Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 20 - Изге Яҙма


Исраилдың хыянатсыллығы

1 Һөргөндә йәшәүебеҙҙең етенсе йылында, бишенсе айҙың унынсы көнөндә Исраил аҡһаҡалдарының ҡайһы берәүҙәре Раббынан кәңәш һорар өсөн килеп ҡаршыма ултырҙы.

2 Шунда миңә Раббы һүҙе булды:

3 – Эй әҙәм улы, Исраил аҡһаҡалдарына әйт, белдер уларға, Раббы Хаким былай ти: «Һеҙ Минән кәңәш һорарға килдегеҙме? Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, Мин һеҙҙең һорауҙарығыҙға яуап бирмәйәсәкмен», – тип белдерә Раббы Хаким. –

4 Хөкөм ҡылаһыңмы уларға, эй әҙәм улы, дәғүәләшәһеңме улар менән? Аталарының ерәнгес эштәрен һөйләп бир уларға.

5 Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Исраилды һайлап алған көнөмдә, ҡулымды күтәреп, Яҡуп тоҡомона ант иттем, Мысыр ерендә уларға Үҙемде таныттым: „Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ!“ – тип ант иттем.

6 Шул көндө уларҙы Мысырҙан алып сығырға, улар өсөн һайлаған иң гүзәл ергә – һөт һәм бал ағып ятҡан ергә алып барырға ант иттем.

7 Мин уларға, һәр берегеҙ бил бөккән ерәнгес һындарҙы алып быраҡтырһын, Мысырҙың боттары менән үҙен нәжесләмәһен, Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ, тинем.

8 Әммә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе, әйткәнемә ҡолаҡ һалманы. Бер кем дә үҙе бил бөккән ерәнгес боттарҙы алып ташламаны, Мысырҙың боттарын ырғытманы. Шунда Мысырҙа ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды, асыуымды түгәсәгемде әйттем.

9 Әммә Мин Үҙемдең исемем хаҡына, улар араларында йәшәгән ҡәүемдәр алдында исемемә тап төшмәһен өсөн быны эшләмәнем, сөнки уларҙың күҙе алдында исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡҡан сағымда Үҙемде танытҡайным.

10 Шуның өсөн Мин Исраил халҡын Мысырҙан сығарҙым һәм сүллеккә алып килдем.

11 Уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды бирҙем, ҡанун-ҡағиҙәләремде белдерҙем.

12 Шулай уҡ арабыҙҙағы килешеү билдәһе итеп, уларға шәмбе көнө бирҙем. Шул саҡта Минең уларҙы изге ҡылыр өсөн Үҙемә айырып алған Раббы икәнемде беләсәктәр, тинем.

13 Әммә Исраил нәҫеле сүлдә Миңә ҡаршы баш күтәрҙе. Уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләремде инҡар итте, шәмбе көндәремде бөтөнләй боҙҙо. Шуға күрә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды һәм сүлдә уларҙы юҡ итәсәгемде әйттем.

14 Әммә исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡҡанымды күргән ҡәүемдәр күҙендә Мин Үҙемдең исемем хаҡына, исемемә тап төшмәһен өсөн улай эшләмәнем.

15 Мин сүлдә уларға ҡулымды күтәреп ант иттем: уларҙы иң гүзәл ергә, һөт һәм бал ағып ятҡан ергә алып инмәйәсәкмен.

16 Сөнки улар ҡағиҙәләремде кире ҡаҡты, бойороҡтарымды тыңламаны, шәмбе көндәремде боҙҙо, уларҙың күңелдәре боттарына береккәйне.

17 Шуға ҡарамаҫтан, Мин уларҙы ҡыҙғандым, уларҙы һәләк итмәнем, сүлдә ҡырып ташламаным.

18 Сүлдә уларҙың балаларына әйттем: „Аталарығыҙҙың йолалары буйынса йәшәмәгеҙ, уларҙың ҡағиҙәләрен тотмағыҙ, боттары менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ.

19 Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ. Минең ҡағиҙәләрем буйынса йәшәгеҙ, бойороҡтарымды тотоғоҙ һәм уларҙы ғәмәлгә ашырығыҙ.

20 Шәмбеләремде изге тип белегеҙ. Улар Минең менән һеҙҙең арала килешеү билдәһе булып ҡалһын. Шунда Минең Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ, икәнемде белерһегеҙ“.

21 Әммә балалары ла Миңә ҡаршы баш күтәрҙе: уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләрем буйынса йәшәмәне, шәмбе көндәремде һанламаны. Шунда Мин сүлдә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды, асыуымды түгәсәгемде әйттем.

22 Әммә ҡулымды тыйҙым. Исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡҡанымды күргән ҡәүемдәр алдында исемем хаҡына, исемем хурлыҡҡа ҡалмаһын өсөн Мин быны эшләмәнем.

23 Мин сүлдә уларҙы ҡәүемдәр араһына таратырға, төрлө ерҙәргә һибергә ант иттем,

24 сөнки ҡанун-ҡағиҙәләремде үтәмәнеләр, бойороҡтарымды кире ҡаҡтылар, шәмбе көндәремде боҙҙолар, ата-бабаларының боттарына күҙ төбәнеләр.

25 Мин дә уларға яман ҡағиҙәләр, йәшәр өсөн яраҡһыҙ ҡанундар бирҙем.

26 Уларға килтергән саҙаҡалары – тәүге булып тыуған һәр ир баланы утта ҡорбан итеү менән үҙҙәрен нәжесләргә ихтыяр бирҙем. Дәһшәткә төшһөндәр һәм Минең Раббы булғанымды белһендәр өсөн эшләнем быны».

27 Шуға күрә, эй әҙәм улы, Исраил халҡына һөйлә, әйт уларға, Раббы Хаким былай ти: «Һеҙҙең аталарығыҙ, Миңә хыянат итеп, бына тағы нисек хурланылар:

28 Мин бирәм тип ант иткән илгә уларҙы алып килгәндән һуң, улар һәр бейек ҡалҡыулыҡ, суҡ япраҡлы ағас күреү менән, шунда ҡорбан сала, Мине асыуландырырлыҡ саҙаҡаларын килтерә, хуш еҫ төтәтә, шарап ҡорбандары түгә башланы.

29 Мин уларҙан: „Һеҙ бара торған ниндәй ҡалҡыулыҡ ул?“ – тип һораным. Шуға күрә ул урындар бөгөнгә тиклем Бама тип атала».

30 Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Аталарығыҙ һымаҡ һеҙ ҙә үҙегеҙҙе нәжесләмәйһегеҙме? Уларҙың ерәнгес боттары артынан эйәреп зина ҡылмайһығыҙмы?

31 Һеҙ, боттарға бүләктәр килтереп, балаларығыҙҙы утта яндырып, бөгөнгә тиклем бөтә боттарығыҙ менән үҙегеҙҙе нәжесләйһегеҙ. Шулай икән, нисек килеп Минән кәңәш һорарға баҙнат итәһегеҙ, эй Исраил нәҫеле? Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – һеҙгә һорарға рөхсәт бирмәйәсәкмен.

32 Һеҙ: „Ағасҡа, ташҡа табынған ҡәүемдәр, ят ҡәбиләләр кеүек буласаҡбыҙ“, – тиһегеҙ. Әммә был ниәтегеҙ бер ваҡытта ла ғәмәлгә ашмаҫ.

33 Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – һеҙгә ҡөҙрәтем, һуҙылған ҡулым һәм көслө асыуым менән хакимлыҡ итәсәкмен.

34 Ҡөҙрәтем, һуҙылған ҡулым менән, көслө асыуымды түгеп, һеҙҙе халыҡтар араһынан сығарасаҡмын, Үҙем таратҡан илдәрҙән йыйып аласаҡмын.

35 Һеҙҙе халыҡтарҙың сүленә алып барасаҡмын һәм шунда һеҙҙең менән йөҙмә-йөҙ хөкөмләшәсәкмен.

36 Аталарығыҙ менән Мысыр сүлендә нисек хөкөмләшкәнмен, һеҙҙең менән дә шулай хөкөмләшәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. –

37 Һеҙҙе көтөүсе таяғым аҫтынан үткәрәсәкмен һәм килешеүемдең теҙгененә индерәсәкмен.

38 Мин һеҙҙе фетнәселәрҙән, Миңә буйһонмаған кешеләрҙән таҙартасаҡмын. Мин уларҙы килмешәк булып йәшәгән илдән сығарып ебәрермен, әммә улар Исраил еренә аяҡ баҫмаясаҡ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.

39 Эй Исраил халҡы, Раббы Хаким былай ти: „Әгәр ҙә Мине тыңламайһығыҙ икән, китеп, һәр берегеҙ үҙегеҙҙең боттарығыҙға табынығыҙ. Әммә бүләктәрегеҙ һәм боттарығыҙ менән Минең изге исемемде башҡаса бысратаһы булмағыҙ.

40 Сөнки мөҡәддәс тауымда, Исраилдың бейек тауында, – тип белдерә Раббы Хаким, – бөтә Исраил нәҫеле, илендә күпме бар, бөтөнөһө, Миңә хеҙмәт итәсәк. Унда уларҙы рәхәтләнеп ҡабул итәсәкмен, саҙаҡаларығыҙҙы, тәүге уңыш ҡорбандарын, бөтә мөҡәддәс бүләктәрегеҙҙе ҡабул итәсәкмен.

41 Халыҡтар араһынан сығарып, таралған илдәрегеҙҙән йыйып алғас, һеҙҙе хуш еҫ ҡорбанылай ҡабул итәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙе алдында арағыҙҙа Үҙемдең изгелегемде күрһәтәсәкмен.

42 Ата-бабаларығыҙға ант итеп вәғәҙә биргән Исраил еренә һеҙҙе алып ингәнемдә Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.

43 Унда үҙегеҙҙе нәжесләгән ҡылыҡтарығыҙҙы, ғәмәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ һәм ҡылған яуызлыҡтарығыҙ өсөн үҙегеҙҙән ерәнерһегеҙ.

44 Эй Исраил нәҫеле, һеҙҙең менән яуыз юлдарығыҙға, аҙғын эштәрегеҙгә күрә түгел, исемем хаҡына мөғәмәлә иткәнемдә, Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ“», – тип белдерә Раббы Хаким.


Негевтағы янғын

45 Миңә Раббы һүҙе булды:

46 – Эй әҙәм улы, йөҙөңдө көньяҡҡа табан бор, көньяҡҡа өндәш, Негев урманына ҡаршы пәйғәмбәрлек ит.

47 Негев урманына әйт: «Раббы һүҙенә ҡолаҡ һал, Раббы Хаким былай ти: „Бына Мин һиңә ут төртәм. Ул бөтә ағастарҙы – йәшәреп ултырғанын да, ҡороғанын да – ялмаясаҡ. Дөрләгән ялҡын һүнмәйәсәк, һәм көньяҡтан төньяҡҡа тиклем бөтәһенең дә йөҙҙәре өтөләсәк.

48 Ут төртөүсенең Мин – Раббы икәнен барлыҡ йән эйәләре лә күрәсәк. Ул ялҡын һүнмәйәсәк“».

49 Шунда мин былай тинем: – Эй Хакимым Раббым! Был кешеләр минең хаҡта: «Ул тик йомаҡ ҡына ҡойған бер әҙәм түгелме ни?» – тиҙәр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan