Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәкәрьяһ 9 - Изге Яҙма


Исраилдың дошмандарына яза

1 Әүлиәлек. Раббы һүҙе Хадрах еренә һәм Дамаскка йүнәлтелгән. Ысынлап та кешелектең, Бөтә Исраил ырыуҙарының күҙе Раббыға төбәлгән.

2 Был һүҙ Хадрах менән сиктәш Хамаҫ ҡалаһына, Халыҡтары үҙҙәрен аҡыллыға һанаған Тир менән Сидон ҡалаларына ла ҡағыла.

3 Тир үҙенә бер ҡәлғә төҙөнө; Саң-туҙан ҡәҙәрле көмөш, Урамдағы балсыҡ саҡлы саф алтын йыйҙы.

4 Бына бөйөк Хаким уның байлығын тартып алыр, Мал-мөлкәтен диңгеҙгә ырғытыр; Ә үҙен ут тотош ялмап йотор.

5 Быны күреп Ашҡылондың ҡото осор; Газа ла ҡалтырап төшөр; Ғәҡрон ҡурҡыр, сөнки өмөтө аҡланмаҫ; Газа батшаһыҙ ҡалыр; Ашҡылонды бер кем төйәк итмәҫ.

6 Ашдодта ҡатнаш ҡанлылар төйәкләнер. «Пелештиҙәрҙең ғорурлығын ҡырырмын Мин.

7 Ауыҙҙарынан ҡанлы итте алып ташлармын, Теш араһынан хәрәм ризыҡтарын тартып алырмын. Иҫән ҡалғандары Йәһүҙәләге һәр нәҫел һымаҡ Аллабыҙҙыҡы булып һаналыр. Ғәҡрон йевусиҙәр кеүек йәшәр.

8 Мин Үҙемдең ҡорамым янында һаҡта торам: Инде һис кем унда-бында үтеп йөрөмәҫ, Бер кем халҡымды йәберләй алмаҫ, Инде Үҙемдең күҙҙәрем унда булыр».


Вәғәҙә ителгән батша

9 Шатлан, шатлан, эй Сион-ҡыҙ! Йәрүсәлим-ҡыҙ, ҡыуаныслы ауаздар һал! Ҡара, батшаң килә һиңә табан; Ул – тәҡүә, еңеүсе, тыйнаҡ-күндәм, Ишәккә менгән, бала ишәккә.

10 «Әфраимдың яу арбаларын, Йәрүсәлимдең аттарын юҡ итермен. Һуғыш йәйәләре һыныр. Батша халыҡтарға тыныслыҡ иғлан итер; Хакимлығы бер диңгеҙҙән икенсе диңгеҙгә, Евфраттан ер сигенә тиклем йәйрәп ятыр.

11 Ә һеҙгә килгәндә, Арабыҙҙа ҡорбан ҡаны менән беркетелгән килешеү хаҡына Һөргөндәге халҡығыҙҙы Һыуһыҙ соҡорҙан сығарып азат ҡылам.

12 Ҡәлғәләрегеҙгә ҡайтығыҙ, Эй һеҙ, өмөтө тере әсирҙәр! Күргән ғазаптарың өсөн бөгөн, Сион, һиңә икеләтә фатиха иғлан итәм.

13 Йәһүҙәне йәйәмде киргәндәй кирәм; Ә Әфраимды уҡ итеп уға терәйем. Улдарыңды, Сион, Яуан улдарына ҡаршы аяҡҡа баҫтырам, Һине яугирҙең ҡылысы итәм».

14 Раббы халҡы өҫтөндә пәйҙә булыр; Уғы йәшен кеүек осоп сығыр. Раббы Хаким борғоһон ҡысҡыртыр, Көньяҡтан ғәрәсәт булып килер.

15 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ халҡын яҡлар. Улар дошмандарын тар-мар итер, Һапҡысыларҙы юҡҡа сығарыр, Шарап эсеп иҫергән һымаҡ геүләшер, Ҡорбан ҡаны тулған сеүәтәләр кеүек булыр, Ҡорбан усағының мөйөштәреләй ҡанға мансылыр.

16 Ул көн Аллалары Раббы Үҙенең халҡын ҡотҡарыр, Һарыҡ көткәндәй уларҙы әйҙәп йөрөр. Уның ерендә таждағы ҡаш һымаҡ балҡырҙар.

17 Ниндәй күркәм һәм мул буласаҡ ил! Йәш егеттәр менән ҡыҙҙар туйғансы икмәк ашап, Яңы шарап эсеп, һау-сәләмәт үҫер.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan