Зөлкифел 34 - Изге ЯҙмаИсраил башлыҡтарына мөрәжәғәт 1 Миңә Раббы һүҙе булды: 2 – Эй әҙәм улы, Исраилдың көтөүселәренә ҡаршы пәйғәмбәрлек ит һәм уларға, был көтөүселәргә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бары тик үҙ-үҙҙәрен ҡайғыртҡан Исраил көтөүселәренең башына бәлә! Көтөүселәр ҡуйҙарын көтөргә тейеш түгелме ни? 3 Эс майы менән туйынаһығыҙ, йөндән кейенәһегеҙ, ҡуйҙарҙың иң һимеҙен һуяһығыҙ, ә малдарҙы ҡайғыртмайһығыҙ. 4 Хәлһеҙҙәренә көс бирмәйһегеҙ, сирлеләрен дауаламайһығыҙ, йәрәхәтлеләренең яраһын бәйләмәйһегеҙ. Аҙашҡанын тапмайһығыҙ, юғалғанын эҙләмәйһегеҙ. Киреһенсә, уларға көс һәм аяуһыҙлыҡ менән идара итәһегеҙ. 5 Улар көтөүселәре булмағанға күрә таралышты, шул арҡала ҡырағай хайуандарға ем булды. 6 Көтөүем бөтә тауҙарға, бейек ҡалҡыулыҡтарға, бөтә ер йөҙөнә таралды. Уларҙы юллаусы ла, эҙләүсе лә юҡ». 7 Шуға күрә, эй көтөүселәр, Раббы һүҙен тыңлағыҙ: 8 «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Көтөүсе булмағанлыҡтан, ҡуйҙарым табышҡа әйләнде, һарыҡтарым ҡырағай януарҙарға емтек булды. Көтөүселәрем ҡуйҙарымды ҡараманы, бары үҙ-үҙҙәрен ҡайғыртты». 9 Шуға күрә, эй көтөүселәр, Раббы һүҙен тыңлағыҙ: 10 Раббы Хаким былай ти: «Мин ул көтөүселәргә ҡаршымын! Мин уларҙан көтөүем өсөн яуап талап итәсәкмен. Һарыҡтарымды башҡаса уларҙан көттөрмәйәсәкмен. Бүтәнсә улар үҙ-үҙҙәрен генә ҡайғыртмаҫ. Ҡуйҙарымды уларҙың ауыҙынан ҡотҡарам, башҡаса уларға ем булмаҫтар». 11 Раббы Хаким былай ти: «Инде ҡуйҙарымды Үҙем эҙләрмен, Үҙем ҡарармын. 12 Таралған көтөүе араһында һарыҡтарын барлаған көтөүсе кеүек, Мин дә ҡуйҙарымды эҙләрмен. Болотло, ҡараңғы көндә таралған бөтә ерҙәрҙән уларҙы йыйып алырмын. 13 Уларҙы халыҡтар араһынан сығарырмын, илдәрҙән йыйып алырмын, үҙҙәренең йорттарына кире ҡайтарырмын. Уларҙы Исраил тауҙарында, тарлауыҡтарҙа, илдең бөтә төйәктәрендә көтөрмөн. 14 Уларҙы иң яҡшы болондарҙа көтөрмөн, утлауҙары Исраил тауҙарының битләүҙәрендә булыр. Улар яҡшы урындарҙа ял итер, Исраил тауҙарында үләнгә мул көтөүлектәрҙә утлар. 15 Ҡуйҙарымды Үҙем көтәсәкмен, уларҙы һыулауҙа Үҙем ятҡырасаҡмын, – тип белдерә Раббы Хаким. – 16 Юғалғанын табырмын, аҙашҡанын ҡайтарырмын, яралыһының йәрәхәтен бәйләрмен, хәлһеҙенә көс бирермен. Әммә һимереп шашҡандарын юҡ итәсәкмен. Мин ҡуйҙарымды ғәҙел көтәсәкмен». 17 «Һеҙ, эй Минең көтөүем, – Раббы Хаким шулай ти, – һарыҡ менән һарыҡ араһында, һарыҡ тәкәләре менән кәзә тәкәләре араһында Үҙем хөкөм йөрөтәсәкмен. 18 Яҡшы көтөүлектә утлауығыҙ аҙмы ни һеҙгә? Утлауығыҙҙың ҡалғанын тояҡтарығыҙ менән тапап йөрөйһөгөҙ. Таҙа һыуҙы эсәһегеҙ, ә ҡалғанын тояҡтарығыҙ менән болғандыраһығыҙ. – 19 Минең ҡуйҙарым һеҙҙең тояҡтарығыҙ тапағанды ашарға, тояҡтарығыҙ болғандырған һыуҙы эсергә тейешме ни?» 20 Шуға күрә Раббы Хаким уларға былай ти: «Һимеҙ һарыҡ менән ябыҡ һарыҡ араһында Мин Үҙем хөкөм йөрөтәсәкмен. 21 Бөтә хәлһеҙ ҡуйҙарҙы төрткөләп сығарғанға тиклем ҡабырғағыҙ һәм яурынығыҙ менән этеп, мөгөҙҙәрегеҙ менән төкөгәнегеҙ өсөн 22 Мин көтөүемде ҡотҡарырмын, башҡаса улар табыш булмаҫ. Ҡуй менән ҡуй араһында Үҙем хөкөм йөрөтөрмөн. 23 Уларҙы көтөргә бер генә көтөүсене, ҡолом Дауытты ҡуясаҡмын. Уларҙы көтөр, көтөүселәре ул булыр. 24 Мин Раббы уларҙың Аллаһы буласаҡмын. Ҡолом Дауыт уларҙың араһында хаким буласаҡ. Мин Раббы әйттем быларҙы. 25 Улар менән именлек килешеүе төҙөрмөн, илдән йыртҡыс йәнлектәрҙе юҡ итермен. Далаларҙа хәүефһеҙ йәшәһендәр, урмандарҙа ҡурҡыуһыҙ йоҡлаһындар. 26 Уларҙың үҙҙәренә лә, әйләнә-тирәләге ҡалҡыулыҡтарыма ла бәрәкәт күндерермен. Ямғырҙарҙы ваҡытында яуҙырырмын, улар хәйер-фатиха ямғырҙары булыр. 27 Ҡырҙағы ағастар – емеш, тупраҡ мул уңыш бирер. Халыҡ үҙ илендә хәүефһеҙ йәшәр. Муйындарындағы ҡалыпты ватып, уларҙы ҡол иткәндәрҙең ҡулынан ҡотҡарғас, Минең Раббы икәнемде белерҙәр. 28 Бүтәнсә улар ҡәүемдәргә – яумал, ҡырҙағы йәнлектәргә емтек булмаҫ. Хәүефһеҙ йәшәрҙәр, уларҙы бер кем ҡурҡытмаҫ. 29 Аслыҡтан һәләк булмаһындар өсөн Мин уларға уңдырышлылығы менән дан аласаҡ ерҙәр бирермен, һәм улар башҡаса бүтән ҡәүемдәрҙең мәсхәрәһенә ҡалмаҫ. 30 Шул саҡ Минең уларҙың Аллаһы Раббы булғанымды, улар, Исраил нәҫеле – Минең халҡым икәнен беләсәктәр, – тип белдерә Раббы Хаким. – 31 Минең ҡуйҙарым, Минең көтөүлегемдең һарыҡтары – һеҙ кешеләрһегеҙ, ә Мин – һеҙҙең Аллағыҙ», – тип белдерә Раббы Хаким. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia