Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 18 - Изге Яҙма


Шәхси яуаплылыҡ

1 Миңә Раббы һүҙе булды:

2 – Исраил ере тураһында «Аталары бешмәгән йөҙөм ашаны, балаларының теше ҡамашты», – тигән мәҡәл менән нимә әйтмәксе булаһығыҙ?

3 Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – һеҙ Исраилда был мәҡәлде башҡа әйтмәйәсәкһегеҙ.

4 Белеп ҡуйығыҙ: һәр кешенең йәне Минеке: атаның йәне Минеке булған һымаҡ, баланың йәне лә Минеке. Кем гонаһ ҡылған, шул үләсәк!

5 Әйтәйек, берәү тәҡүә, Ул ғәҙел, тоғро ғәмәлдәр ҡыла,

6 Тауҙарҙа боттарға килтерелгән ҡорбандарҙы ашамай, Исраил нәҫеленең боттарына табынмай, Яҡынының ҡатынын нәжесләмәй; Күрем күргән ҡатынға яҡынламай,

7 Бер кемде лә ҡыйырһытмай, Бурысҡа алғандың аманатын ҡайтара, Кеше таламай, Асҡа икмәк, яланғасҡа кейем бирә,

8 Үтескә биргән өсөн килем талап итмәй, Яуызлыҡтан ҡулын тыя; Ике кеше араһында ғәҙел хөкөм йөрөтә,

9 Минең ҡанундарыма күрә эш итә, Ҡағиҙәләремде ихлас тота – Шул тәҡүә кеше. Һис шикһеҙ, ул йәшәйәсәк, – тип белдерә Раббы Хаким. –

10 Әйтәйек, ул кешенең бер улы булһа, Һәм ул юлбаҫарлыҡ ҡылһа, ҡан түкһә, Туғанына ҡаршы ошоларҙың береһен эшләһә,

11 Атаһы ҡылмаған эштәрҙе ҡылһа: Тауҙарҙа боттарға килтергән ҡорбанды ашаһа, Яҡынының ҡатынын нәжесләһә,

12 Фәҡир менән хәйерсене ҡыйырһытһа, Кеше талаһа, аманатты ҡайтармаһа, Боттарға табынһа, Ерәнгес эштәр ҡылһа,

13 Килем алыр өсөн үтескә аҡса бирһә, Уны арттырып алһа, Бындай кеше тере ҡалырмы? Юҡ, ул тере ҡала алмай! Бөтә был әшәкелектәрҙе ҡылған өсөн Ул һис шикһеҙ үлтерелер. Үлемендә үҙе ғәйепле булыр.

14 Әйтәйек, был улдың да бер улы булыр. Ул, атаһы ҡылған бөтә гонаһтарҙы күреп, Уларҙың береһен дә ҡабатламаһа –

15 Тауҙарҙа боттарға килтергән ҡорбанды ашамаһа, Исраил нәҫеленең боттарына табынмаһа, Яҡынының ҡатынын нәжесләмәһә,

16 Кешене ҡыйырһытмаһа, Бурыс өсөн аманат алмаһа, Һис кемде таламаһа, Асҡа – икмәк, яланғасҡа кейем бирһә,

17 Яуызлыҡтан ҡулын тыйһа, Үтескә аҡса биреп, арттырып түләтмәһә, Ҡанундарым буйынса йәшәһә, Ҡағиҙәләремде ихлас тотһа – Ул атаһының гонаһы өсөн үлмәҫ, Һис шикһеҙ ғүмерен һаҡлап ҡалыр.

18 Ә атаһы үҙенең ғәйебе арҡаһында үлер. Сөнки залим булды, ҡәрҙәштәрен таланы, Халҡы араһында яманлыҡ ҡылды.

19 Һеҙ: «Ни өсөн улы атаһының ғәйебе өсөн яуап бирмәй?» – тип һорайһығыҙ. Сөнки был улан ғәҙел һәм тоғро булғанды эшләй, Минең бөтә ҡағиҙәләремде үтәй, уларҙы бойомға ашыра. Әлбиттә, был кеше йәшәйәсәк.

20 Гонаһ ҡылған кеше үләсәк. Улы атаһының ғәйебен үҙ өҫтөнә алмаҫ, ата улының ғәйебен үҙ өҫтөнә алмаҫ. Тәҡүә кеше – тәҡүәлегенең, яуыз кеше яуызлығының әжерен алыр.

21 Яуызлыҡ эшләгән кеше, гонаһ ҡылыуҙан баш тартһа, бөтә ҡағиҙәләремде теүәл үтәһә, ғәҙел һәм дөрөҫ ғәмәлдәр ҡылһа, мотлаҡ йәшәр, үлмәҫ.

22 Эшләгән енәйәттәренең береһе лә иҫкә алынмаҫ: ҡылған ғәҙеллеге арҡаһында йәшәр.

23 Әллә Мин яуыз кешенең үлеменән һөйөнөс табаммы? – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин уның яман юлынан баш тартыуын һәм йәшәүен теләйем.

24 Тоғро кеше, хаҡлыҡтан тайпылып, яманлыҡ эшләһә, яуыз кеше ҡылған бөтә ерәнгес эштәрҙе ҡылһа, йәшәйәсәкме? Эшләгән яҡшылыҡтарының береһе лә иҫәпкә алынмаҫ. Ул хыянат ҡылған өсөн, эшләгән гонаһтары өсөн үлер.

25 Әммә һеҙ: «Раббының юлы дөрөҫ түгел!» – тиһегеҙ. Эй Исраил нәҫеле, тыңла: Минең юлым дөрөҫ түгелме? Үҙегеҙҙең юлдарығыҙ яңылыш түгелме һуң?

26 Тоғро кеше, үҙенең хаҡ юлын ташлап, енәйәт ҡылһа, шул арҡала үләсәк. Эйе, эшләгән енәйәте арҡаһында үләсәк ул.

27 Әгәр яуыз кеше, ҡылған яманлығынан баш тартып, ғәҙел һәм тоғро булғанды ҡылһа, үҙенең йәнен ҡотҡарыр.

28 Ҡылған бөтә енәйәттәрен танып, ихлас күңелдән ваз кискәнгә күрә, ул мотлаҡ йәшәр, үлмәҫ.

29 Ә Исраил нәҫеле: «Раббының юлы дөрөҫ түгел», – ти. Эй Исраил нәҫеле, Минең юлдарым дөрөҫ түгелме? Үҙегеҙҙең юлдарығыҙ яңылыш түгелме һуң?

30 Шуға күрә, эй Исраил нәҫеле, һеҙҙең һәр берегеҙҙе тотҡан юлығыҙға ҡарап хөкөм итәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. – Тәүбәгә килегеҙ! Гонаһығыҙ абыныу ташы булмаһын өсөн бөтә енәйәттәрегеҙҙән ваз кисегеҙ.

31 Ҡылған бөтә гонаһтарығыҙҙы ташлағыҙ. Үҙегеҙ өсөн яңы йөрәк, яңы рух булдырығыҙ! Ни өсөн һеҙгә үлергә, эй Исраил нәҫеле?

32 Мин бер кемдең дә үлеменә ҡыуанмайым, – тип белдерә Раббы Хаким. – Гонаһтарығыҙҙан ваз кисегеҙ ҙә йәшәгеҙ!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan