Зөлкифел 27 - Изге ЯҙмаТир ҡалаһы өсөн һыҡтау 1 Миңә Раббы һүҙе булды: 2 – Инде һин, эй әҙәм улы, Тир ҡалаһы тураһында һыҡтау йыры йырла. 3 Диңгеҙ буйындағы илдәр, күп халыҡтар менән сауҙа иткән, диңгеҙ ҡапҡаһында урынлашҡан Тир ҡалаһына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй Тир! „Гүзәллектә мин камилмын“, – тинең. 4 Диңгеҙҙәр ҡуйынында ине биләмәң. Төҙөүселәрең күркәмлегеңде камил иткән. 5 Барлыҡ таҡталарыңды Сенир кипаристарынан яһанылар. Мачтаңды эшләү өсөн Ливандан кедр алдылар. 6 Ишкәктәрең – Башан имәненән; Палубаң фил һөйәге менән биҙәлгән, Киттим ярҙарынан килтерелгән Кипарис ағасынан яһалған. 7 Елкәндәрең Мысырҙың нағышлы нәфис етененән ине, Улар һиңә байраҡ булып хеҙмәт итте. Япмаларың Әлиша ярҙарынанкилтерелгән Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл туҡыманан булды. 8 Ишкәксене Сидон менән Аруадтан ялланың; Үҙеңдәге оҫта әҙәмдәрең, эй Тир, Кәмәселәрең булды. 9 Кәмә ярыҡтарын ямар өсөн Гевалдың тәжрибәле оҫталары бар ине. Диңгеҙҙәге барса кәмәләр һәм диңгеҙселәр Алыш-биреш өсөн һиңә килде. 10 Фарсы, Луд, Пут яугирҙәре Ғәскәреңдә хеҙмәт итте. Ҡалҡандарын, торҡаларын Ҡабырғаларыңа аҫтылар, Һиңә йәм өҫтәнеләр. 11 Аруад һәм Хейлех улдары Диуарҙарыңды һаҡланы. Ғаммадтар манараларыңда торҙо. Диуарҙарыңды уратып, ҡалҡандарын элде, Күркәмлегеңә биҙәк өҫтәне. 12 Һәр төрлө байлығың күп булғанға, Таршиш һинең менән сауҙа итте. Тауарҙарың өсөн көмөш, Тимер, аҡ һәм ҡара ҡурғаш бирҙе. 13 Яуан, Тувал һәм дә Мәшәх Һинең менән сауҙа итте. Тауарҙарыңды ҡолдарға, Баҡыр һауыт-һабаға алмашты. 14 Бейт-Тогарма халҡы тауарҙарың өсөн Йылҡы малы, яу аттары һәм ҡасырҙар бирҙе. 15 Дедандар һинең менән сауҙалашты. Яр буйҙарының күп халыҡтары алыш-биреш итте. Һинән алғандарға яуап итеп, Фил һөйәге, ҡара ағас килтерҙе. 16 Тауарҙарың күп булғанға күрә, Арам һинең менән сауҙа итте. Әйберҙәрең өсөн ҡарағусҡыл ҡыҙыл, Нағышлы һәм нәфис етен туҡымалар, Фирүзә, мәрйен һәм ҡыҙыл яҡут бирҙе. 17 Йәһүҙә һәм Исраил сауҙа итте: Тауарҙарың өсөн Минниҫ бойҙайы, Татлы ризыҡ менән бал, Зәйтүн майы менән бәлзәм бирҙе. 18 Сикһеҙ байлыҡтарың, тауарҙарың мул булғанға Һинең менән Дамаск сауҙа ҡорҙо: Хелбон шарабы менән Сахар йөнө һатты, 19 Узалдың мискәле шарабы менән түләне. Һиңә килтерелгән тауар араһында Сүкелгән тимер, кассия, Хуш еҫле ҡамыш бар ине. 20 Дедан һинең тауарҙарың өсөн Эйәр япмалары бирҙе. 21 Ғәрәбстан сауҙагәрҙәре, Ҡыдар хакимдары Һинең сауҙалашың булды: Бәрәс, һарыҡ, кәзә тәкәләре менән алыш-биреш итте. 22 Шева һәм Рағма сауҙагәрҙәре Хуш еҫле матдәләрҙең иң яҡшылары, Аҫыл таштар менән һатыу итте, Тауарҙарың өсөн алтын бирҙе. 23 Харан, Канне, Ғеден ҡалалары, Шева сауҙагәрҙәре, Ашшур, Килмад сауҙа итте. 24 Улар баҙарҙарыңда Затлы кейемдәр, сыбар келәмдәр, Нағышлы зәңгәр туҡымалар, Ҡаты итеп ишелгән арҡандар һатты. 25 Таршиш караптары тауарҙарыңды ташыны. Диңгеҙҙәр уртаһында байыҡтың, Дан-шөһрәт ҡаҙандың. 26 Ишкәкселәрең һине асыҡ диңгеҙгә алып инде. Көнсығыш елдәре иһә Диңгеҙҙәр ҡуйынында емереп ташланы. 27 Байлыҡтарың, тауарҙарың, мал-мөлкәтең, Диңгеҙселәрең һәм кәмәселәрең, Ярыҡтарыңды ямаусы оҫталар, Сауҙагәрҙәрең, һуғышсыларың, Һиндәге барса халыҡ Һиңә ҡаза килгән көндә Диңгеҙ төбөнә китәсәк. 28 Кәмәселәреңдең ҡысҡырыуынан Яр буйҙары тетрәйәсәк. 29 Ишкәкселәр кәмәләрҙе ташлар; Диңгеҙселәр, кәмәселәр ярға сығыр. 30 Ҡысҡырышып, һыҡтап, һинең өсөн Улар әсенешеп илар. Баштарына тупраҡ һибеп, Көлдә аунай-аунай ҡайғырыр. 31 Баштарын тап-таҡыр итеп ҡырыр, Ҡайғы кейемен кейер. Һинең өсөн хәсрәтләнеп, Әрнеп-әрнеп йәш түгер. 32 Улар иңрәп һинең өсөн илар, Ҡайғырышып һыҡтау йыры һуҙыр: „Диңгеҙ уртаһында емерелгән Тир ҡалаһы кеүек тағы бармы?“ 33 Тауарҙарың диңгеҙҙәр аша килгәндә, Бик күп халыҡтарҙың тамағын туйҙырҙың. Сикһеҙ зиннәттәрең, сауҙаң менән Донъялағы батшаларҙы байыттың. 34 Инде һине диңгеҙ тәрәнлеге емергәс, Тауарҙарың һәм һиндәге кешеләрең Үҙең менән бергә һыу төбөнә китте. 35 Диңгеҙ буйы халыҡтарының барыһы Һинең тәҡдиреңә тетрәнде. Уларҙың батшаларының ҡото осто, Ҡурҡыштан сырайҙары боҙолдо. 36 Халыҡтарҙың сауҙагәрҙәре һыҙғырҙы, Ахырың ҡурҡыныс булды, Һин мәңгегә юҡҡа сыҡтың». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia