Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 13 - Изге Яҙма


Ялған пәйғәмбәрҙәргә ҡаршы пәйғәмбәрлек

1 Миңә Раббы һүҙе булды:

2 – Эй әҙәм улы, Исраилдың пәйғәмбәрҙәренә ҡаршы пәйғәмбәрлек ит, үҙ белдектәре менән пәйғәмбәрлек иткән кешеләргә әйт: Раббы һүҙен тыңлағыҙ!

3 Раббы Хаким былай ти: «Бер ниндәй ҙә күренмеш күрмәгән, үҙҙәрең уйҙырмаларын ғына һөйләгән ахмаҡ пәйғәмбәрҙәргә ҡайғы!

4 Эй Исраил, һинең пәйғәмбәрҙәрең харабаларҙағы төлкөләргә оҡшаған!

5 Һеҙ ҡала диуарының емереклектәренә сығып ҡараманығыҙ, Раббы көнөндә буласаҡ алышта ныҡ торор өсөн Исраил йортоноң диуарҙарын нығытманығыҙ.

6 Пәйғәмбәрҙәрегеҙҙең күргәндәре уйҙырма, күрәҙәлектәре ялған. Мин уларҙы ебәрмәнем, әммә улар: „Раббы шулай тип белдерә“, – тип һөйләй. Бына шулар әйткәндәре ғәмәлгә ашыр тип көтәләрме?

7 Һеҙҙең күргәндәрегеҙ ялған, күрәҙәлегегеҙ алдаҡ түгелме ни? Минең һеҙгә әйтмәүемә ҡарамаҫтан: „Раббы шулай белдерҙе“, – тип һөйләйһегеҙ».

8 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Юҡ-бар һөйләгәнегеҙ һәм ялғанды күргәнегеҙ өсөн, Мин һеҙгә ҡаршымын, – тип белдерә Раббы Хаким. –

9 Минең ҡулым уйҙырма күренмештәр күргән һәм ялған күрәҙәлек иткән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршы буласаҡ. Улар халҡым йыйынында ҡатнашмаҫ, Исраил халҡының исемлегенә индерелмәҫ, Исраил тупрағына аяҡ баҫмаҫ. Шунда һеҙ Минең Раббы Хаким икәнемде белерһегеҙ.

10 Тыныслыҡ юҡ саҡта „тыныслыҡ“ тип халҡымды аҙаштыралар. Халҡым ышанысһыҙ диуар төҙөгәндә, пәйғәмбәрҙәр уны аҡбалсыҡ менән ағарта.

11 Диуарҙы аҡлаусыларға әйт, ул ҡолаясаҡ. Ҡойма ямғыр булыр, таш һымаҡ боҙ яуыр, ғәрәсәтле ел диуарға ҡаршы иҫер.

12 Диуар ауғас: „Һеҙ аҡлаған балсыҡ ҡайҙа?“ – тип һорамаҫтармы?»

13 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Мин асыуланып дауыл күтәрермен; ярһыуымдан ямғыр ҡойор, нәфрәтемдән емергес боҙ-борсаҡтар яуыр.

14 Һеҙ аҡбалсыҡ менән ағартҡан диуарҙы ҡолатып, ер менән тигеҙләрмен. Уның нигеҙҙәре күренеп ятыр. Диуар ҡолағанда, һеҙ барығыҙ ҙа уның менән бергә һәләк булырһығыҙ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.

15-16 Ярһыуымды диуарҙың һәм уны ағартыусыларҙың өҫтөнә түккәндән һуң һеҙгә: „Диуар ҙа, уны ағартыусылар – тыныслыҡ булмаған саҡта Йәрүсәлимгә тыныслыҡ тураһында күренмештәр күреп пәйғәмбәрлек иткән Исраил пәйғәмбәрҙәре лә юҡ инде“, тип әйтермен», – тип белдерә Раббы Хаким. –

17 Ә һин, эй әҙәм улы, халҡыңдың үҙ белдектәре менән пәйғәмбәрлек иткән ҡатын-ҡыҙҙарына йөҙөңдө бор, уларға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит.

18 Әйт, Раббы Хаким былай ти: «Кешеләрҙең йәнен аулар өсөн һәр кемгә сихырлап беләҙек бәйҙәре теккән, баштарына төрлө оҙонлоҡтағы япмалар яһаған ҡатындарға ҡайғы! Йәндәрҙе аулап, үҙ йәнегеҙҙе ҡотҡарырға йыйынаһығыҙмы ни?

19 Бер нисә ус арпа, бер нисә телем икмәк өсөн һеҙ үлергә тейеш булмағандарға – үлем, йәшәргә тейеш булмағандарға ғүмер юрап, ялғанды хуш күргән кешеләрҙе алдап, халҡым алдында Мине хурлайһығыҙ».

20 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Кешеләрҙе ҡош һымаҡ тоҙаҡҡа төшөрөр өсөн теккән сихыр бәйҙәрегеҙгә ҡаршымын. Мин уларҙы ҡулығыҙҙан йолҡоп алам һәм һеҙ аулаған йәндәрҙе иреккә сығарам.

21 Япмаларығыҙҙы йыртып ташлайым һәм халҡымды ҡулығыҙҙан ҡотҡарам. Инде улар һеҙҙең табышығыҙ булмаҫ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.

22 Һеҙ ялғандарығыҙ менән тоғро кешеләрҙе әрнеттегеҙ, ә Мин уларҙы әрнетергә теләмәгән инем. Яман кеше боҙоҡ юлынан боролмаһын, йәнен һаҡлап ҡалмаһын өсөн, һеҙ уны хуплап торҙоғоҙ.

23 Шул арҡала һеҙ башҡаса уйҙырма күренмештәр күрмәҫһегеҙ һәм күрәҙәлек итмәҫһегеҙ. Мин халҡымды һеҙҙең ҡулығыҙҙан ҡотҡарам. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan