Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 21 - Изге Яҙма


Раббының ҡылысы

1 Миңә Раббы һүҙе булды:

2 – Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Йәрүсәлимгә табан бор, изге урындарға ҡаршы һөйлә, Исраил еренә ҡаршы пәйғәмбәрлек ит.

3 Исраил еренә әйт, Раббы былай ти: «Бына, Мин һиңә ҡаршы сығам! Ҡынынан ҡылысымды һурып алам да һәммәгеҙҙе – тәҡүәләрҙе лә, яуыздарҙы ла – ҡырам.

4 Тәҡүәне лә, яуызды ла юҡ итер өсөн ҡынынан сыҡҡан ҡылысым көньяҡтан төньяҡҡа тиклем бөтә йән эйәһенә йүнәләсәк.

5 Шунда һәр йән эйәһе белер: Мин Раббы ҡылысымды ҡынынан тартып сығарҙым, һәм ул урынына ҡабат кермәйәсәк».

6 Ә һин, эй әҙәм улы, уларҙың күҙ алдында һыҡта, бот сабып, хәсрәтләнеп иңрә.

7 Улар һинән: «Ниңә иңрәйһең?» – тип һорағанда, «Килә ятҡан ҡурҡыныс хәбәр арҡаһында, – тип яуапла. – Ул килгәс, һәр бер йөрәк хәлһеҙләнәсәк, бөтә ҡулдар һәленәсәк, рухтар төшәсәк, тубыҡтар ҡалтыраясаҡ. Бына шул яҡынлаша, һәм ул ғәмәлгә ашасаҡ. Раббы Хаким шулай тип белдерә».

8 Миңә Раббы һүҙе булды:

9 – Эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Ҡылыс, ҡылыс инде сарланған, ялтыратылған,

10 Үлтереү өсөн ҡайралған, Йәшендәй ялтлар өсөн ялтыратылған. Тик нимәгә шатланайыҡ? Ул ҡылыс улымдың хакимлыҡ таяғына, Башҡа бар ағастарға ҡараған һымаҡ, Хурлап баға!

11 Бына ҡылыс ҡулға ҡыҫып тотор өсөн Сарланырға бирелде, Үткерләп ялтыратылды, Үлтереүсе ҡулы өсөн әҙерләнде.

12 Үкереп ила, әҙәм улы, һыҡта! Сөнки был ҡылыс халҡыма ҡаршы, Исраилдың бар башлыҡтарына ҡаршы күтәрелгән. Улар халҡым менән бергә Ҡылыс ихтыярына бирелде. Бының өсөн күкрәгеңде төйә-төйә ила!

13 Алда – һынау. Әгәр ҡылыс хурлап баҡҡан Хакимлыҡ таяғы ла булмаһа, нимә булыр? – тип белдерә Раббы Хаким. –

14 Һин, эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек ит. Усыңа усыңды һуҡ! Ҡылыс ике, өс мәртәбә сапһын. Ул – үлтереүсе ҡылыс, Оло ҡыйралыш ҡылысы. Кешене һәр ерҙә тапҡан ҡылыс.

15 Шуға күрә йөрәктәре хәлһеҙләнер, Абынып йығылғандар күп булыр. Бөтә ҡапҡалар янына Дәһшәтле ҡылыс ҡуйҙым. Ул йәшен кеүек ялтлаһын өсөн эшләнгән, Үлтерер өсөн ҡайралған.

16 Эй ҡылыс, уңға ла, һулға ла сап, Йөҙөң ҡайҙа йүнәлә, шунда тураҡла!

17 Мин дә усымды усҡа һуғырмын, Ярһыуымды шулай баҫырмын. Мин, Раббы, әйттем быны!»

18 Миңә тағы Раббы һүҙе булды:

19 – Эй әҙәм улы, Бабил батшаһының ҡылысы килһен өсөн ике юл билдәлә; уларҙың икеһе лә бер ерҙән башланһын. Был ҡалаларға илткән юлдар сатына билдә ҡуй.

20 Ҡылысҡа ғаммондарҙың Рабба ҡалаһына һәм Йәһүҙәгә, нығытмалы Йәрүсәлимгә барыр өсөн юл билдәлә.

21 Сөнки Бабил батшаһы айырсала, юл сатында, күрәҙәлек итер өсөн туҡталыр: уҡтарын һелкетер, боттарынан һорашыр, ҡорбан ителгән малдың бауырына бағыр.

22 Уң ҡулында ҡала диуарҙарын ватырға емергес ҡорал ҡуйырға, һуғыш башларға бойороҡ биреү, яу ораны һалыу, емергес ҡоралды ҡапҡаға яҡынайтыу, тупраҡтан убалар өйөү, ҡамау нығытмалары төҙөү өсөн Йәрүсәлимде күрһәткән йәрәбә буласаҡ.

23 Бабил батшаһы менән ант биреп килешеү төҙөшкән йәрүсәлимдәргә был юрау ялған булып тойолор. Әммә Бабил батшаһы, ғәйептәрен хәтергә төшөрөп, уларҙы әсиргә аласаҡ.

24 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Ғәйебегеҙҙе фаш ҡылып, барлыҡ эштәрегеҙҙә лә гонаһтарығыҙҙы күрһәтеп, ҡылған енәйәттәрегеҙҙе үҙегеҙ хәтергә төшөргән өсөн һеҙҙе әсир итеп аласаҡтар.

25 Ә һин, эй Исраилдың бысраҡ, залим хакимы, һәләкәт көнөң яҡынлаша, язаланыр көнөң килә».

26 Раббы Хаким былай ти: «Сәлләңде сис, тажыңды ташла! Инде бөтә нәмә үҙгәрәсәк: Түбәнһетелгән – күтәреләсәк, Юғары булған – түбән төшөрөләсәк.

27 Емерәм, емерәм, емерәм был ҡаланы! Бындай емерелеүҙең быға тиклем булғаны юҡ ине. Уның ысын хужаһы килгәнгә тиклем ул шулай ҡаласаҡ. Мин ҡаланы уға бирәсәкмен».

28 Ә һин, эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек итеп әйт, Ғаммон халҡы һәм уларҙың мыҫҡыллауы тураһында Раббы Хаким былай ти: «Ҡылыс, ҡылыс! Ҡырыр өсөн ҡынынан сығарылған, Юҡ итер өсөн, Йәшен кеүек ялтлаһын өсөн ҡайралған.

29 Һинең туралағы күренмештәр ялған, Күрәҙәлектәр алдатҡыс. Үлемдәре килгән яуыздарҙың Муйындарына инерһең, ҡылыс! Уларҙың һәләкәт көнө яҡынлашты, Язаланыр көнө килде.

30 Ҡылысыңды ҡынына тыҡ! Мин һине яратылған ереңдә, Тыуған тупрағыңда хөкөм итәсәкмен.

31 Асыуымды өҫтөңә түгермен, Утлы ярһыуым менән өтөрмөн, Һине аяуһыҙ кешеләрҙең ҡулына тапшырырмын, Үлтерергә оҫта бәндәләргә бирермен.

32 Һин ут өсөн ем булырһың, Ил эсендә ҡаның түгеләсәк, Хатта хәтергә лә алынмаясаҡһың. Мин, Раббы, әйттем быны».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan