Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 37 - Изге Яҙма


Кипкән һөйәктәр тураһында пәйғәмбәрлек

1 Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Раббы Рухы мине тышҡа алып сыҡты ла һөйәк тулы бер үҙән уртаһына килтереп баҫтырҙы.

2 Ул мине һөйәктәр тирәһендә йөрөтә башланы – был үҙәндә улар бик күп ине һәм барыһы ла кибеп бөткәйне.

3 Раббы минән: – Эй әҙәм улы, был һөйәктәр терелә аламы? – тип һораны. – Йә Раббы Хаким, быны Һин генә беләһең, – тинем.

4 Шунан Ул миңә: – Был һөйәктәргә пәйғәмбәрлек ит, – тине. – Әйт уларға: «Эй ҡоро һөйәктәр, Раббы һүҙен тыңлағыҙ!

5 Раббы Хаким был һөйәктәргә әйтә: „Бына, Мин һеҙгә һулыш индерермен дә һеҙ йәнләнерһегеҙ.

6 Мин һеҙгә һеңер тартырмын, ит ҡундырырмын, тире менән ҡаплармын. Эсегеҙгә һулыш индерермен, һәм һеҙ йәнләнерһегеҙ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ“».

7 Миңә нисек бойоролған булһа, шулай пәйғәмбәрлек иттем. Пәйғәмбәрлек иткән сағымда тауыш ҡупты, һөйәктәр хәрәкәткә килде һәм бер-береһенә тоташа башланы.

8 Күрәм: уларға һеңер үҫте, ит үрҙе, тире ҡапланы, әммә йәндәре юҡ ине.

9 Шунда Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, һулышҡа өндәш, пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй һулыш, дүрт тарафтан ел менән кил! Был үлтерелгән әҙәмдәргә өр ҙә, улар терелер!»

10 Ул миңә нисек ҡушһа, шулай пәйғәмбәрлек иттем – уларға һулыш инде һәм улар терелеп тороп баҫты. Улар сикһеҙ күмәк ине.

11 Шунда Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, бөтә Исраил халҡы – ошо һөйәктәр ул. Ҡара, улар: «Һөйәктәребеҙ кибеп бөттө, өмөтөбөҙ үлде, киләсәгебеҙ юҡ», – тиҙәр.

12 Шуға күрә пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй халҡым Минең, ҡәберҙәрегеҙҙе асып, һеҙҙе унан сығарырмын һәм Исраил еренә кире ҡайтарырмын.

13 Эй халҡым, ҡәберҙәрегеҙҙе асып, һеҙҙе унан сығарғас, Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.

14 Мин һеҙгә рухымды һалырмын, һәм һеҙ терелерһегеҙ. Һеҙҙе үҙ ерегеҙҙә төйәкләндерермен. Шул ваҡытта Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Мин, Раббы, әйттем быны һәм әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын. Раббы шулай тип белдерә».


Ике таяҡтың берләшеүе

15 Миңә Раббы һүҙе булды:

16 – Эй әҙәм улы, бер таяҡ ал да уның өҫтөнә «Йәһүҙә һәм уға теләктәш булған исраилдар» тип яҙ. Шунан икенсе бер таяҡ ал, уның өҫтөнә «Йософ һәм уға теләктәш булған бөтә Исраил халҡы» тип яҙ. Был – Әфраим таяғы.

17 Уларҙың остарын бергә ҡуш, ҡулыңда бер таяҡтай булһын.

18 Халҡыңдан ҡайһы берәүҙәр: «Бының нимә аңлатҡанын әйтмәҫһеңме?» – тип һораһа,

19 уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бына, Мин, Йософ һәм уға теләктәш булған Исраил ырыуҙарының әле Әфраимдың ҡулындағы таяғын алып, уны Йәһүҙәнең таяғы менән берләштерәм. Улар Минең ҡулымда бер бөтөн буласаҡ».

20 Үҙең яҙған ошо ике таяҡты уларҙың күҙ алдында ҡулыңда тотоп,

21 уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бына, Мин, һәр яҡҡа таралған халҡым Исраилды үҙҙәре киткән ҡәүемдәр араһынан йыйып алып, үҙ ерҙәренә кире ҡайтарасаҡмын.

22 Уларҙы был илдә, Исраил тауҙарында, бер халыҡ итәм, улар өҫтөнән бер батша буласаҡ. Башҡаса улар бер ҡасан да ике халыҡ булмаҫ, ике батшалыҡҡа бүленмәҫ.

23 Артабан боттары, ерәнгес нәмәләре һәм енәйәттәре менән үҙҙәрен нәжесләмәҫтәр. Уларҙы йәшәгән һәм гонаһ эшләгән барлыҡ ерҙәрҙән ҡотҡарып таҙарындырырмын. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын.

24 Ҡолом Дауыт уларҙың батшаһы булыр, уларҙың барыһына бер көтөүсе булыр. Улар Минең ҡанун-ҡағиҙәләрем буйынса йәшәр, Минең бойороҡтарымды еренә еткереп үтәр.

25 Улар Мин ҡолом Яҡупҡа биргән, ата-бабаларығыҙ йәшәгән ерҙә үҙҙәре лә, балалары ла, балаларының балалары ла мәңге йәшәр, ҡолом Дауыт уларға мәңге хаким булыр.

26 Мин улар менән именлек килешеүе төҙөшөрмөн. Был улар менән мәңгелек килешеү булыр. Мин уларҙы үҙ ерҙәрендә төйәкләндерермен, күбәйтермен, Үҙемдең Изге торлағымды мәңгелеккә уларҙың араһына ҡуйырмын.

27 Минең торлағым улар араһында булыр. Мин уларҙың Аллаһы булырмын, улар Минең халҡым булыр.

28 Изге торлағым мәңгелеккә улар араһына урынлашҡас, ҡәүемдәр Исраилды изге ҡылыусының Мин, Раббы, икәнен белер».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan