Зөлкифел 33 - Изге ЯҙмаАлланың Зөлкифелде халыҡҡа күҙәтсе итеп ҡуйыуы 1 Миңә Раббы һүҙе булды: 2 – Эй әҙәм улы, үҙ халҡыңа һөйлә, әйт уларға: «Әгәр ҙә Мин берәй илгә ҡылыс ебәрһәм, ул ил халҡы, араларынан бер кешене алып, уны үҙҙәренә күҙәтсе итеп ҡуйыр. 3 Күҙәтсе, ҡылыстың илгә яҡынлашҡанын күреп, халыҡты иҫкәртер өсөн борғо ҡысҡыртыр. 4 Кем борғо тауышын ишетеп тә, һаҡланыу сараһын күрмәһә һәм ҡылыс килеп уның йәнен ҡыйһа, үлеме өсөн үҙе ғәйепле булыр. 5 Ул борғо тауышын ишетте, әммә иҫкәртеүгә иғтибар бирмәне, шуға күрә үлемендә үҙе ғәйепле. Әгәр ул иҫкәртеүгә иғтибар иткән булһа, иҫән ҡалыр ине. 6 Ә инде күҙәтсе ҡылыстың яҡынлашҡанын күрә тороп та борғо ҡысҡыртмаһа, ул халыҡты иҫкәртмәгән була. Ҡылыс килеп кешеләрҙең йәнен ҡыйһа, улар үҙҙәренең енәйәте өсөн үлтерелгән булыр, әммә уларҙың үлеме өсөн Мин күҙәтсене яуаплы итәсәкмен». 7 – Мин һине, эй әҙәм улы, Исраил нәҫеленә күҙәтсе итеп ҡуйҙым. Һин, ауыҙымдан сыҡҡан һәр бер һүҙемде тыңлап, халҡыма әйтеп, уларҙы иҫкәртеп торорһоң. 8 Мин яуыз кешегә: «Һин мотлаҡ үләсәкһең!» – тип әйтһәм, ә һин уны киҫәтмәһәң, уны яман юлын ташларға өндәмәһәң, был яуыз кеше үҙ енәйәте арҡаһында үләсәк, әммә уның ҡаны өсөн Мин яуаплылыҡты һинең өҫтөңә һаласаҡмын. 9 Ә инде һин яуыз кешене киҫәтһәң, ул иһә, яуызлығын ҡуйып, яман юлын ташламаһа, үҙ ғәйебе өсөн үлер, ә һин үҙ йәнеңде ҡотҡарып ҡалырһың. 10 Һин, эй әҙәм улы, Исраил халҡына былай тип әйт: «„Енәйәттәребеҙ һәм гонаһтарыбыҙ – өҫтөбөҙҙә, уларҙың ауырлығынан сүгәбеҙ. Был хәлдә нисек йәшәргә һуң беҙгә?“ – тиһегеҙ». 11 Уларға еткер: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин яуыздың үлеменән түгел, яман юлын ташлап тере ҡалыуынан һөйөнөс табам. Яуыз юлығыҙҙан ҡайтығыҙ. Нимәгә һеҙгә үлергә, эй Исраил халҡы?» 12 Ә һин, эй әҙәм улы, халҡыңа әйт: «Тоғро кеше енәйәт ҡылһа, уны тоғролоғо ҡотҡармаҫ. Яуыз кеше яманлығын ташлаһа, ҡылған яманлығы өсөн язаланмаҫ. Тоғро кеше Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылһа, тоғролоғо язанан ҡотҡармаҫ. 13 Тоғроға: „Мотлаҡ йәшәйәсәкһең“, – тиһәм, ә ул үҙенең хаҡлығына өмөтләнеп яуызлыҡ ҡылһа, эшләгән яҡшылыҡтарының береһе лә иҫәпкә алынмаҫ, һәм ул ҡылған гонаһы өсөн үлер. 14 Яуыз кешегә: „Мотлаҡ үләсәкһең“, – тиһәм, әммә ул гонаһынан баш тартып ғәҙел һәм дөрөҫ ғәмәлдәр ҡылһа, 15 аманат итеп алғанын кире бирһә, урлағаны өсөн түләһә, гонаһ ҡылмайынса, тормош ҡағиҙәләре буйынса йәшәһә, – мотлаҡ йәшәр, үлмәҫ. 16 Эшләгән гонаһтарының береһе лә иҫкә алынмаҫ, ғәҙел һәм тоғро булғанды эшләй икән, мотлаҡ йәшәр». 17 Әммә һинең халҡың: «Раббы Хакимдың юлы дөрөҫ түгел», – ти. Ә бит уларҙың үҙҙәренең юлы дөрөҫ түгел. 18 Тоғро кеше, хаҡ юлын ташлап енәйәт ҡылһа, ҡылған гонаһы арҡаһында үләсәк. 19 Яуыз кеше, яман эштәренән баш тартып, ғәҙел һәм тоғро булғанды ҡылһа, ҡылған яҡшылыҡтары өсөн йәшәйәсәк. 20 Әммә һеҙ: «Раббы Хакимдың юлы дөрөҫ түгел», – тиһегеҙ. Мин һәр берегеҙҙе ҡылған ғәмәлдәренә күрә хөкөм итәсәкмен, эй Исраил нәҫеле! Йәрүсәлимдең тар-мар ителеүе тураһында хәбәр 21 Һөргөнөбөҙҙөң ун икенсе йылында, унынсы айҙың бишенсе көнөндә Йәрүсәлимдән ҡасып ҡотолған берәү миңә килеп: «Ҡала тар-мар ителде!» – тине. 22 Бынан бер көн элек, кискеһен, ул ҡасҡын яныма килгәнгә тиклем, Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Иртәнсәк ул кеше яныма килмәҫтән алда Раббы телемде асты. Телем асылды, инде телһеҙ түгел инем. 23 Шунда миңә Раббы һүҙе булды: 24 – Эй әҙәм улы, Исраилдың харабалары араһында йәшәүселәр: «Ибраһим, яңғыҙ була тороп та, был ергә хужа булған. Беҙ иһә күмәкбеҙ, әлбиттә, был ер беҙгә биләмә итеп бирелгән», – тиҙәр. 25 Шуға күрә әйт уларға, Раббы Хаким былай ти: «Итте ҡаны менән ашайһығыҙ, боттарығыҙға табынаһығыҙ, ҡан түгәһегеҙ. Шунан һуң да ерҙе биләмә итеп алырға өмөтләнәһегеҙме? 26 Ҡылысығыҙға арҡаланаһығыҙ, ерәнгес эштәр ҡылаһығыҙ, бер-берегеҙҙең ҡатынын нәжесләйһегеҙ. Шунан һуң да был ерҙе биләмә итеп алмаҡсыһығыҙмы?» 27 Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, ошо харабалар араһында йәшәүселәр ҡылыстан йығыласаҡ, асыҡ яландағыларҙы януарҙарға емтек итеп бирәсәкмен, ҡәлғәләрҙә һәм мәмерйәләрҙә йәшәгәндәр үләттән ҡырыласаҡ. 28 Илде харабаға һәм ташландыҡ ергә әйләндерәм, тәкәббер ҡеүәтен юҡҡа сығарам, Исраил тауҙары бушап ҡаласаҡ, уларҙан һис кем йөрөмәйәсәк. 29 Ҡылған барлыҡ әшәкелектәре өсөн илде бушлыҡтарҙың бушлығына әүерелдергәндән һуң, улар Минең Раббы икәнемде белер». 30 Ә һиңә килгәндә, эй әҙәм улы, халҡың диуар эргәләрендә, өйҙәренең ишеге төбөндә һинең хаҡта һөйләшер. Бер-береһенә, ағай-энеһенә: «Әйҙәгеҙ, барып тыңлайыҡ, Раббынан ниндәй һүҙ килгән икән?» – тиер. 31 Һәр ваҡыттағы һымаҡ халыҡ һинең яныңа килер, Минең халҡым булараҡ ҡаршыңа ултырыр, һүҙҙәреңде тыңлар, әммә әйтелгәндәрҙе үтәмәҫ. Телдәре менән ихласлыҡтарын күрһәтерҙәр, әммә күңелдәре хаҡһыҙ табыш артынан ынтылыр. 32 Һин улар өсөн уйын ҡоралында оҫта уйнаған, матур тауышлы һөйөү йырсыһы кеүекһең. Һүҙҙәреңде тыңлайҙар, әммә әйткәндәреңде үтәмәйҙәр. 33 Ләкин былар барыһы ла бойомға ашҡас – ә ул мотлаҡ ашасаҡ – араларында пәйғәмбәр булғанын белерҙәр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia