Зәбүр 88 - Изге Яҙма1 Әзрах нәҫеленән булған Эҫандың уйланыуҙары. 2 Раббының мөхәббәтен мәңге йырлармын, Тоғролоғоңдо һәр бер быуынға Телемдән төшөрмәй һөйләрмен. 3 Әйттем: «Мөхәббәтең мәңге тотороҡло, Тоғролоғоң күктәр һымаҡ ҡаҡшамаҫлыҡ». 4 Әйттең: «Һайлаған кешем менән килешеү төҙөнөм; Ҡолом Дауытҡа былай тип ант иттем: 5 „Тоҡомоң һинең мәңгегә дауам итер, Тәхетең быуындан-быуынға күсер“». Села 6 Йә Раббы, мөғжизәләреңде күк данлаһын, Тоғролоғоң изгеләр йыйынында маҡталһын. 7 Сөнки кем күктә Һиңә тиңләшә алыр? Илаһи заттарҙың ҡайһыһы Раббыға оҡшаш? 8 Изгеләр йыйынында Алла дәһшәтле, Тирә-яғындағыларҙың һәммәһенән ҡурҡынысыраҡ. 9 Йә Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Кем бар һуң Һинән ҡөҙрәтле? Тоғролоҡ Һине уратып алған. 10 Һин Хакимһың ҡоторонған диңгеҙгә, Шашынған тулҡындарҙы тынысландыраһың. 11 Һин Раһавты иҙгеләп юҡ иттең, Ҡеүәтле ҡулың менән дошмандарҙы тараттың. 12 Күк – Һинеке, ер ҙә Һинеке; Донъяны, ундағы бөтә нәмәне Һин яраттың. 13 Һин бар ҡылдың төньяҡ менән көньяҡты, Тавор менән Хермон тауҙары Һинең исемеңә рәхмәт уҡый. 14 Беләгең ниндәй ҡеүәтле, Ҡулың көслө, уң ҡулың юғары күтәрелгән! 15 Хаҡлыҡ менән ғәҙеллек – тәхетеңдең нигеҙе, Алдыңдан йөрөй тоғролоҡ һәм мөхәббәт. 16 Ниндәй бәхетле шатлыҡ ауаздарын татыған халыҡ! Улар Һинең йөҙөңдөң нурында йәшәй, Раббы. 17 Көндәр буйы исемеңде телгә алып һөйөнәләр, Хаҡлығыңа таянып күтәреләләр. 18 Сөнки уларҙың көсө менән күрке Һин, Һинең мәрхәмәтең менән ҡеүәтебеҙ арта. 19 Беҙҙең ҡалҡаныбыҙ – Раббыныҡы, Беҙҙең батшабыҙ – Исраилдың Изгеһенеке. 20 Элек бер күренмеш аша Тоғро ҡолдарыңа былай тинең: «Бер яугиргә ярҙам иттем, Уны халыҡтан һайлап алып күтәрҙем. 21 Дауытты – ҡоломдо – таптым, Мөҡәддәс май менән мәсехләнем. 22 Ҡулым уға таяныс булыр, Беләгем уға ҡеүәт бирер. 23 Дошман уны буйһондора, Залим түбәнһетә алмаҫ. 24 Дошмандарын алдында ҡырып һалырмын, Уға нәфрәт тотҡандарҙы туҙҙырырмын. 25 Тоғролоғом, мөхәббәтем уның менән булыр, Минең исемем менән мөгөҙөн өҫкә сөйөр. 26 Уның ҡулын диңгеҙгәсә, Уң ҡулын йылғаларға тиклем һуҙырмын. 27 „Атам – Һин, – тип өндәшәсәк Миңә, – Аллам, мине ҡотҡарыусы ҡаям“. 28 Мин уны баш балам итәм, Ерҙәге бар батшаларҙан өҫтөн ҡуям. 29 Тоғро мөхәббәтем мәңгелек булыр, Уның менән төҙөгән килешеүем боҙолмаҫ. 30 Уның тоҡомо мәңге дауам итер, Күктәр бар сағында тәхете лә торор. 31 Балалары ҡанунымды ташлай ҡалһа, Күрһәтмәләремә күрә йәшәмәһә, 32 Ҡағиҙәләремде боҙор булһа, Бойороҡтарымды бойомға ашырмаһа, 33 Енәйәттәрен күҫәкләп, Ғәйептәрен таяҡлап язалармын. 34 Тик уларҙы мөхәббәтемдән айырмам, Тоғролоғомдан баш тартмам. 35 Килешеүемде һис боҙмам, Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙемде үҙгәртмәм. 36 Мөҡәддәслегем менән бер ҡат ант иттем, Дауытҡа ялған һүҙ бирмәм. 37 Уның тоҡомо мәңге дауам итер, Тәхете хозурымда ҡояштай торор. 38 Күктәге ышаныслы шаһит булған ай һымаҡ, Ул мәңге шулай ныҡ торор». Села 39 Тик Һин ваз кистең, һыртыңды ҡуйҙың, Мәсихеңә бик ныҡ асыуландың. 40 Ҡолоң менән килешеүеңдән баш тарттың, Тажын саңға ырғытып бысраттың. 41 Бөтә диуарҙарын йыҡтың, Бар ҡәлғәләрен ҡыйраттың. 42 Юлдан үткән һәр кем уны талай, Күршеләре рәхәтләнеп мәсхәрәләй. 43 Уның дошмандарын көсләндерҙең, Нәфрәт тотҡандарҙы ҡыуандырҙың. 44 Ҡылысының осон үҙенә табан борҙоң, Һуғышта уға терәк булманың. 45 Уның балҡышын юҡҡа сығарҙың, Тәхетен ергә аунаттың. 46 Йәшлек көндәрен ҡыҫҡарттың, Уны мәсхәрә менән ҡапланың. Села 47 Йә Раббы, был ҡасанғаса дауам итер? Үҙеңде беҙҙән мәңгегә йәшерерһеңме? Ҡасанғаса ярһыуың ут һымаҡ ялҡынланыр? 48 Ғүмеремдең нисек тиҙ үткәнен иҫлә, Әҙәм балаларын бит Һин фани ҡылдың! 49 Бармы йәшәп тә үлем күрмәгән, Йәнен үлеләр донъяһынан ҡотҡарып ҡалған? Села 50 Эй бөйөк Хаким, ҡайҙа Һинең әүәлге мөхәббәтең? Тоғролоғоң менән Һин быны Дауытҡа вәғәҙә иткәйнең! 51 Эй бөйөк Хаким, онотма ҡолдарыңдың Нисек мәсхәрә ителеүҙәрен. Халыҡтарҙың мыҫҡыллы һүҙҙәрен Күңелемдә һаман йөрөтәмен. 52 Дошмандарыңдың мәсхәрә итеп көлгәнен иҫеңә төшөр, Раббы, Мәсихеңдең һәр баҫҡан эҙен хурлап торғанын. 53 Мәңгегә мөбәрәк булһын Раббы! Амин! Амин! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia