Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 99 - Изге Яҙма


1 Шөкөр мәҙхиәһе.

1 Шөкөр мәҙхиәһе. Гөрләшеп сәләмлә Раббыны, бар донъя!

2 Раббыға ҡыуанып хеҙмәт итегеҙ, Хозурына шатлыҡ йырҙары менән килегеҙ!

3 Белегеҙ, Раббы Ул – Алла. Ул яратты беҙҙе. Беҙ – Уныҡы, Уның халҡы, Уның көтөүендәге ҡуйҙар беҙ.

4 Ҡапҡаһынан, рәхмәт уҡый-уҡый, Инегеҙ ихатаһына маҡтай-маҡтай. Ҙурлағыҙ Уны, шөкөр итегеҙ исеменә.

5 Раббы игелекле, Уның тоғро мөхәббәте – мәңгелек, Тоғролоғо – быуындан-быуынға күсә.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan