Зөлкифел 26 - Изге ЯҙмаТир ҡалаһына ҡаршы пәйғәмбәрлек 1 Һөргөндә булғаныбыҙҙың ун беренсе йылында, айҙың беренсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды: 2 – Эй әҙәм улы! Йәрүсәлим тураһында Тир ҡалаһы: «Әһә, әһә! Халыҡтар ҡапҡаһы булған ҡала емерелде, ҡапҡалары миңә асылды. Инде ул бушап ҡалғанда, мин байып китәсәкмен», – тигәйне. 3 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Эй Тир, Мин һиңә ҡаршымын. Диңгеҙ үҙенең тулҡындарын ҡалҡытҡан һымаҡ, Мин һиңә ҡаршы бик күп халыҡтарҙы ҡалҡытасаҡмын. 4 Улар Тирҙың диуарҙарын емерер, манараларын ватыр. Мин иһә хатта емереклектәренең туҙанын да һепереп түгәсәкмен һәм уны яланғас ҡаяға әйләндерәсәкмен. 5 Тир диңгеҙҙең уртаһында балыҡсыларҙың ауҙарын йәйеп киптерә торған урын булыр. Мин шулай тип әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Тир ҡәүемдәр өсөн яумал буласаҡ. 6 Тирға ҡараған ауылдарҙа йәшәгәндәр ҡылыстан үткәреләсәк. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр». 7 Раббы Хаким былай ти: «Батшаларҙың батшаһы Бабил хакимы Навуходоносорҙы аттары, яу арбалары, һыбайлылары, бөйөк ғәскәре һәм күп һанлы халҡы менән төньяҡтан Тирға килтерәсәкмен. 8 Эй Тир, ул һиңә ҡараған ауылдарҙа йәшәгәндәрҙе ҡылыстан үткәрер, һине уратып, ҡамау убалары яһар, тупраҡ өйөр, ҡалҡандарын күтәрер. 9 Диуарҙарыңды емергес ҡоралдар менән дөмбәҫләр, манараларыңды балта менән емерер. 10 Иҫәпһеҙ-һанһыҙ ат тояҡтары күтәргән саң-туҙан ҡаплап алыр һине. Диуарҙарында тишек асылған ҡалаға бәреп ингәндәгеләй, ҡапҡаларыңдан кергән сағында һыбайлыларҙың, тәгәрмәстәрҙең, яу арбаларының дөбөрҙәүенән диуарҙарың дер һелкенеп торор. 11 Аттарының тояҡтары менән урамдарыңды иҙә тапап бөтөр, халҡыңды ҡылыстан үткәрер һәм һинең ҡеүәтле бағаналарыңды ергә ҡолатыр. 12 Байлығыңды талап алырҙар, тауарҙарыңды урларҙар, диуарҙарыңды емерерҙәр, матур йорттарыңды ватырҙар, таштарыңды, бүрәнәләреңде, хатта һинән ҡалған саң-туҙанды ла диңгеҙгә ырғытырҙар. 13 Мин һиндәге йыр тауышын туҡтатырмын, арфаңдың моңдары ишетелмәҫ. 14 Һине яланғас ҡаяға әйләндерермен, ауҙарҙы йәйеп киптерә торған урын булып ҡалырһың, ҡабат төҙөлмәҫһең. Мин, Раббы, әйттем быны», – тип белдерә Раббы Хаким. 15 Раббы Хаким Тирға былай ти: «Һиндә ҡыйралыш барғанда, емерелеү тауышынан, яралыларҙың ыңғырашыуынан диңгеҙ буйындағы ерҙәр тетрәнмәҫме? 16 Диңгеҙ буйындағы илдәрҙең барса хакимдары тәхеттәренән төшөр, сапандарын, нағышлы кейемдәрен сисер – улар дәһшәткә сорналыр. Улар ҡурҡышып ергә ултырыр һәм, һинең яҙмышың хаҡында уйлап, тетрәнешеп хайран булыр. 17 Улар һинең хаҡта һыҡтау йырын көйләр: „Эй даның таралған, диңгеҙселәр төйәкләнгән ҡала, Һин һәләк булдың! Һин һәм һиндә йәшәүселәр Диңгеҙҙә иң ҡөҙрәтле инегеҙ, Бар халыҡты дәһшәткә һалдығыҙ. 18 Бөгөн, һин ҡолаған көндә, Яр буйҙары дер һелкенә. Диңгеҙҙәге утрауҙар Һәләкәтеңдән ҡурҡыуға ҡалды“». 19 Раббы Хаким былай ти: «Һине кешеһеҙ ҡалған ҡалалар кеүек емерек ҡалаға әйләндергәс, төпһөҙ диңгеҙҙәрҙе өҫтөңә түңкәргәс, ҡалын һыу ҡатламы аҫтында ҡалдырғас, 20 Мин һине үлем соҡорона төшкәндәр менән берлектә боронғо замандарҙа йәшәгәндәр янына төшөрәм. Мин һине түбәнге донъяла, мәңгелек харабалар араһында, үлем соҡорона төшөүселәр араһында төйәкләндерәм. Башҡаса һиндә кеше йәшәмәҫ, һәм тереләр донъяһында урын таба алмаҫһың. 21 Ахырыңды ҡурҡыныс итәсәкмен. Һин юҡҡа сығырһың. Һине эҙләрҙәр, әммә һис ҡасан таба алмаҫтар», – тип белдерә Раббы Хаким. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia