Зөлкифел 25 - Изге ЯҙмаҒаммон халҡына ҡаршы пәйғәмбәрлек 1 Миңә Раббы һүҙе булды: 2 – Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Ғаммон халҡына табан бор, уларға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит. 3 Ғаммон халҡына әйт: «Раббы Хакимдың һүҙен тыңлағыҙ! Раббы Хаким былай ти: Изге торлағым нәжесләнгәндә, Исраил иле тар-мар ителгәндә, Йәһүҙә халҡы һөргөнгә оҙатылғанда: „Әһә, яҡшы булды!“ – тигәйнегеҙ. 4 Шуға күрә Мин һине биләмә итеп көнсығыш халыҡтарына бирәм; арағыҙҙа сатырҙарын ҡороп, һинең ереңә төйәкләнерҙәр, емештәреңде ашарҙар, һөтөңдө эсерҙәр. 5 Рабба ҡалаһы дөйәләр өсөн көтөүлек булыр, Ғаммон ерен ваҡ мал аҙбары итермен. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ». 6 Раббы Хаким былай ти: «Исраилды мыҫҡыл итеп, бар күңелдән ҡыуана-ҡыуана ҡул сапҡаның һәм аяҡ тыпырҙатҡаның өсөн, 7 Мин дә һиңә ҡаршы ҡулымды күтәрәм, һине ҡәүемдәргә таларға бирәм. Һине халыҡтар иҫәбенән юҡ итәсәкмен, илдәр араһынан юйып ташлаясаҡмын, һәләк ҡыласаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһең». Моавҡа ҡаршы пәйғәмбәрлек 8 Раббы Хаким былай ти: «Моав менән Сеғир халҡы: „Ҡарағыҙ, Йәһүҙә нәҫеленең башҡа ҡәүемдәрҙән бер айырмаһы ла юҡ!“ – тигән өсөн 9 Моавтың бер сигенән икенсе сигенә тиклем бөтә ҡалаларын, илдең күрке булған Бейт-Йешимоҫ, Бәғел-Меғон, Ҡиръяҫаимдан башлап, һаҡлауһыҙ ҡалдырасаҡмын. 10 Моавты ғаммондар менән бергә көнсығыш халыҡтарына биләмә итеп бирәсәкмен. Шулай итеп, Ғаммон халҡы ҡәүемдәр иҫәбендә башҡаса иҫкә алынмаҫ. 11 Моавты хөкөм итәсәкмен. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр». Эдомға ҡаршы пәйғәмбәрлек 12 Раббы Хаким былай ти: «Эдом, Йәһүҙә халҡынан үс алып, ҙур ғәйеп эшләне. 13 Шуға күрә, – ти Раббы Хаким, – Мин дә ҡулымды Эдомға ҡаршы күтәрәсәкмен, кешеләрен дә, малдарын да юҡ итәсәкмен, илде бушлыҡҡа әйләндерәсәкмен. Темандан алып Деданға тиклем эдомдар ҡылыстан ҡырыласаҡ. 14 Эдомдан үсемде халҡым Исраилдың ҡулы менән аласаҡмын. Улар Эдомда Минең асыуым һәм нәфрәтем буйынса эш итәсәктәр. Эдом халҡы Минең үс ҡандырыуымды аңлаясаҡ», – тип белдерә Раббы Хаким. Пелештиҙәргә ҡаршы пәйғәмбәрлек 15 Раббы Хаким былай ти: «Пелештиҙәрҙең үсе аяуһыҙ. Йөрәктәре нәфрәт менән тулы булғанға күрә, улар үс алдылар, сикһеҙ дошманлыҡ менән юҡ итергә маташтылар. 16 Шуға күрә, – ти Раббы Хаким, – пелештиҙәргә ҡаршы ҡулымды күтәрәм, керетиҙәрҙе юҡ итәм, диңгеҙ буйында йәшәгәндәренең иҫән ҡалғандарын һәләк ҡылам. 17 Ҡот осҡос язалар менән уларҙан үсемде алам. Үсемде алғас, улар Минең Раббы икәнемде белер». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia