Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 94 - Изге Яҙма

1 Килегеҙ, Раббыға һөйөнөшөп өндәшәйек, Беҙҙе ҡотҡарыусы ҡаябыҙға Ҡыуанышып йырлашайыҡ.

2 Алдына баҫайыҡ шөкөрана ҡылып; Шатлыҡлы йырыбыҙҙы бағышлайыҡ!

3 Сөнки Раббы – бөйөк Алла, Барса илаһтар өҫтөнән бөйөк Батша.

4 Ерҙең тәрәнлектәре Уның ҡулында, Тау түбәләре Уның ихтыярында.

5 Уныҡы Үҙе яратҡан диңгеҙ ҙә, Ҡулы бар ҡылған ҡоро ер ҙә.

6 Килегеҙ, сәждә ҡылайыҡ, бөгөләйек, Беҙҙе бар ҡылған Раббы алдында теҙ сүгәйек.

7 Сөнки Ул – беҙҙең Аллабыҙ; Беҙ – Уның көтөүендәге халыҡ, Ҡулының аҫтындағы ҡуйҙарбыҙ. Әгәр ҙә бөгөн Уның тауышын ишетәһегеҙ икән,

8 Тиҫкәре булмағыҙ Меривалағылай, Теге заман сүлдә, Массалағы, һымаҡ.

9 Унда аталарығыҙ Мине һынап маташты, Һынанылар ҙа ҡылған эштәремде күрҙеләр.

10 Ҡырҡ йыл буйы ул быуындан йөҙ борҙом Мин. Әйттем: «Улар – күңелдәре аҙашҡан бер халыҡ, Юлдарымды танымайҙар».

11 Шуға күрә асыуланып Мин ант иттем: «Улар Минең тыныс-имен урыныма Бер ҡасан да инмәйәсәк!»

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan