Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 32 - Изге Яҙма


Фирғәүен өсөн һыҡтау

1 Һөргөнөбөҙҙөң ун икенсе йылында, ун икенсе айҙың беренсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды:

2 – Эй әҙәм улы, Мысыр батшаһы фирғәүен тураһында һыҡтау йыры йырла, әйт уға: «Һин халыҡтар араһында – гүйә йәш арыҫлан; Һин диңгеҙҙәге аждаһа кеүекһең: Йылғаларыңды күбекләндерәһең, Аяҡтарың менән һыуҙы болғандырып, Йылғаларҙы бысратаһың.

3 Раббы Хаким былай ти: „Күп халыҡтар йыйынында Өҫтөңә ауымды ырғытырмын, Улар һине йәтмәм менән һөйрәп сығарасаҡ.

4 Мин һине ергә алып бырғармын, Асыҡ ҡырға ырғытып ҡуйырмын, Күктә осҡан ҡоштарҙы өҫтөңә ҡундырырмын, Ерҙәге бөтә ҡырағай йәнлектәргә Һине ем итеп бирермен.

5 Итеңде тауҙарға таратып ташлармын, Үҙәндәрҙе мәйетең менән тултырырмын.

6 Илде тауҙарға тиклем аҡҡан ҡаның менән һуғарырмын, Йырындар ҙа ҡалдыҡтарың менән тулыр.

7 Һине һүндереп, күкте ябырмын, Йондоҙҙарҙы ҡараңғыға йәшерермен; Ҡояшты болот менән ҡаплармын, Ай ҙа яҡтылығын һипмәҫ.

8 Баш осоңда нурын сәскән Бөтә күк есемдәрен ҡаплармын, Ереңде ҡараңғыға бырғармын, – тип белдерә Раббы Хаким. –

9 Һинең һәләкәтең тураһында Ҡәүемдәрҙең араһына, Һин белмәгән илдәргә еткергәс, Күптәрҙең күңеленә хәүеф һалырмын.

10 Тәҡдирең менән күп халыҡтарҙың ҡотон алып, Алдарында ҡылысымды уйнатҡанда, Уларҙың батшалары, һинең турала уйлап, Ҡурҡыуҙан сәстәре үрә торор. Һин ҡолаған һәләкәт көнөндә улар Сәғәт һайын үҙ йәндәре өсөн дер ҡалтырар“.

11 Раббы Хаким былай ти: „Бабил батшаһының ҡылысы өҫтөңә ябырылыр.

12 Ҡәүемдәрҙең иң рәхимһеҙ яугирҙәре Өйөр-өйөр халҡыңды ҡылыстан үткәрер. Мысырҙың тәкәбберлеген һындырыр, Бөтә ғәскәрен тар-мар итер.

13 Мул һыулы йылғалар янында утлаған Барлыҡ мал-тыуарын бөтөрөрмөн; Бынан ары кеше аяғы ла, мал тояҡтары ла Ошо һыуҙарҙы болғатып бысратмаҫ.

14 Шул саҡ һыуҙарын тондорасаҡмын, Йылғаларын майҙай тын ағыҙасаҡмын, – тип белдерә Раббы Хаким. –

15 Мин Мысырҙы бушлыҡҡа әйләндергәс, Илде уны тултырған бөтә нәмәнән мәхрүм иткәс, Унда йәшәүселәрҙең бөтәһен һәләк иткәс, Минең Раббы икәнемде белерҙәр.

16 Мысыр өсөн йырланасаҡ һыҡтау йыры ошо. Ҡәүемдәрҙең ҡыҙҙары йырлаясаҡ уны. Мысыр һәм уның өйөр-өйөр халҡы хаҡында йырланасаҡ ул“», – тип белдерә Раббы Хаким.


Мысырҙарҙың үлем соҡорона төшәсәге

17 Һөргөнөбөҙҙөң ун икенсе йылында, айҙың ун бишенсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды.

18 – Эй әҙәм улы, Мысырҙың өйөр-өйөр халҡы өсөн ҡайғырып ила. Уны һәм ҡеүәтле ҡәүемдәрҙең ҡыҙҙарын үлем соҡорона төшкәндәр менән бергә түбәнге донъяға оҙат.

19 Уларға былай тип әйт: «Һин кемдән матурыраҡ һуң? Төш тә сөннәтһеҙҙәр янына ят!»

20 Мысыр халҡы ҡылыстан үткәрелгәндәр араһына йығылыр. Бына ҡылыс әҙер – Мысырҙы үҙенең өйөр-өйөр халҡы менән унда һөйрәп алып китегеҙ!

21 Ҡаһарман башлыҡтар үлеләр донъяһынан Мысыр һәм уға терәк булғандар тураһында: «Улар төштө, ҡылыс менән үлтерелгән сөннәтһеҙҙәр инде бында ята», – тип әйтер.

22 Ашшур ҙа бөтә ғәскәре менән унда. Ҡылыстан тураҡланған яугирҙәрҙең ҡәберҙәре менән уратып алынған ул.

23 Уларҙың ҡәберҙәре – үлем соҡороноң иң төбөндә, Ашшурҙың ҡәберенең эргә-тирәһендә. Тереләр донъяһына ҡурҡыу һалғандарҙың һәр береһе һәләк булған, ҡылыстан үткәрелгән.

24 Ғелам да шунда, өйөр-өйөр халҡы менән үҙ ҡәберенең әйләнәһендә тора. Һәр береһе ҡылыстан үткәрелгән, үлгән һәм сөннәтһеҙ килеш түбәнге донъяға ингән. Тереләр донъяһына ҡурҡыу һала торғайнылар, инде, мәсхәрәгә ҡалып, үлем соҡорона ингәндәр менән бергәләр.

25 Ғелам өсөн үлтерелгәндәр араһында бер түшәк әҙерләнде. Өйөр-өйөр халҡы ҡәберенең әйләнә-тирәһендә ята. Ҡылыстан һәләк булған был сөннәтһеҙҙәр ҡасандыр тереләр донъяһына ҡурҡыу һала торғайны, инде мәсхәрә эсендә үлем соҡорона инделәр, уларҙы үлтерелгәндәр араһына һалдылар.

26 Мәшәх менән Тувал өйөр-өйөр халҡы менән үҙҙәренең ҡәберҙәре әйләнәһендә тора. Был сөннәтһеҙҙәрҙең барыһы ла ҡылыстан үткәрелгән. Ә бит улар ҡасандыр тереләр донъяһына ҡурҡыу һалалар ине.

27 Улар үлеләр донъяһына һуғыш ҡоралдары менән ингән, ҡылыстары баштары аҫтына һалынған, ҡалҡандары һөйәктәрен ҡаплаған, боронғо замандарҙа һәләк булған яугирҙәр менән бергә ятмай. Ә бит был яугирҙәр ҡасандыр тереләр донъяһында дәһшәт һала торғайны.

28 Һин дә, эй фирғәүен, ҡырылырһың, ҡылыстан үткәрелгәндәр менән бергә сөннәтһеҙҙәр араһына йығылырһың.

29 Эдом – унда, уның батшалары, түрәләре – унда. Улар, ғәйрәтле булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡылыс менән үлтерелгәндәр янына ҡуйылдылар, үлем соҡорона төшкәндәрҙең, сөннәтһеҙҙәрҙең эргәһендә яталар.

30 Бөтә төньяҡ хакимдары, бөтә Сидон халҡы – унда. Улар, ҡасандыр бөйөк ҡеүәте менән ҡурҡыуға һалып торһа ла, ҡылыс менән үлтерелгәндәр янына төштөләр. Сөннәтһеҙ килеш ҡылыстан үлтерелгәндәр менән бергә мәсхәрәгә ҡалып, үлем соҡорона ингәндәр янында яталар.

31 Фирғәүен уларҙы күрер ҙә үҙенең бөтә ғәскәре, үҙе һәм өйөр-өйөр халҡы ҡылыстан һәләк булғанға бик үк әсенмәҫ, – тип белдерә Раббы Хаким. –

32 Мин тереләр донъяһына ҡурҡыу һаласаҡмын, фирғәүен һәм күп һанлы халҡы ҡылыстан үткәрелгәндәр менән бергә сөннәтһеҙҙәр янына ятасаҡ, – тип белдерә Раббы Хаким.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan