Зөлкифел 19 - Изге ЯҙмаИсраил хакимдары өсөн һыҡтау 1 – Ә һин Исраил хакимдары өсөн һыҡтау йырлап әйт: 2 «Нимә ине һинең әсәң? Арыҫландар араһында бер инә арыҫлан! Ул йәш арыҫландар араһында ятыр, Балаларын үҫтерер ине. 3 Балаларының береһен ҙурайтҡайны, Ул йәш арыҫланға әйләнде, Ҡорбанын йыртҡысларға өйрәнде – Кешеләр ашаны. 4 Ҡәүемдәр уның хаҡында ишеттеләр; Арыҫланды үҙҙәре ҡаҙған соҡорға төшөрҙөләр. Моронона ырғаҡ ҡаҙап Уны Мысырға һөйрәкләнеләр. 5 Инә арыҫлан, уны көтөп, өмөтөн юйғас, Балаһының икенсеһен алды, Уны йәш арыҫлан итеп үҫтерҙе. 6 Был бала йәш арыҫландар араһында йөрөнө, Ул да йәш арыҫлан булды. Табышын йыртҡысларға өйрәнде – Кешеләр ашаны. 7 Уларҙың ҡәлғәләрен емерҙе, Ҡалаларын харабаға әйләндерҙе; Илдә йәшәгән барыһы Уның ырылдауынан ҡурҡыуға төштө. 8 Шул саҡ тирә-яҡ ерҙәрҙең кешеләре Уға ҡаршы күтәрелде. Өҫтөнә ау ташланы, Уны тоҙаҡтарына төшөрҙө. 9 Уны, ырғаҡ менән эләктереп, Ситлеккә ултырттылар, Бабил батшаһына килтерҙеләр; Тауышы Исраил тауҙарында Башҡаса ишетелмәһен тип, Уны бик аҫтында тоттолар. 10 Һинең әсәң һыу буйындағы баҡсала Үҫкән бер йөҙөм ағасы һымаҡ ине. Мул һыуҙарҙан тәлгәше суҡ булды, Емеше уңды. 11 Ботағы батшаға хакимлыҡ таяғы Яһарлыҡ кимәлдә көслө ине. Ҡуйы япраҡтары араһында Олоно болоттарға олғашты. Бейеклеге, суҡлығы менән айырылып торҙо. 12 Әммә уны, асыу менән Йолҡоп сығарып, ергә аттылар. Шәреҡ еле уны ҡоротто, Емештәре йолҡоп алынды, Көслө ботаҡтары һулыны, Уларҙы ут ялманы. 13 Инде сүлгә, Һыуһыҙ ҡоро ергә күсерелде. 14 Олононан ут сыҡты ла Емештәрен ялмап алды, Хакимлыҡ таяғы булырлыҡ Көслө ботағы ҡалманы». Был – һыҡтау йыры, ул һыҡтау йыры булып ҡаласаҡ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia