Зәбүр 93 - Изге Яҙма1 Йә Раббы, эй үс алыусы Алла! Үс алыусы Алла, сәс нурыңды! 2 Ҡалҡ Һин, донъяның Хөкөмдары, Тәкәбберҙәргә бир хаҡ язаңды! 3 Раббы, ҡасанғаса был залимдар, Ҡасанғаса тантана итерҙәр? 4 Ауыҙҙарынан ағыла хаяһыҙлыҡ, Яуызлыҡ ҡылалар ҙа маҡтаналар. 5 Эй Раббы, улар халҡыңды иҙә, Биләмәңә Һинең золом ҡыла. 6 Тол ҡатынды, килмешәкте үлтерәләр, Етем-еһерҙе ҡыралар. 7 Улар әйтә: «Раббы күрмәҫ, Яҡуп Аллаһы бер ни ҙә белмәҫ». 8 Эй алйоттар, аҡылығыҙға килегеҙ! Эй наҙандар, ҡасан һеҙгә аҡыл инер? 9 Ҡолаҡты бар ҡылыусы ишетмәйме ни? Күҙҙәрҙе яратыусы күрмәйме? 10 Халыҡтарға өгөт-нәсихәт биреүсе, Кешеләргә өйрәтеүсе яза сығармаҫмы? 11 Раббы белә кешенең уйҙарын: Улар буп-буш, мәғәнәһеҙ. 12 Йә Раббы, ниндәй бәхетле Һинең өгөт-нәсихәтеңде алғандар, Һинең ҡануныңды өйрәнгәндәр. 13 Залимдарға соҡор ҡаҙылғанға тиклем, Һин уларҙы яман көндәрҙән имен һаҡлайһың. 14 Сөнки Раббы халҡын Үҙенән ситкә тибәрмәҫ, Үҙенең биләмәһен ташламаҫ. 15 Хөкөм йәнә ғәҙел булыр, Саф йөрәклеләр хаҡлыҡ артынан барыр. 16 Кем мине залимдарҙан ҡурсалар? Кем яуыздарға ҡаршы көрәштә эргәмдә торор? 17 Әгәр Раббы ярҙамсым булмаһа, Йәнем күптән күсер ине тын донъяға. 18 «Бына-бына аяғым тайыр!» – тигән заманда, Йә Раббы, тоғро мөхәббәтең таяныс булды. 19 Эсем тулы ҡайғы-хәсрәт булған саҡта Йыуатыуың күңелемде шатландыра. 20 Ҡанундар сығарып золом ҡылған яуыз хөкөмдарҙар, Раббы, Һиңә яҡын булырмы һуң? 21 Уларҙың өйөрҙәре тәҡүәгә ташлана, Ғәйепһеҙ йәнде үлемгә хөкөм итә. 22 Әммә Раббы миңә ҡәлғә булды, Ышыҡланыр ҡаям булды Алла. 23 Залимдарҙың яуыз эшен үҙ баштарына төшөрөр, Енәйәттәренә күрә һәләк итер, Аллабыҙ Раббы уларҙы ҡырып ташлар. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia