Зәбүр 89 - Изге Яҙма1 Алла ҡоло Мусаның доғаһы. 2 Эй бөйөк Хаким, быуындан-быуынғаса Һин беҙҙең һыйыныр урын булдың. 3 Тауҙар бар булғандан әүәл, Ер менән донъяны яратҡаныңа тиклем, Мәңгелектән мәңгелеккә ҡәҙәр Алла – Һинһең. 4 Кешене ҡабат тупраҡҡа ҡайтараһың, «Эй әҙәм балалары, тупраҡҡа ҡайтығыҙ!» – тиһең. 5 Мең йыл Һинең күҙ алдыңда Үтеп киткән кисәге көн, Йәки ҡыҫҡа бер төн һымаҡ. 6 Кешеләрҙе ташҡындай йыуып ташлайһың, Улар – тик төш; бары үлән һымаҡ: Иртән шытып сыға, сәскә ата, Кискә һулып төшә, ҡороп ҡата. 7 Сөнки асыуыңдан юҡ булабыҙ, Ярһыуыңдан ҡурҡыуға ҡалабыҙ. 8 Енәйәттәребеҙҙе алдыңа һалдың, Йәшерен гонаһтарыбыҙҙың барыһын Йөҙөңдөң яҡтыһына сығарҙың. 9 Көндәребеҙ Һинең асыуың аҫтында үтә, Бер һулыш һымаҡ юғала йылдарыбыҙ. 10 Етмеш йыл ғүмер һөрәбеҙ, Ныҡ булғанда һикһәнгә етәбеҙ; Иң матур йылдар ҙа ауыр хеҙмәт, яфа менән Елеп үтә, үҙебеҙ осоп китәбеҙ. 11 Асыуыңдың ҡеүәтен кем белә алыр? Ярһыуың беҙ Һинән ҡурҡҡан һымаҡ бөйөк. 12 Ғүмеребеҙҙең көндәрен һанарға өйрәт, Шунда йөрәгебеҙ зирәклеккә эйә булыр. 13 Боролһаңсы беҙгә табан, Раббы! Ҡасанға тиклем көтөргә беҙгә? Мәрхәмәтле булсы ҡолдарыңа. 14 Таң һайын мөхәббәтең менән туйындыр, Бәхет-шатлыҡ менән ғүмер кисерәйек. 15 Күпме көндәр беҙҙе интектерҙең, Нисә йылдар буйы ғазап сиктек, Инде шул ҡәҙәрле үк һөйөндөр. 16 Беҙгә, Үҙ ҡолдарыңа, ҡөҙрәтле ғәмәлдәреңде, Балаларыбыҙға дан-шөһрәтеңде күрһәт. 17 Аллабыҙ Хаким беҙҙән ҡәнәғәт ҡалһын. Ҡулыбыҙҙың эшен емешле ит. Эйе, ҡулдарыбыҙҙың ғәмәлен уңышлы ит. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia