Зөлкифел 29 - Изге ЯҙмаМысырға ҡаршы пәйғәмбәрлек 1 Һөргөнөбөҙҙөң унынсы йылында, унынсы айҙың ун икенсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды: 2 – Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Мысыр батшаһы фирғәүенгә табан бор, уға һәм бөтә Мысыр халҡына ҡаршы пәйғәмбәрлек ит. 3 Уларға һөйлә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй йылға-ҡултыҡтарың эсендә ятҡан олоғара аждаһа, Мысыр батшаһы фирғәүен, Мин һиңә ҡаршымын. Һин: „Нил йылғаһы минеке, уны үҙем өсөн яһаным“, – тип әйтәһең. 4 Әммә Мин теш ҡаҙналарыңа ырғаҡ кейҙерәсәкмен. Йылға-ҡултыҡтарыңдағы балыҡтарҙы тәңкәләреңә йәбештерәсәкмен. Тәңкәләреңә йәбешкән балыҡтарың менән бергә һине йылғанан һөйрәп сығарасаҡмын. 5 Һине лә, йылғаңдағы барлыҡ балыҡтарҙы ла сүлгә олаҡтырырмын. Һин асыҡ яланда ятырһың һәм һине алып ерләгән кеше булмаҫ. Мин һине, ем итеп, ҡырағай йәнлектәргә, һауалағы ҡоштарға бирәсәкмен. 6 Шул саҡ Мысырҙа йәшәгән һәр кем Минең Раббы икәнемде белер. Һин халҡым Исраил өсөн ҡамыш терәү генә булдың. 7 Улар ҡулдары менән һиңә тотонғас, ярылдың да яурындарына сәнселдең. Улар һиңә таянғайны, һынып, уларҙы аяҡтан йыҡтың». 8 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Мин һинең өҫтөңә ҡылыс ебәрәсәкмен, кешеләреңде һәм малдарыңды ҡырасаҡмын. 9 Мысыр бер кешеһеҙ бушлыҡҡа әйләнер. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр. Һин: „Нил минеке, уны мин яһаным“, – тинең. 10 Шуға күрә ҡара, һиңә һәм йылға-ҡултыҡтарыңа ҡаршымын. Мысыр ерен Мигдолдан Асуанға, Куштың сигенә тиклем ташландыҡ ергә әйләндерәсәкмен. 11 Ул ергә кеше аяҡ баҫмаҫ, мал-тыуар йөрөмәҫ. Ҡырҡ йыл буйы унда һис кем йәшәмәҫ. 12 Мысыр ерен харабаға әйләнгән илдәр араһында иң кешеһеҙ итәсәкмен. Ҡалаларын йән эйәһеҙ ҡалған ҡалалар араһында ҡырҡ йыл буйы буп-буш торғоҙасаҡмын. Мысыр халҡын ҡәүемдәр араһына таратасаҡмын, төрлө илдәргә һибәсәкмен». 13 Раббы Хаким былай ти: «Ҡырҡ йыл үткәндән һуң уларҙы таралған ҡәүемдәр араһынан йыйып алырмын. 14 Уларҙы әүәлге тормоштарына ирештереп, тыуған ерҙәре Паҫросҡа кире ҡайтарырмын. Шунда улар көсһөҙ генә бер батшалыҡ булыр. 15 Ул бөтә батшалыҡтарҙан да көсһөҙөрәк булыр һәм бүтән бер ҡасан да башҡа ҡәүемдәрҙән өҫтөн була алмаҫ. Башҡа халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итмәһендәр өсөн Мин уларҙы шулай зәғифләндерермен. 16 Халҡым Исраил инде бер ҡасан да үҙ өмөтөн Мысырға бағламаҫ. Мысыр уларға үҙҙәренең Мысырҙан ярҙам һорап ғәйепкә тарыуҙарын хәтерләтеп торор. Шунда улар Минең Раббы Хаким икәнемде белер». 17 Һөргөнөбөҙҙөң егерме етенсе йылында, беренсе айҙың беренсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды: 18 – Эй әҙәм улы, Бабил батшаһы Навуходоносор үҙенең ғәскәрен Тир ҡалаһын ҡамағанда ауыр эш менән ныҡ йонсотто. Яугирҙәренең сәстәре ҡойолоп бөттө, ауыр йөк ташыуҙан яурындары иҙелде. Әммә күргән михнәттәренә ҡарамаҫтан, үҙенә лә, ғәскәренә лә Тирҙан файҙа булманы. 19 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Бына, Мин Мысырҙы Бабил батшаһы Навуходоносорға бирәм. Әйҙә, уның байлығын талаһын, талап алғандарын ғәскәренә яумал итеп таратһын. 20 Хеҙмәтенә яуап итеп, Мысырҙы уға бирәм, сөнки ул да, ғәскәре лә Минең өсөн эшләне, – тип белдерә Раббы Хаким. – 21 Ул көндә Мин Исраил халҡын көслө итәм һәм уларҙың араһында һинең телеңде асам. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белер». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia