Зәбүр 92 - Изге Яҙма1 Раббы – батша! Ул ҡеүәтенә бөркәнеп, ҡөҙрәт менән билен быуған, Донъяны ҡаҡшамаҫлыҡ итеп ныҡ ҡорған. 2 Тәхетең ҡаҡшамаҫлыҡ ҡуйылған әүәл-әүәлдәрҙән, Һин Үҙең – мәңгелектәнһең! 3 Йылғалар гөрләп аға, йә Раббы, Йылға һыуҙары шаулай, Гөрһөлдәй йылға һыуҙары. 4 Ташҡын һыуҙар гөрһөлдәүенән, Диңгеҙҙәрҙең шашҡын тулҡынынан Юғарылағы Раббы ҡөҙрәтлерәк. 5 Һинең күрһәтмәләрең хаҡтан-хаҡ, Раббы; Мөҡәддәслек – йортоңдоң биҙәге мәңгелеккә. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia