Зөлкифел 14 - Изге ЯҙмаРаббының ботҡа табыныусыларҙы язалаясағы 1 Исраил аҡһаҡалдарынан бер нисә кеше килеп ҡаршыма ултырҙы. 2 Шул саҡ миңә Раббы һүҙе булды: 3 – Эй әҙәм улы, был бәндәләр боттарына күңел бирҙе һәм үҙҙәренең енәйәтен алдарына абыныу ташы итеп ҡуйҙы. Ошонан һуң уларға Миңә һорау бирергә рөхсәт итәйемме инде? 4 Шуға күрә улар менән һөйләш, уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Исраил нәҫеленән кем боттарына күңел бирһә һәм гонаһын алдына абыныу ташы итеп ҡуйһа, шунан пәйғәмбәргә мөрәжәғәт итһә, Мин Раббы уға боттарының күплегенә күрә яуап ҡайтарырмын. 5 Үҙенең боттары арҡаһында Миңә сит-ят булып киткән Исраил халҡы йөрәге менән аңлаһын өсөн эшләйем Мин быны». 6 Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Тәүбәгә килегеҙ, боттарығыҙҙан баш тартығыҙ, бөтә ерәнгес эштәрегеҙҙе ташлағыҙ. 7 Әгәр Исраил нәҫеленән йәки Исраил ерендә йәшәгән килмешәктәрҙән кем дә булһа Минән ситләшһә, боттарына күңел һалып, үҙенең ҡаршыһына гонаһын абыныу ташы итеп ҡуйһа, шунан, пәйғәмбәргә килеп, Минән кәңәш һораһа, Мин, Раббы, ул әҙәмгә яуапты Үҙем бирермен. 8 Мин ул кешегә ҡаршы боролормон, уны башҡаларға һабаҡ һәм ғибрәт итермен, халҡым араһынан ҡыуырмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. 9 Әгәр был пәйғәмбәр яңылыш пәйғәмбәрлек итә икән, уны Мин Раббы яңылыштырған булам. Мин уға ҡаршы ҡулымды күтәрермен, уны халҡым Исраил араһынан юҡ итермен. 10 Улар икеһе лә – һорашҡан кеше лә, пәйғәмбәр ҙә ғәйепле булып, бер үк язаны алыр. 11 Мин быны Исраил халҡы бүтән Минең юлымдан тайпылмаһын, енәйәттәре менән үҙҙәрен нәжесләмәһен өсөн эшләйем. Шунда улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын», – тип белдерә Раббы Хаким. 12 Миңә Раббы һүҙе булды: 13 – Эй әҙәм улы, әгәр ҙә берәй ил, Миңә булған тоғролоғон онотоп, гонаһ ҡылһа, Мин, уға ҡаршы ҡулымды күтәреп, ризыҡҡа сик ҡуйһам, уға аслыҡ ебәрһәм һәм кешеләрен, мал-тыуарын һәләк итә башлаһам, 14 араларында ошо өс кеше: Нух, Даниил һәм Әйүп булһа, хатта улар ҙа тәҡүәлектәре менән тик үҙ йәндәрен генә һаҡлап ҡала алыр ине, – тип белдерә Раббы Хаким. – 15 Әгәр ҙә Мин был илгә ҡырағай хайуандар ебәрһәм һәм улар уны кешеһеҙ ҡалдырһа, ил бушлыҡҡа әйләнһә, йыртҡыстар арҡаһында бер кем үтеп-һүтеп йөрөмәҫ хәлгә төшһә, 16 ошо өс кеше унда булһа, – тип белдерә Раббы Хаким, – Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, улдарын да, ҡыҙҙарын да ҡотҡара алмаҫтар, бары тик үҙ йәндәрен генә ҡотҡарырҙар, ил иһә бушлыҡҡа әйләнер ине. 17 Йәки Мин был илгә ҡылыс ебәрһәм һәм: «Ҡылыс, ил буйлап үт!» – тип бойорһам, кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы ҡыра башлаһам, 18 ошо өс кеше унда булһа, – тип белдерә Раббы Хаким, – Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, улдарын да, ҡыҙҙарын да ҡотҡара алмаҫтар, бары үҙ йәндәрен генә ҡотҡарырҙар ине. 19 Йәки был илгә ҡырғын ебәрһәм һәм ҡан ҡойҙорғос асыуымды яуҙырһам, кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы юҡ итһәм, 20 Нух, Даниил һәм Әйүп унда булһа, – тип белдерә Раббы Хаким, – Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, хатта улар ҙа улдарын да, ҡыҙҙарын да ҡотҡара алмаҫтар, тәҡүәлектәре менән бары үҙ йәндәрен генә ҡотҡара алырҙар ине. 21 Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин Йәрүсәлимгә кешеләрен һәм мал-тыуарҙы юҡ итер өсөн дүрт ҡаты язамды: ҡылыс, аслыҡ, йыртҡыс януарҙар һәм үләт ебәрәм. 22 Әммә унда иҫән ҡалғандар булыр. Тере ҡалған улдар һәм ҡыҙҙарҙы ҡаланан алып сығырҙар, һәм улар һеҙҙең янға килер. Шунда һеҙ уларҙың ҡыуған юлдарын һәм ҡылған ғәмәлдәрен күрерһегеҙ һәм, Мин Йәрүсәлимгә ебәргән бәләнең, уға ебәргән бөтә нәмәнең сәбәбен аңлап, йыуаныс табырһығыҙ. 23 Уларҙың ҡыуған юлдарын һәм ҡылған ғәмәлдәрен күргәс, Минең ундағы эштәремдең бушҡа ғына булмағанын аңлап тынысланырһығыҙ», – тип белдерә Раббы Хаким. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia