Зөлкифел 1 - Изге ЯҙмаБеренсе күренмеш: Раббы тәхете 1 Утыҙынсы йылда, дүртенсе айҙың бишенсе көнөндә, Кевар йылғаһы буйында, һөргөндә йәшәүселәр араһында булған сағымда, күк ҡабағы асылды ла миңә Алланан күренмештәр булды. 2 Йеһояхин батшаның һөргөндәге бишенсе йылында, айҙың бишенсе көнөндә 3 Халдей илендә, Кевар йылғаһы буйында Бузи улы Зөлкифел ҡаһинға Раббы һүҙе булды. Раббының ҡулы уның өҫтөндә ине. 4 Ҡараһам, бына, төньяҡтан дауыллы ел килә: балҡыш уратып алған олоғара болот эсендә ут ялтлай. Уттың уртаһы балҡып торған алтын һымаҡ ине. 5 Ут эсендә дүрт йән эйәһе күрҙем. Уларҙың күренеше былай: ҡиәфәттәре менән әҙәмгә оҡшағандар, 6 ләкин һәр береһенең дүрт йөҙө, дүрт ҡанаты бар. 7 Аяҡтары төҙ, аяҡ остары башмаҡ тояғы һымаҡ. Улар ялтыратылған баҡыр кеүек йылҡылдап тора. 8 Ҡанаттары аҫтында дүрт яҡтан кешенеке һымаҡ ҡулдары бар. Дүртеһенең дә йөҙҙәре һәм ҡанаттары былай: 9 ҡанаттары бер-береһенә тейеп тора. Йөрөгәндә был йән эйәләре боролмай, йөҙҙәре ҡайһы яҡҡа ҡарай, шул яҡҡа бара. 10 Йән эйәләренең йөҙҙәренә килгәндә, улар дүрт төрлө: алғы яҡта – кеше йөҙө, уң яҡта – арыҫлан, һул яҡта – үгеҙ һәм арт яҡта бөркөт йөҙө ине. 11 Йөҙҙәре шулай ине. Ҡанаттары юғарыға табан асылған. Һәр йән эйәһенең ике ҡанаты эргәһендәге йән эйәләренең ҡанатына тейеп тора, ә ҡалған ике ҡанат менән кәүҙәләрен ҡаплағандар. 12 Һәр береһе йөҙө ҡараған яҡҡа бара. Рух уларҙы ҡайҙа йүнәлтһә, улар боролмайынса шунда бара. 13 Был йән эйәләренең ҡиәфәте утлы ҡуҙға оҡшаған. Ялпылдап янған ялҡын кеүек нәмә улар араһында тегеләй-былай йөрөп тора. Был ялҡындан туҡтауһыҙ йәшен ялтлай һәм балҡыш тарала. 14 Был мәхлүктәр йәшен йәшнәгән кеүек тегендә-бында етеҙ хәрәкәт итә. 15 Йән эйәләренә ҡарап торғанымда һәр береһенең янында ерҙә берәр тәгәрмәс күрҙем. 16 Тәгәрмәстәрҙең күренеше һәм төҙөлөшө былай: улар һары яҡут һымаҡ ялтырап тора һәм дүртеһе лә бер төрлө. Төҙөлөштәре менән бер-береһенең эсенә индерелгән ике тәгәрмәс кеүек ине. 17 Хәрәкәт иткәндә боролмайынса дүрт яҡҡа ла бара алалар. 18 Тәгәрмәстәренең туғыны бейек һәм ҡурҡыныс. Дүртеһенең дә туғыны бик күп күҙҙәр менән ҡапланған. 19 Йән эйәләре хәрәкәт иткәндә эргәләрендәге тәгәрмәстәр ҙә ҡуҙғала. Йән эйәләре ерҙән күтәрелгәндә, тәгәрмәстәр ҙә күтәрелә. 20 Рух уларҙы ҡайҙа йүнәлтһә, йән эйәләре шул яҡҡа бара. Тәгәрмәстәр ҙә улар менән бергә ҡалҡа, сөнки йән эйәләренең рухы тәгәрмәстәрҙә ине. 21 Йән эйәләре йөрөгәндә, тәгәрмәстәр ҙә бара. Йән эйәләре туҡтағанда, былар ҙа туҡтай. Йән эйәләре ерҙән күтәрелгәндә, тәгәрмәстәр күтәрелә, сөнки йән эйәләренең рухы тәгәрмәстәрҙә ине. 22 Йән эйәләренең баш осонда көмбәҙгә оҡшаған, гәлсәр кеүек емелдәп торған хайран ҡалдырғыс бер нәмә йәйелгәйне. 23 Көмбәҙҙең аҫтында һәр йән эйәһе ҡанаттарын янындағыларға табан йәйгән, ә ҡалған ике ҡанаттары кәүҙәләрен ҡаплай. 24 Йән эйәләре хәрәкәт иткәндә ҡанаттарының тауышын ишеттем. Ул ташҡын һыуҙарҙың шаулауы, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең тауышы, оло ғәскәрҙең ҡаты шау-шыуына оҡшағайны. Туҡтаған саҡта улар ҡанаттарын һәлендерә ине. 25 Йән эйәләре ҡанат ҡағыуҙан туҡтағанда, баштары осондағы көмбәҙҙән бер тауыш ишетелә. 26 Баштары осондағы көмбәҙ өҫтөндә гүйә зәңгәр яҡуттан яһалған тәхет кеүек нәмә бар. Юғарыла, ул тәхет шикелле нәмәлә, кешегә оҡшаған берәү ултыра. 27 Күрәм: уның биленән юғары өлөшө балҡып торған алтын кеүек, ә аҫҡы яғы утҡа оҡшаған. Ул тотошлай емелдәгән нурға сорналған. 28 Әйләнә-тирәһендәге ул балҡыш – ямғырлы көндө болоттар араһында ҡалҡҡан йәйғор һымаҡ. Раббының шөһрәте шундай ине. Быны күреп, йөҙтүбән ергә ҡапландым һәм бер тауыш ишеттем. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia