Зәбүр 97 - Изге Яҙма1 Мәҙхиә. 1 Мәҙхиә. Раббыға яңы йыр йырлағыҙ, Сөнки мөғжизәләр ҡылды; Уң ҡулы, мөҡәддәс беләге менән еңеү ҡаҙанды. 2 Раббы Үҙенең ҡотҡарыуын белдерҙе, Ҡәүемдәргә хаҡлығын күрһәтте. 3 Исраил нәҫеленә булған мөхәббәтен, Тоғролоғон онотманы; Ер йөҙөнөң һәр тарафы Аллабыҙҙың ҡотҡарыуын күрҙе. 4 Бөтә донъя, сәләмлә Раббыны! Күңел ас, шатлан һәм йырла! 5 Лирала уйнап, йырлағыҙ Раббыға, Уны маҡтап мәҙхиә һуҙығыҙ! 6 Борғо һәм мөгөҙ ауазы яңғыратып Раббы-Батша хозурында тантана итегеҙ. 7 Шаулаһын диңгеҙ һәм унда йәшәгәндәр, Донъя һәм уны төйәк иткәндәр. 8 Йылғалар алҡышлаһын, Шатланһындар бергәләшеп тауҙар 9 Раббы хозурында! Ул ер йөҙөн хөкөм итергә килә. Ул донъяға ғәҙелдәрҙән-ғәҙел, Халыҡтарға хаҡтан-хаҡ хөкөмөн ҡыла. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia