Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 24 - Изге Яҙма


Тутыҡҡан ҡаҙан

1 Һөргөнөбөҙҙөң туғыҙынсы йылында, унынсы айҙың унынсы көнөндә миңә Раббы һүҙе булды:

2 – Эй әҙәм улы, был көндө, бына ошо көндө яҙып ҡуй – Бабил батшаһы тап ошо көндө Йәрүсәлимде ҡамауға алды.

3 Был фетнәсел халыҡҡа мәҫәл һөйлә. Әйт уларға, Раббы Хаким былай ти: «Ҡаҙан аҫ. Ҡаҙан аҫ та һыу ҡой.

4 Ит һал, иң һәйбәт өлөшөн: Бото менән ҡалаҡ һөйәген, Бай һөйәктәрен тултыр.

5 Һарыҡтарҙың иң һимеҙен һайла. Ҡаҙан аҫтына ут тоҡандыр; Һөйәктәре таралғансы ҡайнат».

6 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Ҡан түккән ҡалаға ҡайғы! Тутыҡҡан һәм тутығы бөтмәгән ҡаҙанға һәләкәт! Йәрәбә ташлап тормай итенән бушат, Сығарып ырғыт киҫәк-киҫәк.

7 Ҡала эсендә ҡан ҡойолдо; Яланғас ҡая өҫтөнә түкте ҡанды, Туҙан менән булһа ла ҡапланырлыҡ урынға ла түкмәне.

8 Мин дә асыуымды тоҡандырыр, Үс алыр өсөн Уның ҡанын яланғас ҡаяға түктем, Әйҙә, күренеп торһон».

9 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Ҡан түккән ҡалаға ҡайғы! Мин дә усаҡ өсөн утын йыясаҡмын.

10 Утын өҫтә, ут тоҡандыр, Итте яҡшы итеп бешер. Ҡаҙанда ҡуйырғансы, Һөйәктәр көйөп бөткәнсе ҡайнат.

11 Шунан буш ҡаҙанды ҡуҙға ултырт. Янһын, баҡыры ҡыҙһын. Бөтөн әшәкеһе көйөп бөтһөн; Юшҡыны юҡ булһын.

12 Бөтә тырышлыҡтар бушҡа сыҡты. Ҡаҙандың юшҡыны таҙарманы. Хатта ут та бөтөрә алманы.

13 Әхлаҡһыҙлығың һине нәжесләне, Ни тиклем таҙартмайым, һаман нәжесһең. Асыуым түгелеп баҫылмайынса, Һис таҙарына алмаясаҡһың.

14 Мин, Раббы, әйттем быны. Әйткәнемде бойомға ашырыр ваҡыт етте, Эшләрмен, кире уйламам; Йәлләмәм, ҡыҙғанып тормам. Ҡыуған юлыңа, ҡылған ғәмәлдәреңә күрә хөкөм ителерһең», – тип белдерә Раббы Хаким.


Зөлкифелдең ҡатынының үлеме

15 Миңә Раббы һүҙе булды:

16 – Эй әҙәм улы, бер ауырыу ебәреп, күҙҙәреңдең ҡыуанысын тартып аласаҡмын. Әммә һыҡтама, илама, күҙҙәреңдең йәше түгелмәһен.

17 Эсеңдән генә һыҡта, үлгән кешең өсөн матәм йолаһын үткәрмә. Сәлләң менән ҡатаңды кей, йөҙөңдөң аҫҡы өлөшөн ҡаплама, йыназа икмәге ашама.

18 Мин иртәнсәк халыҡ менән һөйләштем, ә кискеһен минең ҡатыным үлде. Иртәгәһенә, миңә нисек бойоролған булһа, шулай эшләнем.

19 Халыҡ минән: – Ниңә былай эшләгәнеңдең мәғәнәһен беҙгә аңлатып бирә алмаҫһыңмы? – тип һораны.

20 – Миңә Раббы һүҙе булды, – тип яуап бирҙем. –

21 Исраил халҡына әйтергә ҡушып, Раббы Хаким былай ти: «Ғорурлығығыҙҙы һәм көсөгөҙҙө, күҙҙәрегеҙҙең ҡыуанысы, күңелегеҙҙең йыуанысы булған Изге торлағымды нәжесләйәсәкмен. Һеҙ ҡалала ҡалдырған улдарығыҙ менән ҡыҙҙарығыҙ ҡылыстан үткәреләсәк.

22 Шунда әле Зөлкифел нимә эшләһә, һеҙ ҙә шуны эшләйәсәкһегеҙ: йөҙөгөҙҙөң аҫҡы өлөшөн ҡапламаясаҡһығыҙ, йыназа икмәген ашамаясаҡһығыҙ.

23 Сәлләгеҙ – башығыҙҙа, ҡатағыҙ аяғығыҙҙа булыр. Йәш түкмәҫһегеҙ, иламаҫһығыҙ, бер-берегеҙ алдында ыңғырашып, ғәйебегеҙ арҡаһында һулырһығыҙ.

24 Зөлкифел һеҙҙең өсөн билдә буласаҡ: ул нимә эшләй, һеҙ ҙә шуны эшләйәсәкһегеҙ. Ошолар бойомға ашҡас, Минең Раббы Хаким икәнемде белерһегеҙ».

25 Ә һиңә килгәндә, эй әҙәм улы, уларҙың һыйынысын, һөйөнөсөн һәм данын, күҙҙәренең ҡыуанысын, күңелдәренең йыуанысын, улдарын һәм ҡыҙҙарын тартып алған көнөмдә,

26 шул көндө һинең яныңа ҡасып ҡотолған берәү килер. Ул булған ваҡиғаларҙы һиңә һөйләп бирер.

27 Ана шул ҡасҡын янында телең асылыр. Һин уның менән һөйләшерһең, башҡаса өнһөҙ ҡалмаҫһың. Һин улар өсөн билдә булырһың. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белер.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan