Зөлкифел 10 - Изге ЯҙмаРаббы шөһрәтенең ҡорамды ташлап китеүе 1 Ҡараһам, кирубтарҙың баш осондағы көмбәҙ өҫтөндә гүйә зәңгәр яҡуттан яһалған тәхет кеүек нәмә пәйҙә булды. 2 Раббы етен кейемле кешегә: – Кирубтар аҫтындағы түңәрәктәр араһына ин дә, кирубтар араһында баҙлап ятҡан ҡуҙҙы услап алып, ҡалаға һип, – тине. Ул кеше күҙ алдымда инеп китте. 3 Ул ингән саҡта, кирубтар Раббы ҡорамының көньяғында тора ине. Эске ихатаны тотош болот ҡаплағайны. 4 Раббының шөһрәте, кирубтар өҫтөнән күтәрелеп, ҡорамдың тупһаһына барып туҡтаны. Ҡорам – болот менән, ә ихата эсе Раббы шөһрәтенең балҡышы менән тулды. 5 Кирубтарҙың ҡанат ҡағышы тышҡы ихатала ла ишетелә ине. Был тауыш сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла һөйләгәндәге тауышҡа оҡшағайны. 6 Раббы етен кейемле кешегә: – Кирубтарҙың һәм түңәрәктәрҙең араһынан ут ал, – тип бойорғас, ул, килеп, тәгәрмәс янына баҫты. 7 Кирубтарҙың береһе араларындағы утҡа ҡулын һуҙҙы ла, ҡуҙ алып, етен кейемленең усына һалды. Был кеше уны алып сыҡты. 8 Кирубтарҙың ҡанаттары аҫтында кешенекенә оҡшаған ҡулдары бар ине. 9 Ҡараһам, кирубтар янында дүрт тәгәрмәс күрҙем, һәр кирубҡа – берәр тәгәрмәс. Тәгәрмәстәр һары яҡут һымаҡ ялтырап тора. 10 Дүртеһе лә оҡшаған, әйтерһең дә бер-береһенең эсенә индерелгән ике тәгәрмәс. 11 Хәрәкәт иткәндә боролмайынса дүрт яҡҡа ла бара алалар. Кирубтың йөҙө ҡайһы яҡҡа йүнәлгән булһа, шунда баралар, йөрөгәндә уңға-һулға боролмайҙар. 12 Кирубтарҙың бөтә тәне, арҡалары, ҡулдары, ҡанаттары һәм тәгәрмәстәре – дүрт тәгәрмәс тә – күҙ менән ҡапланғайны. 13 Мин тәгәрмәстәрҙең «түңәрәктәр» тип аталғанын ишеттем. 14 Һәр кирубтың дүрт йөҙө бар ине: беренсеһе – кируб йөҙө, икенсеһе – кеше йөҙө, өсөнсөһө – арыҫлан йөҙө һәм дүртенсе йөҙ бөркөт йөҙө ине. 15 Кирубтар күтәрелде. Улар мин Кевар йылғаһы буйында күргән йән эйәләре ине. 16 Кирубтар хәрәкәт иткәндә, эргәләрендәге тәгәрмәстәр ҙә ҡуҙғала. Кирубтар ерҙән күтәрелер өсөн ҡанаттарын ҡаҡһа, тәгәрмәстәр ҙә айырылмай, бергә күтәрелә. 17 Кирубтар туҡтағанда, тәгәрмәстәр ҙә туҡтай, күтәрелгәндә, улар ҙа күтәрелә, сөнки йән эйәләренең рухы тәгәрмәстәрҙә ине. 18 Раббының шөһрәте, ҡорамдың тупһаһынан китеп, кирубтарҙың өҫтөнә торҙо. 19 Кирубтар ҡанаттарын ҡаҡты ла күҙ алдымда ерҙән күтәрелде, улар хәрәкәт иткәндә тәгәрмәстәр ҙә яндарында ине. Улар Раббы ҡорамының көнсығыштағы ҡапҡаһы алдында туҡтанылар. Исраил Аллаһының шөһрәте уларҙың өҫтөндә ине. 20 Улар мин Кевар йылғаһы буйында Исраил Аллаһының аҫтында күргән йән эйәләре ине. Уларҙың кирубтар икәнен аңланым. 21 Һәр береһенең дүрт йөҙө, дүрт ҡанаты, ҡанаттары аҫтында әҙәмдекенә оҡшаған ҡулдары бар ине. 22 Йөҙҙәре мин Кевар йылғаһы буйында күргән йөҙҙәргә оҡшағайны. Һәр береһе туп-тура йөҙө ҡараған яҡҡа бара ине. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia