Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 12 - Изге Яҙма


Зөлкифелдең һөргөнгә ҡыуылыусыны һүрәтләүе

1 Миңә Раббы һүҙе булды:

2 – Эй әҙәм улы, һин фетнәсел халыҡ араһында йәшәйһең. Уларҙың күрер өсөн күҙҙәре бар, әммә күрмәйҙәр; ишетер өсөн ҡолаҡтары бар, әммә ишетмәйҙәр. Сөнки улар – фетнәсел халыҡ.

3 Ә һин, әҙәм улы, һөргөнгә киткәндәге һымаҡ кәрәк-ярағыңды әҙерлә, уларҙың күҙ алдында көпә-көндөҙ юлға сыҡ. Һинең, өйөңдө ташлап, башҡа ергә киткәнеңде барыһы ла күрһен. Кем белә, бәлки, фетнәсел халыҡ булһалар ҙа, аңларҙар.

4 Һөргөнгә киткәндә кәрәк булған әйберҙәреңде тышҡа көпә-көндөҙ уларҙың күҙе алдында сығарып ҡуй. Үҙең иһә эңер төшкәндә, уларҙың күҙ алдында, һөргөнгә киткән кеше кеүек юлға сыҡ.

5 Барыһының күҙ алдында өйөңдөң диуарын тишеп, әйберҙәреңде шул тишектән сығар.

6 Эңер төшкәс, уларҙың күҙе алдында йөгөңдө яурыныңа һал да юлға сыҡ. Ташлап киткән ереңде күрмәҫ өсөн йөҙөңдө ҡапла. Мин һине Исраил халҡына бер билдә итеп ҡуйҙым.

7 Миңә нисек ҡушылған булһа, шулай эшләнем. Һөргөнгә киткәндә кәрәк булған әйберҙәремде көндөҙ сығарып ҡуйҙым. Кис көнө ҡулым менән диуарҙа тишек яһаным да, әйберҙәремде ҡараңғыла сығарып, барыһының күҙ алдында яурыныма һалып алдым.

8 Иртәнсәк миңә Раббы һүҙе булды:

9 – Эй әҙәм улы, был фетнәсел Исраил нәҫеле һинән: «Нимә эшләйһең?» – тип һораманымы?

10 Әйт уларға, Раббы Хаким былай ти: «Йәрүсәлим хакимы һәм унда йәшәгән бөтә Исраил халҡы тураһында әүлиәлек был».

11 Уларға: «Мин һеҙҙең өсөн – билдәмен. Мин нимә эшләнем, уларға ла шулай буласаҡ: әсирлеккә төшөп, һөргөнгә китәсәктәр», – тип әйт.

12 Хакимдары ҡараңғыла кәрәк-ярағын яурынында күтәреп юлға сығыр. Уны сығарыр өсөн диуарҙа тишек яһарҙар. Ташлап киткән ерен күрмәҫ өсөн ул йөҙөн ҡаплар.

13 Мин уның өҫтөнә ауымды ташлармын, һәм ул Минең тоҙағыма эләгер. Мин уны Бабилға, халдейҙар еренә, алып барасаҡмын, ләкин ул уны күрмәйенсә шул ерҙә үлеп ҡалыр.

14 Мин уның эргәһендәгеләрҙе – ярандарын һәм яугирҙәрен һәр тарафҡа елгә осорасаҡмын, арттарынан яланғас ҡылыс менән эҙәрләйәсәкмен.

15 Уларҙы ҡәүемдәр араһына таратып, төрлө илдәргә һибеп ебәргәс, Минең Раббы икәнемде белерҙәр.

16 Ҡылған бөтә ерәнгес эштәре тураһында башҡа халыҡтар араһында һөргөндә булғанда үҙҙәре һөйләһендәр өсөн уларҙың бер аҙын ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан алып ҡалырмын. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белер.


Яза кисектерелмәйәсәк

17 Миңә Раббы һүҙе булды:

18 – Эй әҙәм улы, икмәгеңде ҡалтырана-ҡалтырана аша, һыуыңды дерелдәй-дерелдәй хәүефләнеп эс.

19 Ил халҡына әйт: Раббы Хаким Йәрүсәлимдә, Исраил ерендә йәшәгәндәр тураһында былай ти: «Улар икмәктәрен хәүеф эсендә ашар, һыуҙарын өмөтһөҙлөк менән эсер. Унда йәшәгәндәрҙең залимлығы арҡаһында ил үҙендәге муллыҡтан мәхрүм ҡалыр.

20 Халыҡ йәшәгән ҡалалар емерелер, ер ташландыҡ булып ҡалыр. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ».


Раббы һүҙенең ғәмәлгә ашыуы

21 Миңә Раббы һүҙе булды:

22 – Эй әҙәм улы, Исраил ерендә «көндәр үтә тора, һәр күренмеш бушҡа сыға тора» тигән ниндәй әйтем ул?

23 Шуға күрә уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Был әйтемде Мин юҡҡа сығарам. Бынан ары Исраилда уны ҡулланмаҫтар». Тағы ла әйт уларға: «Барлыҡ күренмештәр тормошҡа ашасаҡ көндәр яҡынлаша.

24 Бынан һуң Исраил нәҫеле араһында һис бер ялған күренмеш, алдатҡыс күрәҙәлек булмаясаҡ.

25 Мин Раббы әйтәм икән, әйткәнем бойомға ашыр, кисектерелмәҫ. Эй фетнәсел нәҫел, әйткән һүҙҙәремде һеҙҙең көндәрҙә ғәмәлгә ашырасаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким.

26 Миңә Раббы һүҙе булды:

27 – Эй әҙәм улы, бына Исраил нәҫеле һинең турала: «Уға килгән күренмеш оҙаҡ йылдар үткәс кенә ғәмәлгә ашасаҡ, ул алыҫ киләсәк тураһында пәйғәмбәрлек итә», – тип әйтә.

28 Шуға күрә уларға еткер, Раббы Хаким былай ти: «Әйткән һүҙҙәремдең береһе лә кисектерелмәҫ. Нимә әйтһәм, шул ғәмәлгә ашасаҡ», – тип белдерә Раббы Хаким.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan