Зәкәрьяһ 6 - Изге ЯҙмаҺигеҙенсе күренмеш: дүрт яу арбаһы 1 Тағы күтәрелеп ҡараным: ике баҡыр тау араһындағы тарлауыҡтан сығып килгән дүрт яу арбаһы күрҙем. 2 Яу арбаларының беренсеһенә – ерән, икенсеһенә – ҡара, 3 өсөнсөһөнә – аҡ, дүртенсеһенә алмасыуар аттар егелгәйне һәм барыһы ла көслө ине. 4 Минең менән һөйләшкән фәрештәнән: – Былар нимә, хакимым? – тип һораным. 5 – Былар – күктең бөтә ер йөҙөнөң Хакимының хозурында торған урындан сығып килгән дүрт рухы, – тип яуап бирҙе фәрештә. – 6 Ҡара аттар егелгән яу арбалары төньяҡ, аҡ аттар егелгән арбалар көнбайыш, алмасыуар аттар егелгән арбалар көньяҡ тарафҡа китеп бара. 7 Был ҡеүәтле аттар ер йөҙөн байҡап, тикшереп сығырға ашҡынды. Фәрештә уларға: – Барығыҙ, ер йөҙөн урап килегеҙ, – тине. Улар бөтә ер йөҙөн байҡарға алға ынтылды. 8 Фәрештә миңә былай тип ҡысҡырҙы: – Ҡара, төньяҡ илгә киткәндәр төньяҡта Раббы рухын тынысландырҙы. Йеһошуағҡа бирелгән таж 9 Миңә Раббы һүҙе булды: 10 – Бабилдан һөргөндән ҡайтҡан Хелдайҙан, Товияһтан, Йедағъяһтан саҙаҡалар ал да шул уҡ көндө Сефанъяһ улы Йошияһтың өйөнә бар. 11 Уларҙан алған алтын менән көмөштән таж яһат та баш ҡаһин Йеһошуағ Йеһосадаҡ улының башына кейҙер. 12 Уға әйт, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына был Үҫенте исемле уҙаман. Ул булған урынынан үҫеп сығыр һәм Раббының ҡорамын төҙөр. 13 Эйе, Раббының ҡорамын ул һалдырыр, шөһрәт ҡаҙаныр, тәхетендә ултырып хакимлыҡ ҡылыр. Тәхете янында ҡаһин торор. Улар араһында именлек-берҙәмлек булыр. 14 Ә таж Хелдай, Товияһ, Йедағъяһ һәм Сефанъяһ улы Йошияһтың хәтирәһе булып Раббы ҡорамында торор. 15 Алыҫтағылар ҙа килеп Раббы ҡорамын төҙөүҙә ҡатнашыр». Шунда мине һеҙгә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ. Әгәр ҙә Аллағыҙ Раббының әйткәндәрен диҡҡәт менән тыңлаһағыҙ, быларҙың барыһы ла ғәмәлгә ашыр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia