Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 95 - Изге Яҙма

1 Йырлағыҙ Раббыға яңы йыр! Йырла Раббыға, бар донъя!

2 Йырлағыҙ Раббыға, исемен данлағыҙ, Беҙҙе нисек ҡотҡарғанын көн һайын һөйләгеҙ!

3 Шөһрәтен ҡәүемдәргә иғлан итегеҙ, Хикмәттәрен барса халыҡтарға еткерегеҙ.

4 Сөнки Раббы – бөйөк, сикһеҙ маҡтауға лайыҡ, Ул барса илаһтарҙан да дәһшәтлерәк.

5 Башҡа халыҡтарҙың илаһтары – боттар, Раббы иһә күктәрҙе бар ҡылған.

6 Дәрәжә һәм шөһрәт Уның хозурында, Изге торлағында – ҡеүәт һәм гүзәллек.

7 Эй халыҡтар, Раббыға лайыҡ хөрмәтте күрһәтегеҙ, Ғиззәтле, ҡөҙрәтле Раббыға хөрмәт күрһәтегеҙ!

8 Раббының данлы исемен ололағыҙ, Саҙаҡалар алып ихатаһына инегеҙ!

9 Ғәжәйеп изгелек эйәһе Раббыға сәждә ҡылығыҙ! Эй бөтә ер йөҙө, Уның хозурында ҡалтырап тор!

10 Ҡәүемдәргә: «Раббы – батша!» – тип иғлан итегеҙ. Донъя ныҡ итеп ҡоролған, ул ҡаҡшамаҫ. Раббы халыҡтарға хаҡ хөкөм ҡылыр.

11 Һөйөнһөн күк, тантана итһен ер! Диңгеҙ һәм ундағы йән эйәләре шаулаһын!

12 Ҡырҙар һәм ҡырҙа йәшәгәндәр ҡыуанһын! Урмандағы ағастар шатланып гөрләшһен

13 Раббы хозурында. Сөнки Ул килә, Ер йөҙөн хөкөм итергә килә. Ул донъяны Үҙенең хаҡлығына, Халыҡтарҙы тоғролоғона таянып хөкөм итер.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan