡ араһынан йыйып алынып, оҙаҡ ваҡыт буш ятҡан Исраил тауҙарына кире ҡайтарылған һәм барыһы ла имен-аман тормош кисергән булыр. 9 Әммә һин ғәрәсәт кеүек уларға ябырыласаҡһың. Һин, бөтә ғәскәрҙәрең һәм һинең менән булған бик күп халыҡтар илде болот һымаҡ ҡаплап аласаҡһығыҙ». 10 Раббы Хаким былай ти: «Ул көндө башыңа бик күп уйҙар килер, һәм һин яуыз ниәт ҡороп 11 әйтерһең: „Диуарҙар менән уратып алынмаған ауылдары булған илгә, бер хәүефһеҙ рәхәт йәшәгән кешеләргә ҡаршы барайым. Уларҙың диуарҙары ла, ҡапҡалары ла, арҡыры биктәре лә юҡ. 12 Ҡәүемдәр араһынан йыйып алынған, емереклектәрҙе ҡабат торғоҙған, мал-тыуары һәм мөлкәте булған, донъя кендегендә йәшәгән был халыҡҡа ҡаршы ҡул һуҙып, талармын, табыш итеп алырмын“. 13 Шева һәм Дедан, Таршиш сауҙагәрҙәре һәм барлыҡ бай, һүҙе үтә торған кешеләре һинән: „Талар өсөн килдеңме? Яумал тупламаҡ, алтын-көмөш йыймаҡ, мал-мөлкәт тартып алмаҡ, мул табыш ҡулға төшөрмәк булып, был сиреүҙе йыйҙыңмы?“ – тип һораясаҡ». 14 Шуға күрә, эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек итеп, Гогҡа әйт, Раббы Хаким былай ти: «Минең халҡым Исраил хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәгән көндө һин был турала беләсәкһең. 15 Һин һәм һинең менән бергә бик күп халыҡтар, барыһы ла һыбайлы, олоғара өйөр, көслө ғәскәр үҙ төйәгеңдән – алыҫ төньяҡтан килерһегеҙ. 16 Ерҙе ҡаплаған болот кеүек халҡым, Исраилдың өҫтөнә ябырылырһың. Эй Гог, киләсәк көндәрҙә һине Үҙ илемә килтерәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең аша Үҙемдең мөҡәддәслегемде күрһәтеп, Үҙемде танытасаҡмын Мин». 17 Раббы Хаким былай ти: «Боронғо замандарҙа уҡ ҡолдарым Исраил пәйғәмбәрҙәре аша һинең турала һөйләмәнемме ни Мин? Ул пәйғәмбәрҙәр оҙаҡ йылдар һине Исраил халҡына ҡаршы килтерәсәгем хаҡында пәйғәмбәрлек иттеләр. 18 Әммә Гог Исраил тупрағына һөжүм иткән көндө, – тип белдерә Раббы Хаким, – асыуым дөрләп ҡабынасаҡ. 19 Көнсөллөгөм һәм нәфрәтем утында белдерәм: ул көндө Исраил ерендә дәһшәтле ер тетрәү буласаҡ. 20 Диңгеҙҙәге балыҡтар, күктәге ҡоштар, ҡырҙағы януарҙар һәм ерҙәге бөтә һөйрәлеүселәр, ер өҫтөндәге бөтә әҙәм Минең алдымда ҡалтырап торасаҡ. Тауҙар емерелер, ҡаялар ҡолар, бөтә диуарҙар ергә йығылыр. 21 Бөтә тауҙарымда Гогҡа ҡаршы ҡылыс ебәрәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. – Һәр кем бер-береһенә ҡаршы ҡылыс күтәрәсәк. 22 Мин уны өҫтөнә ҡырғын килтереп, ҡанын ҡойоп язалармын. Уға, ғәскәренә, уның менән бергә килгән күп халыҡтарға ҡойма ямғыр, таш һымаҡ боҙ, ут һәм көкөрт яуҙырырмын. 23 Үҙемдең бөйөклөгөмдө һәм мөҡәддәслегемде күрһәтермен, бик күп ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙемде танытырмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia