Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 28 - Изге Яҙма


Тирҙың хакимына ҡаршы пәйғәмбәрлек

1 Миңә Раббы һүҙе булды:

2 – Эй әҙәм улы, Тирҙың хакимына әйт! Раббы Хаким былай ти: «Һин тәкәбберләнеп киттең: „Мин – алламын, Диңгеҙҙәрҙең ҡуйынында Алла тәхетендә ултырам“, – тинең. Аҡылың менән үҙеңде Аллаға тиңмен тип һанаһаң да, Һин алла түгел, әҙәмһең.

3 Эйе, Даниилдан аҡыллыраҡһың; Һинән йәшерен бер ниндәй сер юҡ.

4 Зирәклегең һәм зиһенең менән Үҙеңә байлыҡ тупланың, Хазина һаҡлағысыңды Алтын-көмөш менән тултырҙың.

5 Сауҙаға һәләтең менән Зиннәттәреңде арттырҙың. Әммә байлығың арҡаһында тәкәбберләндең.

6 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: Аҡылың менән үҙеңде Аллаға тиңмен тип һанаған өсөн,

7 Һиңә ҡаршы Мин яттарҙы, Ҡәүемдәрҙең яуыздарын ебәрәм; Күркәмлегеңә, аҡылыңа ҡаршы улар Ҡылыстарын ҡындан һурасаҡ, Гүзәллегеңде нәжесләйәсәк.

8 Һине ҡәбергә төшөрәсәктәр, Һин диңгеҙҙәр ҡуйынында Ҡурҡыныс үлемдән һәләк буласаҡһың.

9 Шул саҡ йәнеңде ҡыйыусы ҡаршыһында „Мин – алла“ тип әйтерһеңме? Һине үлтергәндәрҙең ҡулында Һин – алла түгел, әҙәмһең.

10 Һин яттарҙың ҡулынан Сөннәтһеҙҙәр әжәле менән үлерһең. Мин, Раббы, әйттем быны», – тип белдерә Раббы Хаким.


Тир батшаһының ҡолаясағы тураһында

11 Миңә Раббы һүҙе булды:

12 – Эй әҙәм улы, Тир батшаһы тураһында һыҡтау йыры йырла. Әйт уға, Раббы Хаким былай ти: «Һин камиллыҡтың мөһөрө, Аҡылдың бөтөнлөгө, Гүзәллектең тажы инең.

13 Һин Ғедәндә – Алла баҡсаһында – инең; Аҫыл таштар менән биҙәлгәйнең: Ҡыҙыл яҡут, хризолит, алмас, Һары яҡут, оникс, йәшмә, Зәңгәр яҡут, фирүзә һәм зөбәржәт – Барыһы ла алтын менән тирәсләнгән. Улар яратылған көнөңдә үк әҙер ине.

14 Һине, ҡанаттары йәйелгән кирубты, Ҡурсалаусы итеп билдәләнем, Алланың изге тауында булдың, Янар таштар араһында гиҙҙең.

15 Яратылған көнөңдән алып, Яуызлығың табылғанға тиклем Һин тоғро юлдан йөрөнөң.

16 Сауҙаң арта барған һайын Яуызлыҡҡа тулдың, гонаһ ҡылдың. Шуға күрә нәжес әйбер кеүек Һине Алла тауынан бырғаным, Янар таштар араһынан ҡыуҙым Эй һин, ҡурсалаусы кируб!

17 Матурлығыңа маһайып эреләндең, Балҡышыңдан юйылды аҡылың. Шуға күрә һине ергә бәрҙем; Батшалар алдында хур иттем.

18 Һин үҙеңдең сикһеҙ гонаһтарың, Сауҙаңдағы күп ғәҙелһеҙлегең менән Изге урындарыңды нәжесләнең. Мин эсеңдән ут сығарҙым – Ул һине яндырып юҡ итте. Барыһының күҙ алдында Һине көлгә әйләндерҙем.

19 Һине белгән бар халыҡтар Һәләкәтеңә тетрәнде. Ахырың ҡурҡыныс булды, Һин мәңгегә юҡҡа сыҡтың».


Сидон ҡалаһына ҡаршы пәйғәмбәрлек

20 Миңә Раббы һүҙе булды:

21 – Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Сидонға табан бор, уға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит.

22 Әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин һиңә, эй Сидон, ҡаршы сығам! Һинең эсеңдә дан ҡаҙанасаҡмын: Һиндә йәшәгәндәрҙе язалағас, Үҙемдең мөҡәддәслегемде танытҡас, Раббы икәнемде беләсәктәр.

23 Мин һиңә ҡырғын ебәрәсәкмен, Урамдарыңда ҡан ағыҙасаҡмын. Һәр яҡтан эҙәрләүсе ҡылыстан ҡырылғандар Ҡала уртаһында йығыласаҡ. Шунда Минең Раббы икәнемде бөтәһе лә беләсәктәр».


Алланың Исраил халҡына вәғәҙәһе

24 – Бынан ары Исраил халҡының осло сәнскәк, энәле күгән һымаҡ яралаусы, уға ерәнеп ҡараусы күршеләре булмаясаҡ. Шунда улар Минең Раббы Хаким икәнемде беләсәктәр.

25 Раббы Хаким былай ти: «Халыҡтар араһына һибеп таратҡан Исраил халҡын йыйып алып, ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙемдең мөҡәддәслегемде танытҡас, улар Мин ҡолом Яҡупҡа биргән ерҙәрендә йәшәйәсәк.

26 Мин уларға ерәнеп ҡараған барлыҡ халыҡтарҙы хөкөм иткәндән һуң, унда хәүефһеҙ йәшәрҙәр, йорттар төҙөрҙәр, йөҙөм баҡсалары үҫтерерҙәр – имен-аман ғүмер итерҙәр. Шунда улар Минең Раббы, уларҙың Аллаһы икәнемде беләсәктәр».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan