Зәбүр 9 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: «Муҫ-лаббен» көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе. 2 Бар күңелдән шөкөр итермен, йә Раббы, Бөтә ғәжәйеп ғәмәлдәреңде һөйләрмен. 3 Һиндә булыр һөйөнөсөм һәм тантанам, Исемеңә мәҙхиә йырлармын, эй Юғарыларҙан Юғары! 4 Дошмандарым кире сигенгәндә Һөрөнөп дөмөгөрҙәр алдыңда. 5 Сөнки Һин хөкөм ҡылдың, дәғүәмде ҡараның; Ғәҙел хөкөмдар булып тәхетеңдә ултырҙың. 6 Ҡәүемдәрҙе Һин дәһшәткә һалдың, Яуыздарҙы ҡырып ташланың, Исемдәрен мәңгенән мәңгегә юйҙың. 7 Башҡаса юҡ дошман – Бары ҡалды харабалар! Ҡалаларын һепереп түктең, Хатта хәтирәләре ҡалманы. 8 Раббы мәңге хаким булыр, Ул тәхетен хөкөм ҡылыр өсөн ҡорған. 9 Донъяны ғәҙеллек менән хөкөм итер; Халыҡтарға хаҡ хөкөм сығарыр. 10 Иҙелгәнгә һыйыныс булыр Раббы, Бәлә килгән саҡта – ышаныслы ышыҡ. 11 Атыңды белгәндәр Һиңә өмөт бағлар, Сөнки, Раббы, Үҙеңде эҙләгәндәрҙе ташламайһың. 12 Сионды төйәк иткән Раббыға маҡтау йырлағыҙ! Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында һөйләгеҙ! 13 Сөнки түгелгән ҡандың ҡонон ҡайтарыр, иҫендә тотор, Иҙелгәндәрҙең зарын онотмаҫ. 14 Ҡыҙған мине, Раббы! Алып кит Һин мине үлем ҡапҡаһынан, Миңә нәфрәт тотҡандарҙан Күргән ғазабыма ҡара! 15 Шул саҡ Йәрүсәлимдең ҡапҡаларында Һиңә маҡтау яуҙырайым, Ҡотҡарыуыңа ҡыуанайым. 16 Ҡәүемдәр үҙҙәре ҡаҙған соҡорға ҡоланы, Ҡорған ауҙары аяҡтарын сорнаны. 17 Раббы Үҙен танытты һәм хаҡ хөкөм ҡылды, Залимдар үҙҙәре ҡуйған тоҙаҡҡа ҡапты. Һиггайон Села 18 Яуыздар – Алланы онотҡан бар ҡәүемдәр – Үлеләр донъяһына китер… 19 Әммә мохтаж бөтөнләйгә онотолмаҫ, Фәҡирҙең өмөтө бушҡа булмаҫ. 20 Ҡалҡ, Раббы! Әҙәм заты өҫтөн сыҡмаһын, Ҡәүемдәргә хозурыңда хөкөм ҡылынһын! 21 Уларға дәһшәт һал, Раббы! Үҙҙәренең кеше генә булғандарын белһен. Села 22 Йә Раббы, ниңә Һин ситтә тораһың? Бәлә килгәндә Үҙеңде йәшерәһең? 23 Тәкәббер яуыздар ярлыны эҙәрләй, Үҙҙәре ҡорған мәкергә үҙҙәре эләкһен! 24 Яуыз әҙәм нәфсеһен ҡандырыр ҙа маҡтаныр; Ҡомһоҙ – Раббыға хур бағыр, Уны ҡарғар. 25 Залим, тәкәбберләнеп, Алланы һанға һуҡмаҫ, Ул эсенән: «Алла юҡ», – тип уйлай. 26 Уның эше һәр ваҡыт уң булыр. Һинең хөкөмдәрең уның өсөн юғары һәм алыҫ, Дошмандарына тик көлөп ҡарар. 27 Күңеленән генә: «Мин сайҡалмам! – тиер, – Бер ваҡытта ла бәләгә ҡалмам!» 28 Ауыҙы тулы ҡарғыш, мәкер, яуызлыҡ, Тел төбөндә – золом һәм боҙоҡлоҡ. 29 Улар ауылдарҙа боҫоп ятыр, Аулаҡта ғәйепһеҙҙе үлтерер, Ярҙамһыҙҙан күҙен алмай һағалар. 30 Бахырҙы эләктереп алырға Өңөндә боҫҡан арыҫлан һымаҡ, Йәшеренеп аңдып ятыр, Ауына эләктереп һөйрәкләр. 31 Бисаралар сараһыҙҙан сүгеп, Аяуһыҙҙың тырнағына ҡабыр. 32 Залим әҙәм үҙ алдына: «Алла онотто, – тиер, – Ул күҙен йомдо, бер ваҡытта ла күрмәҫ». 33 Йә Раббы, ҡалҡ, ҡулыңды күтәр, эй Алла! Иҙелгәндәрҙе онотма! 34 Ниңә яуыз бәндә Һине хурлай, Эсенән: «Алла минән яуап таптырмаҫ!» – тип уйлай? 35 Әммә Һиңә барыһы ла мәғлүм, Хәсрәт-әрнеүҙәрҙе күрәһең; Бисара үҙен Һиңә тапшыра, Етемдәрҙең Һин ярҙамсыһыһың. 36 Залимдың һәм ғәҙелһеҙҙең ҡеүәтен ҡыр, Әйҙә, уларҙың ҡылғандары язаһыҙ ҡалмаһын, Яуызлыҡтары эҙһеҙ юғалһын. 37 Раббы мәңгенән мәңгегә батша, Уның еренән ят ҡәүемдәр юҡҡа сығыр. 38 Иҙелгәндәрҙең теләген ишетәһең, Раббы, Уларҙың рухтарын нығыт, Ҡолаҡ һалып тыңла. 39 Үкһеҙҙең, иҙелгәндең хаҡын ҡайтарыр өсөн, Фани әҙәм башҡаса дәһшәт сәсмәһен. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia