Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 15 - Изге Яҙма


Йөҙөм ағасы тураһында ҡисса

1 Миңә Раббы һүҙе булды:

2 – Эй әҙәм улы, йөҙөм ағасының олоно урмандағы башҡа ағастарҙың ботағынан ни яғы менән яҡшыраҡ?

3 Уны берәй нәмә яһар өсөн ҡулланалармы? Исмаһам, берәй әйберҙе элеп ҡуйыр өсөн ҡаҙаҡ яһарға эшкинерме?

4 Бына ул яндырыр өсөн утҡа ташланыр. Ут уның остарын яндырып, уртаһын көйҙөргәндән һуң ул берәй эшкә ярармы?

5 Бөтөн сағында бер нәмәгә лә эшкинмәгәнде, көйгән килеш ул берәй нәмәгә яраҡлымы?

6 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Урмандағы ағастар араһынан йөҙөм олонон утҡа ташлаған кеүек Йәрүсәлимдә йәшәүселәр менән дә шулай эшләйәсәкмен.

7 Мин уларға ҡаршы боролормон. Улар уттан ҡасып ҡотолһалар, ялҡынға барып юлығырҙар. Мин уларға ҡаршы сыҡҡас, Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.

8 Халҡым Миңә хыянат иткән өсөн, Мин был илде бушлыҡҡа әйләндерермен», – тип белдерә Раббы Хаким.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan