Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 98 - Изге Яҙма

1 Раббы – батша! Ҡалтырап торһон халыҡтар! Ул – кирубтар өҫтөндәге тәхетендә, Әйҙә тетрәнһен ер йөҙө!

2 Сионда Раббы бөйөк, Ул бөтә халыҡтарҙан да өҫтөн.

3 Данлаһындар бөйөк һәм дәһшәтле исемеңде. Ул мөҡәддәс!

4 Эй ғәҙеллек һөйгән ҡөҙрәтле Батша, Һин дөрөҫлөктө урынлаштырҙың. Яҡуп илендә ғәҙеллеккә, Хаҡлыҡҡа нигеҙләнгән ғәмәлдәр ҡылаһың.

5 Ололағыҙ Аллабыҙ Раббыны, Аяғына йығылып сәждә ҡылығыҙ! Ул мөҡәддәс!

6 Ҡаһиндары араһында – Муса менән Һарун, Шемуил да Уны саҡырғандар менән бергә. Улар Раббыға ялбарҙы, Ә Раббы яуап ҡайтарҙы.

7 Ул болот бағанаһы эсенән һөйләште. Уның күрһәтмәләре менән йәшәнеләр, Биргән ҡағиҙәһен һаҡланылар.

8 Раббы, Аллабыҙ, уларға яуап ҡайтара инең; Ғәмәлдәренә күрә яза бирһәң дә, Ярлыҡаусы Алла булдың.

9 Ололағыҙ Аллабыҙ Раббыны! Уға сәждә ҡылығыҙ изге тауында, Сөнки Аллабыҙ Раббы мөҡәддәс!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan