Зәкәрьяһ 5 - Изге ЯҙмаАлтынсы күренмеш: осоп йөрөгән төргәк китап 1 Күҙҙәремде күтәреп ҡараһам: бер төргәк китап осоп йөрөй. 2 Фәрештә минән: – Нимә күрәһең? – тип һораны. – Осоп йөрөгән бер төргәк китап күрәм. Оҙонлоғо егерме терһәк, киңлеге ун терһәк, – тип яуапланым. 3 – Бөтә ер йөҙөнә яуасаҡ ләғнәт был, – тине фәрештә. – Уның бер яғында яҙылғанса, урлашҡан һәр кеше язаһыҙ ҡалмаясаҡ. Икенсе яғында яҙылғанса, ялған ант иткәндәр ҡыуыласаҡ. 4 «Был ләғнәтте Мин ебәрҙем, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Ул бурҙың һәм Минең исемем менән ялған ант итеүсенең өйөнә инәсәк. Ул был өйҙә ундағы һәр бер ағас киҫәге, һәр бер таш онталып юҡҡа сыҡҡанға тиклем ҡаласаҡ». Етенсе күренмеш: үлсәм һауыты эсендәге ҡатын 5 Минең менән һөйләшкән фәрештә килеп: – Күтәрелеп ҡара әле, – тине. – Нимә сығып килгәнен күрәһең? 6 – Был нимә ул? – тип һораным. – Үлсәм һауыты, – тине һәм: – Ул бөтә ил халҡының ғәйептәре менән тулы, – тип өҫтәне. 7 Бына һауыттың ҡурғаш ҡапҡасы ҡалҡытылды. Һауыт эсендә бер ҡатын ултыра ине. 8 Фәрештә: – Ә был яманлыҡтың үҙе, – тине лә, ҡатынды һауыт эсенә ҡабат тығып, ҡурғаш ҡапҡас менән ҡаплап ҡуйҙы. 9 Башымды күтәреп ҡарағайным, ел сығарып төшөп килгән ике ҡатынды күрҙем. Уларҙың ҡауҙыныҡына оҡшаған ҡанаттары бар ине. Улар һауытты ер менән күк араһына күтәрҙе. 10 Минең менән һөйләшкән фәрештәнән: – Һауытты ҡайҙа алып баралар? – тип һораным. 11 – Шинғар еренә, – тип яуап ҡайтарҙы фәрештә. – Унда һауыт өсөн бер йорт төҙөләсәк һәм ул шунда, үҙ таяуына, ҡуйыласаҡ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia