Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 35 - Изге Яҙма


Эдомға ҡаршы пәйғәмбәрлек

1 Миңә Раббы һүҙе булды:

2 – Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Сеғир тауҙарына бор ҙа уға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит.

3 Әйт уға, Раббы Хаким былай ти: «Эй Сеғир тауҙары, Мин һиңә ҡаршымын! Һиңә ҡаршы ҡулымды күтәреп, һине харабаға һәм ташландыҡ ергә әйләндерәм.

4 Ҡалаларыңды харабаға әйләндереп, һине кешеһеҙ ҡалдырасаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһең.

5 Һин исраилдарға ғүмер баҡый дошман булдың, уларға бәлә килгәндә, яза сәғәте һуҡҡанда уларҙы ҡылысҡа бирҙең.

6 Шуға күрә Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – һине ҡанға батырам. Ҡан һине эҙәрләйәсәк. Үҙеңдең ҡан түккәнеңә ытырғанмағаның өсөн, ҡан түгеү һине эҙәрләйәсәк.

7 Сеғир тауҙарын бушлыҡтарҙың бушлығына әйләндерермен. Унда килгән-киткән ҡалмаҫ.

8 Мин тауҙарыңды үлектәр менән тултырырмын, ҡалҡыулыҡтарыңда, үҙәндәреңдә, бөтә тарлауыҡтарыңда ҡылыстан ҡырылғандар аунап ятыр.

9 Һине мәңгегә бушлыҡҡа әйләндерәм, ҡалаларыңда һис кем йәшәмәҫ. Шул сағында Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.

10 Мин Раббының Йәһүҙә һәм Исраилда булғаныма ҡарамай, һин: „Был ике халыҡ, был ике ил минеке буласаҡ, мин уларға хужа буласаҡмын“, – тинең.

11 Шуға күрә Раббы Хаким былай тип белдерә: Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, уларҙы күрә алмауың арҡаһында ни тиклем көнләшкән һәм нәфрәтләнгән булһаң, Мин дә һинең менән шулай ҡыланасаҡмын. Һине хөкөм иткән ваҡытта халҡыма Үҙемде танытасаҡмын.

12 Шул саҡта Исраил тауҙарын: „Буп-буш ҡалдылар, йоторға тип беҙгә бирелделәр!“ – тип мыҫҡыл иткәндәреңде Мин Раббының ишеткәнен белерһең.

13 Ауыҙығыҙ менән Миңә ҡаршы тәкәббер һөйләндегеҙ, Минең хаҡта хурлыҡлы һүҙҙәр әйттегеҙ. Мин быны ишеттем».

14 Раббы Хаким былай ти: «Бөтә ер йөҙөн ҡыуандырып, һине ер менән тигеҙләйәсәкмен.

15 Исраил халҡының биләмәһе бушап ҡалғанға нисек ҡыуанған булһаң, һинең менән дә шулай эшләйәсәкмен. Эй Сеғир тауҙары – бөтә Эдом иле – емереклеккә әйләнеп, буп-буш ҡаласаҡһығыҙ. Шунда Минең Раббы икәнемде беләсәктәр».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan