Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәкәрьяһ 10 - Изге Яҙма


Раббының Үҙ халҡына илтифат бирәсәге

1 Яҙғы мәлдә Раббынан ямғыр теләгеҙ. Йәшен болоттарын бар ҡылған, Кешеләргә мул итеп ямғыр биргән, Һәр кемдең баҫыуын йәшеллеккә күмгән Раббынан.

2 Йорт илаһтары алдаша; Күрәҙәселәр юҡ-барҙы күрә; Юраусылар ялған төштәр һөйләй. Шуға ла халыҡ аҙашҡан һарыҡ һымаҡ Көтөүсе юҡлыҡтан михнәт сигә.

3 «Көтөүселәргә ҡаршы асыуым ялҡынланды. Әйҙәп барған тәкәләрен язалаясаҡмын, – ти Раббы. – Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Көтөүен – Йәһүҙә халҡын – Үҙеҡайғыртыр; Уны ғорур һуғыш аты итер.

4 Мөйөш ташы, сатыр ҡаҙығы, Яу йәйәһе Йәһүҙәнән булыр; Халыҡтың бөтә башлыҡтары ла унан сығыр.

5 Бергә улар һуғыштағы ҡаһармандар һымаҡ, Дошмандарын урам балсығында һалып тапар. Раббы улар менән булған өсөн һуғышырҙар, Дошман һыбайлыларын оятҡа ҡалдырырҙар.

6 Йәһүҙә халҡына көс бирәм, Йософ нәҫелен ҡотҡарам. Һөргөндән кире ҡайтарам, Сөнки уларҙы ҡыҙғанам. Мин уларҙан ваз кисмәгән кеүек булырҙар, Сөнки Мин уларҙың Аллаһы Раббымын; Ялбарыуҙарына яуап ҡайтарырмын.

7 Әфраимдар батыр яугир кеүек булыр, Шарап эскән кеүек күңелдәре күтәрелер. Улдары быны күреп шатланыр; Йөрәктәре Раббыла ҡыуаныс табыр.

8 Мин һыҙғырып уларҙы йыйырмын, Сөнки йолом биреп алдым. Улар йәнә элеккеләй күмәк булыр.

9 Уларҙы халыҡтар араһына таратһам да Йыраҡ илдәрҙә лә Мине онотмаҫтар; Балалары менән бергә тере ҡалып, кире ҡайтырҙар.

10 Мин уларҙы йәнә Мысырҙан алып ҡайтырмын, Ашшурҙан йыйып алырмын. Ғилғәд еренә, Ливанға килтерермен, Күп булырҙар – хатта торор урын етмәҫ.

11 Улар хәсрәт диңгеҙен кискәндә, Шашҡын тулҡындар баҫылыр. Нил йылғаһының тәрәнлектәре ҡорор. Ашшурҙың тәкәбберлеге шиңер, Мысырҙың батшалыҡ таяғы ҡулынан төшөр.

12 Халҡымды Үҙ көсөм менән ҡеүәтле итермен, Исемемә лайыҡ тормошта йәшәрҙәр». Раббы шулай тип белдерә.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan