Зөлкифел 11 - Изге ЯҙмаЙәрүсәлимдең хөкөм ителеүе 1 Рух, мине күтәреп, Раббы ҡорамының көнсығышҡа ҡараған ҡапҡаһы янына алып килде. Ҡапҡа ауыҙында егерме биш кеше тора ине. Мин улар араһында халыҡ башлыҡтары Ғаззур улы Яазанъяһ менән Бенаяһ улы Пелатъяһты күрҙем. 2 Раббы миңә: – Эй әҙәм улы, былар – яуыз эштәр ниәтләгән һәм ҡалаға насар кәңәш биргән кешеләр, – тине. – 3 Улар: «Йорттар һалыр мәлдәр тиҙ булмай әле. Был ҡала – ҡаҙан, ә беҙ – ит», – тиҙәр. 4 Шуға күрә уларға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит, эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек ит. 5 Шунда миңә Раббының Рухы иңде һәм: – Әйт, Раббы былай ти: «Эй Исраил халҡы! Мин һеҙҙең ниҙәр һөйләгәнегеҙҙе лә, башығыҙҙа нимә барлығын да беләм, – тине. – 6 Был ҡалала күптәрҙе үлтерҙегеҙ, ҡала урамдарын мәйеттәр менән тултырҙығыҙ». 7 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Был ҡала – ысынлап та ҡаҙан һымаҡ. Әммә ит – һеҙ үлтереп уға һалған кешеләрҙең мәйеттәре. Мин һеҙҙе ҡаланан ҡыуып сығарасаҡмын. 8 Һеҙ ҡылыстан ҡурҡаһығыҙ – Мин һеҙгә ҡылыс ебәрәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – 9 Һеҙҙе ҡаланан ҡыуып сығарып, яттар ҡулына бирәм, һеҙҙең өҫтән хөкөм ҡылам. 10 Һеҙ ҡылыстан ҡырылырһығыҙ. Мин һеҙҙе Исраилдың сиктәрендә язалаясаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. 11 Был ҡала һеҙҙең өсөн ҡаҙан булмаҫ, ә һеҙ унда ит булмаҫһығыҙ. Һеҙҙе Исраилдың сиктәрендә язалаясаҡмын. 12 Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ, сөнки һеҙ ҡағиҙәләремде үтәмәнегеҙ, ҡанундарымды һаҡламанығыҙ, әйләнә-тирәгеҙҙәге ҡәүемдәрҙең йолалары буйынса йәшәнегеҙ». 13 Мин пәйғәмбәрлек иткән мәлдә Бенаяһ улы Пелатъяһ йығылып үлде. Мин йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Раббы Хаким! Һин иҫән ҡалған исраилдарҙың бөтәһен дә юҡ итеп бөтөрһөң микән ни? – тип ҡысҡырҙым. 14 Миңә Раббы һүҙе булды: 15 – Эй әҙәм улы, һинең ҡәрҙәштәрең, ҡан туғандарың һәм бөтә исраилдар тураһында Йәрүсәлимдә йәшәүселәр: «Улар Раббынан алыҫ, был ер биләмә итеп беҙгә бирелде», – тиҙәр. 16 Шуға күрә әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин халҡымды алыҫтағы ҡәүемдәр араһына һипһәм дә, төрлө илдәргә таратһам да, барған урындарында уларға Мин Үҙем ваҡытлыса Изге торлаҡ булдым». 17 Шуға күрә әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин һеҙҙе халыҡтар араһынан йыйып алырмын да Үҙем һибеп таратҡан ерҙәрҙән кире ҡайтарырмын. Исраил тупрағын яңынан һеҙгә бирермен». 18 Улар әйләнеп ҡайтыр ҙа был ерҙәге бөтә әшәкелектәрҙе һәм ерәнгес боттарҙы тамырынан юҡ итер. 19 Мин уларға башҡа төрлө йөрәк бирермен, булмыштарына яңы рух һалырмын. Тәндәренән таш йөрәктәрен алып ташлап, уларға тере йөрәк бирермен. 20 Улар Минең ҡанундарым буйынса йәшәр, ҡағиҙәләремде тотор. Шул саҡта улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын. 21 Күңелдәре менән әшәке һәм ерәнгес боттарға береккәндәргә килгәндә инде, Мин уларҙың ғәмәлдәренең әжерен баштарына төшөрәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. Раббы шөһрәтенең Йәрүсәлимде ташлап китеүе 22 Кирубтар, ҡанаттарын йәйеп, эргәләрендәге тәгәрмәстәр менән бергә юғарыға күтәрелде. Исраил Аллаһының шөһрәте уларҙың өҫтөндә ине. 23 Раббының шөһрәте ҡала уртаһынан күтәрелде лә ҡаланың көнсығышындағы тау өҫтөнә барып туҡтаны. 24 Алланың Рухынан килгән күренмештә рух мине күтәреп алды ла халдейҙар еренә, һөргөндәгеләр янына, алып килде. Шунан мин күргән күренмеш юҡҡа сыҡты. 25 Мин һөргөндәгеләргә Раббы күрһәткәндәрҙең барыһын да һөйләп бирҙем. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia