Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 22 - Изге Яҙма


Йәрүсәлимдең гонаһтары

1 Миңә Раббы һүҙе булды:

2 – Ә һин, эй әҙәм улы, Йәрүсәлимде хөкөм итмәйәсәкһеңме ни? Ҡан түгеүсе был ҡаланы хөкөм итмәҫһеңме? Әйҙә, бөтә ерәнгес эштәрен уға белдер.

3 Әйт уға, Раббы Хаким былай ти: «Эй, үҙенең эсендә ҡан түгеп, һәләкәтен яҡынайтҡан, боттар яһап, үҙен нәжесләгән ҡала!

4 Түккән ҡаның арҡаһында ғәйепкә тарының, яһаған боттарың менән үҙеңде нәжесләнең һәм яза көнөңдө яҡынайттың, йылдарыңдың ахырына еттең. Шуға күрә һине ҡәүемдәргә мәсхәрәгә бирермен, бөтә илдәрҙең күҙ алдында көлкөгә ҡаласаҡһың.

5 Яманатлы, фетнә тулы ҡала, яҡындағылар ҙа, йыраҡтағылар ҙа һине мыҫҡыл итер.

6 Һиндәге Исраил хакимдары үҙҙәренең көсөн файҙаланып ҡан түкте.

7 Һиндә ата менән әсәне хурлайҙар, килмешәкте рәнйетәләр, етем менән тол ҡатынды ҡыйырһыталар.

8 Һин Минең изге әйберҙәремде һанға һуҡманың, шәмбе көндәремде боҙҙоң.

9 Яла яғыусыларың кеше ҡанын түгә. Тауҙарҙағы боттарға ҡорбан ителгән итте ашаусылар, әшәкелек эшләгәндәр,

10 аталарының ҡатындары менән ятҡандар, күрем ваҡытында ҡатындарын көсләгәндәр йәшәй һиндә.

11 Берәүҙәр яҡынының ҡатыны менән аҙғынлыҡ ҡыла, икенселәр киленен нәжесләй, өсөнсөһө үҙенен ҡыҙ туғанын, атаһының ҡыҙын, мәсхәрәләй.

12 Ришүәт өсөн кеше ҡанын түгәләр, бурысҡа аҡса биреп, уны арттырып алалар, хаҡһыҙ табыш алыр өсөн яҡындарын талайҙар, ә Мине иҫкә лә алмайҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. –

13 Бына, Мин һин нахаҡ юл менән табыш алған, һинең эсеңдә ҡан түгелгән өсөн асыу менән усымды усыма һуғам.

14 Мин һиңә ҡаршы эш иткән көндәрҙә йөрәгең ҡалтырамаҫмы, ҡулдарыңдың хәле ҡалырмы? Мин, Раббы, әйттем быны һәм әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын.

15 Мин һинең халҡыңды ҡәүемдәр араһына таратып ташлайым, төрлө илдәргә ҡыуып ебәрәм, һиндәге әшәкелектәргә сик ҡуям.

16 Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең халҡыңды хурлыҡҡа ҡалдырғанда, Минең Раббы булғанымды белерһең».

17 Миңә Раббы һүҙе булды:

18 – Эй әҙәм улы, Исраил нәҫеле Минең өсөн көмөштө иретеп таҙартҡандан һуң тороп ҡалған төпрә кеүек булды. Һәммәһе бергә тимерлек усағында ҡалған файҙаһыҙ төпрәгә – аҡ ҡурғаш, баҡыр, тимер һәм ҡара ҡурғаш ҡатнашмаһына – әйләнде.

19 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Бөтәгеҙ ҙә төпрә кеүек булғанығыҙ өсөн, һеҙҙе Йәрүсәлимдең уртаһына йыясаҡмын.

20 Ут өрҙөрөп иретер өсөн көмөштө, баҡырҙы, тимерҙе, ҡара һәм аҡ ҡурғашты тимерлек усағына бергә һалған кеүек, Мин дә асыу һәм ярһыу менән һеҙҙе бергә йыям һәм иретәм.

21 Һеҙҙе йыям да асыуым ялҡыны менән өрәм. Ҡаланың уртаһында ирейәсәкһегеҙ.

22 Көмөш тимерлек усағында нисек ирей, һеҙ ҙә ҡала уртаһында шулай ирерһегеҙ. Шунда Мин Раббының һеҙгә асыуымды түккәнен белерһегеҙ».

23 Миңә Раббы һүҙе булды:

24 – Эй әҙәм улы, Исраилға әйт: «Асыу көнөндә таҙарынмаған, өҫтөнә ямғыр яумаған ер һин.

25 Исраил хакимдары – ырылдап ҡорбанын йыртҡыслаған арыҫлан кеүек йәндәрҙе ҡыя, малды һәм хазиналарҙы тартып ала, ҡатындарҙы тол ҡалдыра.

26 Ҡаһиндары Минең ҡанунымды боҙҙо, изге әйберҙәремде нәжесләне, хәрәм менән хәләлде айырманы, пак менән нәжес араһындағы айырманы өйрәтмәне, Минең шәмбе көндәремде һанға һуҡманы, һәм Мин улар араһында бысрандым.

27 Ундағы башлыҡтар табышын йыртҡыслаған бүре шикелле: хаҡһыҙ табыш алыр өсөн кешеләрҙең ҡанын ҡоялар, йәнен ҡыялар.

28 Пәйғәмбәрҙәре, уйҙырма күренмештәр күреп, ялған күрәҙәлек итеп, был ғәмәлдәрҙең өҫтөн һылап-шымартып ҡуя; Мин Раббы әйтмәгән хәлдә лә: „Раббы Хаким шулай ти“, – тип һөйләй.

29 Ил халҡы бер-береһен иҙә, талай; ярлы менән мохтажды ҡыйырһыта, килмешәкте хаҡһыҙ рәнйетә.

30 Араларында диуарҙы ҡалҡытырлыҡ, диуарҙың емерелеп төшкән урынында тороп, был илде һәләкәттән һаҡлап ҡалыу өсөн Минең ҡаршыма баҫырлыҡ кеше эҙләнем, әммә берәүҙе лә таба алманым.

31 Шуға күрә өҫтәренә асыуымды түгәсәкмен, ярһыуым менән яндырып юҡ итәсәкмен, ҡылғандарын үҙҙәренең баштарына төшөрәсәкмен», – тип белдерә Раббы Хаким.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan