Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәкәрьяһ 1 - Изге Яҙма


Тәүбәгә саҡырыу

1 Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, һигеҙенсе айҙа Ғиддонан тыуған Бәрәхъяһтың улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды:

2 – Раббы ата-бабаларығыҙға бик ныҡ асыуланды.

3 Шуға күрә халыҡҡа әйт, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Миңә ҡайтығыҙ, Мин дә һеҙгә ҡайтырмын». Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.

4 – Ата-бабаларығыҙ кеүек булмағыҙ! Әүәлге пәйғәмбәрҙәр уларға әйтә килде, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Яман юлдарығыҙҙы һәм боҙоҡ ғәмәлдәрегеҙҙе ташлағыҙ, Миңә ҡабат ҡайтығыҙ», – тип киҫәтә, тине. Әммә улар ишетмәне, әйткәндәремә ҡолаҡ һалманы, – тип белдерә Раббы. –

5 Ҡайҙа хәҙер һеҙҙең ата-бабаларығыҙ? Ә ул пәйғәмбәрҙәр мәңгелекме?

6 Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша бойорған һүҙҙәрем һәм ҡағиҙәләрем ата-бабаларығыҙға барып етмәнеме ни? Улар ҙа Миңә кире ҡайтып: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡыуған юлдарыбыҙға һәм ҡылған ғәмәлдәребеҙгә күрә беҙгә нимә эшләргә ниәтләһә, шуны тормошҡа ашырҙы», – тинеләр.


Беренсе күренмеш: һыбайлылар

7 Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, ун беренсе ай булған шеват айының егерме дүртенсе көнөндә Ғиддонан тыуған Бәрәхъяһтың улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды. Зәкәрьяһ былай тине:

8 – Төндә күрҙем: үҙән буйындағы мирт ағастары араһында ерән атҡа атланған бер әҙәм тора. Артында ерән, туры һәм аҡ аттар бар ине.

9 «Хакимым, был нимәне аңлата?» – тип һораным. Минең менән һөйләшкән фәрештә: «Һиңә уларҙың нимә аңлатҡанын күрһәтермен», – тип яуапланы.

10 Мирт ағастары араһында торған кеше: «Былар Раббы тарафынан донъяны байҡап сығыр өсөн ебәрелгәндәр», – тине.

11 Улар мирт араһында торған Раббы фәрештәһенә: «Донъяны байҡап сыҡтыҡ, – тинеләр. – Ер йөҙө тыныс һәм имен-аман».

12 Шунан Раббы фәрештәһе: «Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, етмеш йыл буйы асыуланған Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙә ҡалаларына тағы ла ҡасанға тиклем мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкһең?» – тине.

13 Раббы минең менән һөйләшкән фәрештәгә йылы, йыуатҡыс һүҙҙәр менән яуап ҡайтарҙы.

14 Минең менән һөйләшкән фәрештә: «Иғлан ит! Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: „Йәрүсәлим менән Сион өсөн йәнем әсей, – ти. –

15 Ә еңел йәшәгән ҡәүемдәргә бик асыулымын, сөнки Мин үтә асыулы булмаған саҡта, улар Минең халҡыма ҡарата яуыз ғәмәлдәрен арттырҙы“.

16 Шуға күрә Раббы былай ти: „Йәрүсәлимгә мәрхәмәтемде ҡайтарам, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Йортом унда ҡабаттан төҙөлөр һәм үлсәү ебе йәнә Йәрүсәлим өҫтөнән һуҙылыр“.

17 Һин тағы ла шуны иғлан ит, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Ҡалаларымда тағы муллыҡ тулып ташып торор. Раббы Сионды йыуатыр, Йәрүсәлимде ҡабаттан Үҙенә һайлап алыр“».


Икенсе күренмеш: дүрт мөгөҙ менән дүрт оҫта

18 Күҙемде ҡалҡытып ҡараһам: дүрт мөгөҙ күрҙем.

19 Үҙем менән һөйләшкән фәрештәнән: – Был нимә? – тип һораным. – Былар – Йәһүҙә, Исраил һәм Йәрүсәлим халыҡтарын һөҙөп таратҡан мөгөҙҙәр, – тип яуап бирҙе ул.

20 Шунан Раббы миңә дүрт тимерсене күрһәтте.

21 – Былар нимә эшләргә килә ята? – тип һораным. – Был мөгөҙҙәр Йәһүҙә халҡын шундай итеп таратты, бер кем дә башын ҡалҡыта алманы, – тип яуап ҡайтарҙы Ул. – Ә был оҫталар, Йәһүҙә халҡына мөгөҙ күтәргән ҡәүемдәрҙең мөгөҙөн һындырып, ҡоттарын алырға килә.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan